Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 19 - Башкирский ВЗ (неполный)


Содом менән Ғамораның һәләкәте

1 Ике фәрештә Содомға шул көндә кисләгәс кенә килеп етте. Лут был ваҡытта ҡала ҡапҡаһы янында ултыра ине. Уларҙы күргәс, ҡаршыларға тип урынынан торҙо ла, ергә тиклем баш эйеп, былай тине:

2 – Хакимдарым, мин ҡолоғоҙҙоң өйөнә рәхим итегеҙ, миндә ҡунығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуығыҙ, иртән торғас, юлығыҙҙы дауам итерһегеҙ. – Юҡ, – тине улар. – Беҙ урамда ғына ҡунырбыҙ.

3 Әммә Лут бик ҡыҫтағас, риза булдылар, уның йортона киттеләр. Лут уларҙы һыйларға сөсө икмәк бешерҙе, тамаҡтарын туйҙырҙы.

4 Йоҡларға ятырға ла өлгөрмәнеләр, ҡала кешеләре – Содомдың олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә ирҙәре – Луттың йортон уратып алды.

5 – Һиңә ҡунырға ингән кешеләр ҡайҙа? – тип ҡысҡырҙы улар Лутҡа. – Сығар бында, беҙ уларҙы татып ҡарарға теләйбеҙ.

6 Лут, тупһаға сығып, артынан ишекте япты ла уларға былай тине:

7 – Ағай-эне, бындай золом ҡылмағыҙ!

8 Бына минең кейәүгә сыҡмаған ике ҡыҙым бар, һеҙгә мин уларҙы бирәм, теләһәгеҙ ни эшләтегеҙ, тик мосафирҙарға теймәгеҙ, улар бит минең өйөмдә.

9 – Кит бынан! – тинеләр уға. – Һин, килмешәк, беҙгә аҡыл өйрәтмәксе булаһыңмы? Беҙ һинең үҙеңдең кәрәгеңде бирербеҙ. Улар Лутты ҡыҫырыҡлап, ишекте емерергә торғанда ғына,

10 мосафирҙар Лутты өй эсенә тартып алды ла ишекте йәһәт кенә бикләй һалды.

11 Ә тупһа янында өйөлөшкән кешеләрҙе, – олоһон да, кесеһен дә – һуҡырайттылар, улар ишекте таба алмайынса аҙапланды.

12 Мосафирҙар Луттан: – Был ҡалала тағы кемдәрең бар? – тип һораны. – Кейәүҙәрең, улдарың, ҡыҙҙарың йәки ҡалала башҡа кемең генә булмаһын – бөтәһен дә алып кит:

13 беҙ был ҡаланы юҡ итәбеҙ. Ҡала кешеләренең яуызлыҡтары хаҡындағы аһ-зар Раббыға ишетелде, шуға күрә Раббы беҙҙе уны юҡ итергә ебәрҙе.

14 Лут ҡыҙҙарының кейәү буласаҡ егеттәренә барып әйтте: – Тиҙерәк был ҡаланан китегеҙ. Хәҙер Раббы уны һәләк итәсәк! Әммә егеттәр, Лут шаярталыр, тип уйланы.

15 Таң һыҙылғанда, фәрештәләр Лутты ашыҡтыра башланы: – Бар, ҡатының менән ике ҡыҙыңды ал да кит, юғиһә гонаһлы ҡала менән бергә үҙең дә һәләк булырһың!

16 Лут һаман ашыҡмағас, фәрештәләр Раббы мәрхәмәте төшкән Лутты, уның ҡатынын, ике ҡыҙын ҡулдарынан етәкләп ҡаланан алып сыҡты.

17 Ҡаланан сыҡҡас, фәрештәләрҙең береһе Лутҡа былай тине: – Йәнеңде ҡотҡар, артыңа әйләнеп ҡарама. Был тирәлә бер ерҙә лә туҡталма, тауҙарға табан йүгер, юҡһа һәләк булырһың!

18 – Юҡ, хакимым! – тине Лут. –

19 Мин ҡолоңа шундай яҡшылыҡ эшләнең һин! Оло мәрхәмәт күрһәттең миңә – ғүмеремде һаҡлап алып ҡалдың! Ләкин тауҙарға тиклем йүгереп етә алмам, бәләгә юлығырмын, һәләк булырмын.

20 Ә бына алда ятҡан ҡала – яҡын, уға тиклем йүгереп етеп булыр, ул бәләкәй. Мин шунда йүгерәйем, ул бәләкәй, шунда тере ҡалырмын!

21 – Ярай, – тине уға фәрештә, – һинең хаҡыңа мин быны ла эшләрмен, һин әйткән ҡаланы һаҡлап алып ҡалырмын.

22 Әммә тиҙерәк йүгер, һин барып етмәйенсә, мин бер нәмә лә эшләй алмайым. Шуға күрә лә был ҡала Соғар тип атала.

23 Ер өҫтөнә ҡояш ҡалҡты, Лут Соғарға килеп етте.

24 Раббы Содом менән Ғамораға күктән, ямғыр һымаҡ итеп, утлы көкөрт яуҙырҙы,

25 ике ҡаланы ла, уның бөтә тирә-яғын, барлыҡ үҫемлектәре менән, юҡ итте.

26 Луттың ҡатыны артына әйләнеп ҡарағайны – тоҙ бағанаһына әйләнде.

27 Иртә менән Ибраһим кисә генә Раббы хозурында торған урынға килеп баҫты,

28 Содом менән Ғамораға, үҙәндең тирә-яғына күҙ һалды һәм күрҙе: ерҙән, мейестән сыҡҡан һымаҡ, төтөн күтәрелә ине.

29 Ҡалаларҙы юҡҡа сығарғанда Алла Ибраһимды иҫендә тотто. Шуға күрә йәшәгән ҡалаһын емергәндә Лутты үлеменән йолоп ҡалды.

30 Лут Соғарҙа ҡалырға ҡурҡты. Шуға күрә ике ҡыҙы менән тауҙарға китте. Улар бергәләшеп мәмерйәлә йәшәй башланы.

31 Бер көндө өлкән ҡыҙы кесеһенә былай тине: – Атайыбыҙ ҡартая. Ерҙә беҙҙең менән ата-бабаларҙан ҡалған йола буйынса йәшәрлек ир-ат юҡ.

32 Әйҙә, атайыбыҙҙы шарап эсереп иҫертәйек тә уның менән йоҡлайыҡ, шулай итеп атайыбыҙҙан тоҡомобоҙҙо дауам иттерәйек.

33 Шул төндә улар аталарын шарап эсереп иҫертте. Өлкән ҡыҙы инеп, атаһы менән йоҡланы. Әммә Лут уның эргәһенә ятҡанын да, сығып киткәнен дә белмәне.

34 Икенсе көндә өлкәне кесеһенә: – Үткән төндә мин атайым менән йоҡланым, – тине. – Бөгөн төндә лә уны шарап эсереп иҫертәйек тә һин уның янына ятырһың. Шулай итеп атайыбыҙҙан тоҡомобоҙҙо дауам иттерәйек.

35 Улар тағы аталарын шарап эсереп иҫертте лә, кесе ҡыҙы инеп уның менән йоҡланы. Әммә Лут уның эргәһенә ятҡанын да, сығып киткәнен дә белмәне.

36 Шулай итеп, Луттың ике ҡыҙы ла аталарынан ауырға ҡалды.

37 Өлкәне ул тапты, уға Моав тип исем ҡушты. Хәҙерге Моав кешеләре унан таралған.

38 Кесеһе лә ул тапты һәм Бән-Ғамми тигән ат бирҙе. Хәҙерге Ғаммон кешеләре унан таралып киткән.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan