Башланмыш 17 - Башкирский ВЗ (неполный)Сөннәт – килешеү билдәһе 1 Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренеп былай тине: – Мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алламын. Минең юлымдан йөрө, камил бул. 2 Мин һинең менән килешеү төҙөйөм һәм нәҫел-нәсәбеңде иҫәпһеҙ-һанһыҙ күп итәм. 3 Ибрам йөҙтүбән ергә ҡапланды. Алла һүҙен дауам итте: 4 – Һинең менән төҙөгән килешеүем шул: һин бик күп халыҡтарҙың атаһы булырһың. 5 Исемең Ибрам түгел, Ибраһим булыр, сөнки һине бик күп халыҡтарҙың атаһы итермен. 6 Һин бик үрсемле нәҫелдең башы булырһың. Һинән тотош халыҡтар таралыр, батшалар сығыр. 7 Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын. 8 Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо Ҡәнғән ерҙәрен Мин һиңә һәм тоҡомоңа мәңгелек милек итеп бирермен. Мин уларҙың Аллаһы булырмын. 9 Алла Ибраһимға былай тине: – Һин үҙең, һинән һуң тоҡомоң быуындан-быуынға Минең килешеүемә тоғро булығыҙ. 10 Һинең һәм нәҫелең менән төҙөгән килешеүҙең шарты шул: арағыҙҙағы ир-аттың һәммәһе лә сөннәтле булһын. 11 Минең менән килешеү билдәһе итеп енес ағзаһы осондағы тирене киҫеп алығыҙ. 12 Яңы тыуған ир балаларҙың һәр береһе – үҙ йортонда тыуғаны ла, тоҡомоңдан булмайынса, ситтәрҙән һатып алынғаны ла донъяға килгәндең һигеҙенсе көнөндә сөннәтләнһен. Быуындан быуынға шулай булһын. 13 Һәммәһе лә: үҙ йортоңда тыуғаны ла, һатып алынғаны ла мотлаҡ сөннәтләнергә тейеш. Ошо рәүешле Минең менән мәңгелек килешеү билдәһе һеҙҙең ғәүрәтегеҙҙә ҡаласаҡ. 14 Ә сөннәтләнмәгән ир-егет – халҡы араһынан ҡыуылыр, Минең менән булған килешеүҙе боҙған өсөн булыр был. 15 Алла Ибраһимға тағы былай тине: – Ҡатының Сараяны инде Сарая тип атама, бынан һуң уның исеме Сара булыр. 16 Мин уға фатиха ҡылам һәм унан һиңә бер ул бирәм. Уға фатихамды бирәм: ул халыҡтарҙың әсәһе булыр, нәҫеленән батшалар сығыр. 17 Ибраһим йөҙтүбән ергә ҡапланды ла көлдө. Этән генә: «Йөҙ йәшлек ҡарттың балаһы буламы? Сара туҡһан йәшендә бала таба булырмы?» – тип уйланы. 18 Шунан Аллаға: – Эй Раббым, исмаһам, Исмәғилдең Һинең хозурыңда йәшәүен насип итсе, – тине. 19 – Үҙеңдең ҡатының Сара ул табыр, – тине Алла Ибраһимға. – Һин уға Исхаҡ тип исем ҡушырһың. Мин уның менән, уның тоҡомо менән мәңгелек килешеүҙе дауам итермен. 20 Һинең Исмәғил тураһындағы үтенесеңде лә ишеттем: Мин уға фатихамды бирәм, уның тоҡомон түлле итермен, нәҫел-ырыуы ишле булыр. Исмәғилдән ун ике юлбашсы сығыр, унан бөйөк халыҡ таралыр. 21 Әммә килешеүемде киләһе йыл ошо ваҡытта Саранан тыуасаҡ улың Исхаҡ менән нығытырмын. 22 Алла, Ибраһим менән һөйләшеп бөткәндән һуң, юғарыға олғашты. 23 Ибраһим шул көндө үк улы Исмәғилде лә, йортонда тыуған йәки һатып алынған хеҙмәтселәрҙе лә – өйөндәге бөтә ир затынан булғандарҙы сөннәткә ултыртты. Ул бөтәһен дә Алла ҡушҡанса эшләне. 24 Сөннәткә ултырған саҡта Ибраһимға туҡһан туғыҙ, 25 ә улы Исмәғилгә ун өс йәш ине. 26 Ибраһим да, улы Исмәғил дә, 27 Ибраһим йортондағы ир затынан булғандарҙың һәммәһе – уның өйөндә тыуғандар ҙа, сит ырыуҙарҙан һатып алынған хеҙмәтселәр ҙә шул бер көндә сөннәтләнде. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia