Башланмыш 2 - Башкирский ВЗ (неполный)1 Күк һәм ерҙең, ундағы бөтә нәмәнең яратылыуы бына шулай тамамланды. 2 Етенсе көнгә Алла Үҙенең эшен теүәлләне. Етенсе көндә Үҙенең барлыҡ эштәрен тамамлап, Ул ял итте. 3 Алла етенсе көндө фатихаланы һәм уны изге көн итеп айырҙы, сөнки бөтә бар ҡылыуға ҡағылышлы эштәрен тамамлап был көндә Ул ял итте. 4 Күк һәм ер яратылышы бына шулай. Раббы Алла ер менән күкте яратҡанда, Ожмах баҡсаһы 5 ерҙә бер генә ҡыуаҡлыҡ та, бер генә үлән дә юҡ ине, сөнки Раббы Алла ергә ямғыр яуҙырмағайны әле. Тупраҡты эшкәртергә кеше лә юҡ ине. 6 Ерҙе тик ер аҫтынан сыҡҡан һыуҙар ғына һуғарҙы. 7 Раббы Алла әҙәмде тупраҡтан әүәләне һәм танау тишегенә йәшәү һулышы өрҙө. Шулай итеп, кеше тере йән эйәһе булды. 8 Раббы Алла көнсығышта, Ғедәндә, бер баҡса ултыртты һәм Үҙе яратҡан әҙәмде шунда урынлаштырҙы. 9 Раббы Алла баҡсала тәмле емеш биргән төрлө-төрлө матур ағастар үҫтерҙе, ә баҡса уртаһында тормош ағасы һәм яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасы бар ине. 10 Ғедәндән ағып сыҡҡан йылға баҡсаны һуғара һәм артабан дүрт тармаҡҡа айырыла ине. 11 Уларҙың береһе Пишон тип атала, ул Хауила ерен – алтын сыҡҡан ерҙәрҙе уратып аға. 12 Был ерҙең алтыны саф ине. Бында тағы хуш еҫле ыҫмала менән оникс бар. 13 Икенсе йылға Гихон тип атала, ул Куш ерҙәре буйлап аға. 14 Өсөнсө йылғаның исеме – Тигр, ул Ашшурҙың көнсығышынан аға. Дүртенсе йылға – Евфрат. 15 Раббы Алла кешене Ғедән баҡсаһына урынлаштырҙы һәм уға баҡсаны эшкәртергә, һаҡларға ҡушты. 16 Раббы Алла кешегә: – Һин был баҡсалағы теләгән бер ағастың емешен ашай алаһың, 17 тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасының емешен ашама, – тип бойорҙо, – сөнки уның емешен ашаған көндө мотлаҡ үләсәкһең. 18 Һуңынан Раббы Алла былай тине: – Кешенең яңғыҙ булыуы яҡшы түгел; уға үҙенә лайыҡ бер ярҙамсы яратайым. 19 Раббы Алла тупраҡтан һәр төрлө ҡыр хайуандарын һәм һауалағы бөтә ҡоштарҙы бар ҡылды. Һәр береһенә ниндәй исем ҡушыласағын күрер өсөн Раббы Алла уларҙың бөтәһен дә әҙәм алдына алып килде. Әҙәм ҡайһыһына ниндәй атама бирһә, ул йән эйәһе шул атама менән танылды. 20 Кеше бөтә мал-тыуарға, барлыҡ ҡоштарға һәм ҡыр йәнлектәренә исем бирҙе; әммә кешегә яраҡлы ярҙамсы табылманы. 21 Шунда Раббы Алла кешене тәрән йоҡоға талдырҙы. Ул йоҡлап киткәс, бер ҡабырғаһын алып, урынын ит менән ҡапланы. 22 Раббы Алла кешенән алған ҡабырғанан бер ҡатын яратты һәм уны кешегә алып килде. 23 Әҙәм әйтте: – Бына, был һөйәк минең һөйәгемдән, Ите минең итемдән. Ҡатын тип аталасаҡ ул, Сөнки ирҙән алынды. 24 Бына шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм улар бер тән булыр. 25 Әҙәм дә, ҡатыны ла шәрә ине, әммә улар бынан оялманы. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia