Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 13 - Башкирский ВЗ (неполный)


Ибрам менән Луттың айырылыуы

1 Ибрам ҡатыны, барлыҡ мөлкәте менән Мысырҙан сығып, Негевҡа юл тотто. Лут та уның менән ине.

2 Ибрам бик байыҡҡайны – мал-тыуары ла, алтын-көмөшө лә күп ине.

3 Негевтан ул бер урындан икенсе урынға күсә-күсә Бейт-Илгә тиклем килде. Бейт-Ил менән Ғай араһындағы әүәл сатыр ҡорған урынға етте.

4 Элек эшләгән ҡорбан усағы янына туҡтап, Раббы исеменә доға бағышланы.

5 Ибрам менән бергә күсенеп йөрөгән Луттың да мал-мөлкәте, сатырҙары бар ине.

6 Малдары күбәйеп киткәнгә күрә, уларға бергә йәшәр өсөн ер етмәй башланы.

7 Ибрам менән Луттың көтөүселәре араһында ғауға сыҡты. Ул саҡта был ерҙәрҙә ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәр йәшәй ине.

8 Ибрам Лутҡа: – Беҙ бит туғандар, – тине. – Үҙебеҙҙең арала ла, көтөүселәребеҙ араһында ла ыҙғыш-талаш булмаһын!

9 Бына бөтә ер һинең алдыңда. Әйҙә, айырылайыҡ: әгәр һин һулға китһәң, мин – уңға китермен. Һин уңға йүнәлһәң, мин һулға ҡайырылырмын.

10 Лут тирә-яҡты байҡап, шуны күрҙе: Иордан йылғаһының үҙәне – Соғарҙың үҙенә тиклем – Раббы баҡсаһылай, Мысыр тупрағы ише һуғарыулы ерҙәр ине. Был Раббы Содом менән Ғамора ҡалаларын юҡ иткәнгә тиклем булғайны.

11 Лут үҙенә тотош Иордан үҙәнен һайланы ла көнсығышҡа табан китте. Шулай итеп, улар айырылышты:

12 Ибрам Ҡәнғән ерендә йәшәп ҡалды, Лут үҙәнлектәге ҡалалар араһында төйәкләнде. Содомға яҡын бер ерҙә сатырҙарын ҡорҙо.

13 Содом кешеләре боҙоҡ күңелле, Раббы алдында бик гонаһлы ине.

14 Лут айырылып киткәс, Раббы Ибрамға былай тине: – Үҙең баҫып торған урындан күҙеңде күтәреп баҡ: төньяҡҡа ла, көньяҡҡа ла, көнсығышҡа ла, көнбайышҡа ла ҡара.

15 Алдыңда йәйрәп ятҡан ошо ерҙәрҙе Мин һиңә һәм киләсәк тоҡомдарыңа мәңгелеккә бирәсәкмен.

16 Тоҡомоңды ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.

17 Бар, был ерҙәрҙе арҡырыға-буйға йөрөп сыҡ, сөнки Мин уларҙы һиңә бирәсәкмен.

18 Ибрам, сатырын һүтеп алып, тағы юлға сыҡты, барып Хеврон янындағы Мамре имәнлеге тигән урынға барып төпләнде. Ошонда Раббыға ҡорбан усағы яһаны.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan