Башланмыш 15 - Башкирский ВЗ (неполный)Раббының Ибрам менән төҙөгән килешеүе 1 Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине. 2 Әммә Ибрам: – Эй Раббы Хакимым! Миңә нимә бирмәксеһең? Бала атаһы була алманым. Вариҫым кем бит – Дамаск кешеһе Әлиғәзәр, – тине. 3 – Бына, Һин миңә нәҫел насип итмәгәс, – тип дауам итте Ибрам, – хеҙмәтсем вариҫым була инде. 4 Раббы тағы өндәште: – Юҡ, ул һинең вариҫың булмаясаҡ, үҙ балаң вариҫың буласаҡ. 5 Раббы Ибрамды тышҡа алып сыҡты ла: – Күккә ҡара, – тине. – Әгәр ҙә һанай алһаң, йондоҙҙарҙы һанап ҡара. Шунан тағы әйтте: – Һинең нәҫелең шул тиклем буласаҡ. 6 Ибрам Раббыға ышанды һәм Раббы быны тоғролоҡ тип ҡабул итте. 7 Алла Ибрамға: – Ошо ерҙәрҙе һиңә мираҫ итеп бирер өсөн халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан һине бында алып килгән Раббы Мин, – тине. 8 – Эй Раббы Хакимым! Был ерҙәрҙе мираҫ итеп аласағымды мин нимәнән белә алам? – тип һораны Ибрам. 9 Раббы былай тине: – Миңә һыйыр, кәзә, һарыҡ тәкәһе алып кил. Һәммәһе лә өсәр йәшлек булһын. Бер алатуба менән бер бала күгәрсен дә килтер. 10 Ибрам әйтелгәндәрҙе алып килеп салды ла, һәр береһен урталайға бүлеп, киҫәктәрҙе бер-береһенә тәңгәлләп һалып ҡуйҙы; ҡоштарҙы ғына икегә бүлмәне. 11 Һуйып һалынған малдарға йыртҡыс ҡоштар ябырылды, әммә уларҙы Ибрам ҡыуып ебәрҙе. 12 Ҡояш байып барғанда Ибрамды тәрән йоҡо баҫа башланы, уны ҡурҡыу һәм ҡараңғылыҡ солғап алды. 13 Раббы Ибрамға былай тине: – Шуны бел: һинең тоҡомоң сит бер илдә килмешәк булып йәшәр. Дүрт йөҙ йыл ҡол булып, йәбер-золом күрер. 14 Әммә Мин һинең нәҫелеңде ҡол иткән халыҡты хөкөм итәсәкмен. Шунан һуң нәҫел-ырыуың унан бик ҙур байлыҡ менән сығыр. 15 Ә һин, оҙон ғүмер кисергәндән һуң, тыныс күңел менән аталарың янына күсерһең. 16 Нәҫел-ырыуыңдың тик дүртенсе быуыны ғына бында ҡайтыр, сөнки әмөриҙәрҙең гонаһы саманан ашмаған әле. 17 Бына бер саҡ, ҡояш байып, ҡараңғы төшкәс, мейестән бөркөлгәндәй төтөн үә ялҡын хасил булды һәм урталай киҫелгән түшкәләр араһынан үтеп китте. 18-21 Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине: – Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia