Башланмыш 14 - Башкирский ВЗ (неполный)Ибрамдың Лутты ҡотҡарыуы 1 Шул дәүерҙә Шинғар батшаһы Амрафел, Елласар батшаһы Арйох, Ғелам батшаһы Кедорлағомер, Гоим батшаһы Тидғал 2 Содом батшаһы Берағҡа, Ғамора батшаһы Биршағҡа, Адма батшаһы Шинавҡа, Севоим батшаһы Шемәверға һәм Белағ, йәғни Соғар батшаһына ҡаршы яу асты. 3 Һуңғы биш батша әле Тоҙло диңгеҙ булған Сиддим үҙәнендә көс тупланы. 4 Был батшалар ун ике йыл буйына Кедорлағомер иҙеүе аҫтында булып, ун өсөнсө йылында баш күтәргәйне. 5 Ун дүртенсе йылда Кедорлағомер үҙенә ҡушылған батшалар менән Ғаштароҫ-Ҡарнаимда рефаларҙы, Һамда зуздарҙы, Шаве-Ҡиръяҫаимда эмдарҙы, 6 сүллек ситендәге Әл-Паранға тиклем һуҙылған Сеғир таулығында хориҙарҙы тар-мар итте. 7 Унан боролоп, улар Ғейн-Мишпатҡа, йәғни Ҡадешҡа килделәр, ғәмәлектәрҙең бөтә ерҙәрен баҫып алдылар һәм Хасасон-Тамарҙа йәшәгән әмөриҙәрҙе ҡыйраттылар. 8-9 Бынан һуң Содом, Ғамора, Адма, Севоим, Белағ, йәғни Соғар батшалары юлға сыҡты. Был биш батша дүрт батшаға – Ғелам батшаһы Кедорлағомер, Гоим батшаһы Тидғал, Шинғар батшаһы Амрафел, Елласар батшаһы Арйохҡа ҡаршы Сиддим үҙәнендә һуғышҡа инде. 10 Сиддим үҙәнендә ыҫмалалы соҡорҙар күп ине. Содом менән Ғамора батшаларының яугирҙәре ҡасып барғанда ошо соҡорҙарға батты, тере ҡалғандар тауҙарға ҡасты. 11 Еңеүселәр Содом менән Ғамораның бөтә байлығын, туплаған аҙыҡ-түлеген таланы. 12 Ибрамдың Содомда йәшәгән туғаны Лутты ла бөтә мөлкәте менән бергә алып киттеләр. 13 Ҡасып ҡотолғандарҙан берәү килеп ғиври Ибрамға бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Ибрам ул саҡта Әшкол менән Ғанерҙың туғаны әмөри кешеһе Мамреның имәнлеге янында йәшәй ине. Улар барыһы ла Ибрам яҡлылар ине. 14 Туғанының әсиргә эләккәнен белгәс, Ибрам, үҙ йортонда тыуып үҫкән өс йөҙ ун һигеҙ хеҙмәтсеһен ҡоралландырып, дошман артынан ҡыуа сыҡты. Данға барып еткәс, 15 кешеләрен төркөмдәргә бүлеп, төн ҡараңғылығы аҫтында дошмандарға һөжүм итте. Уларҙы тар-мар иткәс, Дамасктан төньяҡтараҡ урынлашҡан Хоба тигән ергә тиклем баҫтырып барҙы. 16 Ибрам талап алынған бөтә байлыҡты, әсир ителгән кешеләрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бар мал-мөлкәте менән Лутты ҡотҡарып алып ҡайтты. 17 Ибрам Кедорлағомерҙы һәм уның яҡлы батшаларҙы ҡыйратып ҡайтып килгәндә, хәҙер Батшалар үҙәне тип йөрөтөлгән Шаүе үҙәнендә уға Содом батшаһы ҡаршы сыҡты. 18 Сәлим батшаһы Мәлки-Садиҡ та Ибрамға икмәк менән шарап алып килде. Ул Юғарыларҙан Юғары Алланың ҡаһины ине. 19 Мәлки-Садиҡ Ибрамға фатиха биреп былай тине: – Күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Алла Ибрамды мөбәрәк ҡылһын! 20 Дошмандарыңды ҡулыңа тапшырған Юғарыларҙан Юғары Аллаға рәхмәттәр яуһын! Ибрам уға яумалының ундан бер өлөшөн бирҙе. 21 Содом батшаһы Ибрамға: – Миңә кешеләремде ҡайтарһаң булды, ә мал-мөлкәтте үҙеңә ҡалдыр, – тине. Әммә Ибрам Содом батшаһына: 22 – Мин Раббыға, күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Аллаға ҡулымды күтәреп ант итәм. 23 Һинең мөлкәтеңдән бер нәмә лә – бер һүрендең дә, аяғыңдағы ҡатаңдың ҡайышы ла кәрәкмәй. Һуңынан: «Ибрамды мин байыттым», тип әйтерлек булмаһын, – тип яуап ҡайтарҙы. – 24 Кешеләрҙе ашатыуға киткән сығымдан һәм минең менән барыусыларға тейеш өлөштән башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй миңә. Минең менән яу сапҡан Ғанер, Әшкол, Мамре үҙҙәренең өлөшөн алһын, әйҙә. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia