Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 12 - Башкирский ВЗ (неполный)


Ибрамдың саҡырылыуы

1 Раббы Ибрамға былай тине: – Ер-һыуыңды, туған-ырыуыңды, атаң йортон ҡалдыр ҙа Мин күрһәткән ергә кит.

2 Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!

3 Һиңә берәү фатихаһын бирһә, Мин дә уға фатихамды бирермен! Һине ҡәһәрләгәнде ҡәһәрләрмен! Ер йөҙөндәге барса халыҡтар Һинең аша фатиха аласаҡ.

4 Ибрам, Раббы бойорғанса, юлға сыҡты. Лут та уның менән бергә китте. Харандан сыҡҡанда Ибрамға етмеш биш йәш ине.

5 Ул үҙе менән бергә ҡатыны Сараяны, ҡустыһының улы Лутты, Харанда йыйған барлыҡ мөлкәтен, эйә булған бөтә хеҙмәтселәрен алып, Ҡәнғәнгә юл тотто. Ҡәнғәнгә килеп еттеләр.

6 Ибрам был ерҙәрҙе Шәхәм тигән урындағы Море ағаслығына тиклем арҡырыһын-буйын йөрөп сыҡты. Ул заманда бында ҡәнғәниҙәр йәшәй ине.

7 Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.

8 Артабан ул Бейт-Илдән көнсығышта ятҡан тауға табан китте. Сатырҙарын көнбайышта урынлашҡан Бейт-Ил менән көнсығыштағы Ғай ҡалалары араһына ҡорҙо. Ибрам ошонда Раббыға ҡорбан усағы эшләп, Раббы исеменә доға бағышланы.

9 Ибрам тағы юлға сыҡты һәм Негевҡа табан йүнәлде.

10 Был илдә көслө йот булғанлыҡтан, Ибрам Мысырға барып йәшәп торорға булды.

11 Мысырға етеп килгәндә, ҡатыны Сараяға былай тине: – Мин беләм, һин бик матур ҡатынһың.

12 Мысыр кешеләре, һине күрер ҙә: «Был уның ҡатыны», – тип мине үлтерер, һине тере ҡалдырыр.

13 Шуға күрә уларға: «Мин уның һеңлеһемен», – тип әйт. Һинең хаҡҡа мине лә яҡшы ҡабул итерҙәр, һәм мин дә иҫән ҡалырмын.

14 Ибрам Мысырға килеп еткәс, Мысыр кешеләре, ысынлап та, Сараяның ифрат һылыу икәнен күрҙеләр.

15 Ҡатынды күргән һарай әһелдәре уның матурлығы хаҡында фирғәүенгә еткерҙе. Сараяны фирғәүендең һарайына алдылар.

16 Сарая арҡаһында фирғәүен Ибрамға яҡшы мөнәсәбәттә булды. Ибрамдың эштәре көйләнде: уның һарыҡтары, һыйырҙары, ишәктәре, ҡолдары менән ҡолиәләре һәм дөйәләре ишәйеп китте.

17 Әммә Раббы Ибрамдың ҡатынын үҙенә алғаны өсөн фирғәүенгә һәм уның һарайындағы кешеләргә ауыр бәлә-ҡазалар ебәрҙе.

18 Фирғәүен Ибрамды үҙ янына саҡырып алды ла: – Ни эшләттең һин мине? Ниңә уның ҡатының икәнен әйтмәнең? – тине. –

19 Ни өсөн уны һеңлем тип әйттең? Һинең һүҙеңә ышанып, мин уға өйләнергә булғайным. Бына ҡатының, ал да кит!

20 Фирғәүен үҙенең кешеләренә әмер бирҙе һәм Ибрамды ҡатыны, бөтә мөлкәте менән оҙатып ебәрҙеләр.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan