Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 11 - Башкирский ВЗ (неполный)


Бабил манараһы

1 Башта донъяла бер тел булып, кешеләр бер үк төрлө һүҙҙәрҙе ҡуллана ине.

2 Көнсығыштан күсеп барғанда кешеләр Шинғар ерендә тигеҙ урын таптылар ҙа шунда урынлаштылар.

3 Бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, балсыҡтан кирбес һуғайыҡ та уны утта яндырайыҡ, – тинеләр. Шулай итеп, улар таш урынына кирбес, ә эзбиз иҙмәһе урынына ер аҫтынан сыҡҡан ҡара ыҫмала ҡуллана башланы.

4 Шунан былай тинеләр: – Ер йөҙө буйлап таралышып бөтмәйек һәм исемебеҙҙе данға күмәйек тиһәк, үҙебеҙгә күккә ашып торған манаралы ҡала төҙөйөк.

5 Раббы әҙәм балалары төҙөп ятҡан ҡала менән манараны ҡарарға тип аҫҡа төштө.

6 – Бер үк халыҡ, бөтәһенең дә телдәре бер төрлө. Бына нимә эшләй башлағандар былар; ниәттәрен ғәмәлгә ашырмайынса туҡтамаясаҡтар! – тине Раббы. –

7 Ергә төшәйек тә телдәрен бутап бөтәйек. Береһенең әйткәнен икенсеһе аңламаһын әйҙә!

8 Раббы уларҙы бөтә ер йөҙөнә таратты – бына шулай улар ҡаланы төҙөүҙән туҡтаны.

9 Шуға күрә был ҡала Бабил тип атала – Раббы унда ерҙәге барса кешеләрҙең телдәрен бутаны һәм ошо урындан уларҙы бөтә ер йөҙөнә сәсте.


Шемдан Ибрамғаса

10 Бына Шемдың нәҫел шәжәрәһе: Туфандан һуң ике йыл үткәс, Шемдың Арпахшад исемле улы тыуҙы.

11 Арпахшад тыуғандан һуң, Шем биш йөҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды.

12 Арпахшадҡа утыҙ биш йәш булғанда, уның улы Шелах тыуҙы.

13 Шелах тыуғандан һуң, Арпахшад дүрт йөҙ ҙә өс йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.

14 Утыҙ йәшендә Шелахтың улы Ғевәр тыуҙы.

15 Ғевәр тыуғандан һуң, Шелах дүрт йөҙ өс йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.

16 Ғевәргә утыҙ дүрт йәш булғанда, улы Пәләг тыуҙы.

17 Пәләг тыуғандан һуң, Ғевәр дүрт йөҙ утыҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.

18 Пәләгкә утыҙ йәш булғанда, улы Реғу тыуҙы.

19 Реғу тыуғандан һуң, Пәләг ике йөҙ туғыҙ йыл йәшәне, уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды.

20 Реғуға утыҙ ике йәш булғанда, улы Серуг тыуҙы.

21 Серуг тыуғандан һуң, Реғу ике йөҙ ете йыл йәшәне; уның тағы улдары һәм ҡыҙҙары булды.

22 Серугка утыҙ йәш булғанда, улы Нахор тыуҙы.

23 Нахор тыуғандан һуң, Серуг ике йөҙ йыл йәшәне; уның тағы улдары һәм ҡыҙҙары булды.

24 Нахорға егерме туғыҙ йәш булғанда, улы Терах тыуҙы.

25 Терах тыуғандан һуң, Нахор йөҙ ҙә ун туғыҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.

26 Етмеш йәшенән һуң Терахтың Ибрам, Нахор һәм Һаран исемле улдары тыуҙы.

27 Бына Терахтың нәҫел шәжәрәһе: Терахтың Ибрам, Нахор һәм Һаран тигән улдары булды. Һарандың Лут исемле улы тыуҙы.

28 Һаран атаһы Терах иҫән саҡта уҡ тыуған ерендә, халдейҙарҙың Ур ҡалаһында, вафат булды.

29 Ибрам менән Нахор өйләнде: Ибрамдың ҡатынының исеме Сарая, ә Нахорҙың ҡатыны Милка исемле ине. Милка менән Иска Һарандың ҡыҙҙары ине.

30 Сарая түлһеҙ булды, бала таба алманы.

31 Терах халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан Ҡәнғән еренә күсеп китте. Үҙе менән улы Ибрамды, ейәне Лутты, Һарандың улын, Ибрамдың ҡатынын – килене Сараяны алды. Харанға еткәс, шунда төпләнеп ҡалдылар.

32 Терах ике йөҙ ҙә биш йәшендә Харанда вафат булды.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan