Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 10 - Башкирский ВЗ (неполный)


Ер йөҙөндәге халыҡтар

1 Бына Нухтың улдары Шем, Хам һәм Йәфәҫтең нәҫел шәжәрәләре. Туфан һыуы ҡайтҡандан һуң, Шем, Хам һәм Йәфәҫтең балалары тыуҙы.

2 Йәфәҫтең улдары: Ғүмәр, Магог, Мадай, Яуан, Тувал, Мәшәх һәм Тирас.

3 Ғүмәрҙең улдары: Ашкеназ, Рифаҫ һәм Тогарма.

4 Яуандың ул-нәҫелдәре: Әлиша, Таршиш, шулай уҡ киттиҙәр һәм доданиҙар.

5 Улар – һәр ҡайһыһы үҙ телдәрендә һөйләшеп, ырыу-ҡәбиләләр булып диңгеҙ ярында үҙ ерҙәрендә йәшәгән Йәфәҫ нәҫелдәре.

6 Хамдың улдары: Куш, Мисраим, Пут һәм Ҡәнғән.

7 Куштың улдары: Сева, Хауила, Савта, Рағма һәм Савтеха. Рағманың улдары: Шева менән Дедан.

8 Куштың тағы Нимрүд исемле улы бар ине, ул ер йөҙөндә иң беренсе батыр булды.

9 Раббы алдында ҡеүәтле аусы ине ул. «Раббы хозурында Нимрүд кеүек оҫта һунарсы» тигән әйтем шунан ҡалған.

10 Тәүҙә уның батшалығына Шинғар ерҙәрендәге Бабил, Әрәх, Аккад, Калне ҡалалары инә ине.

11 Был илдән ул Ашшурға китеп, унда Ниневеға, Реховот-Ирға һәм Калахҡа,

12 шулай уҡ Ниневе менән Калах араһындағы Ресенға – ул бик ҙур ҡала – нигеҙ һалды.

13 Мисраим луди, ғанами, леһави, нафтухи,

14 патруси, каслухи (уларҙан пелештиҙәр тарала) һәм кафториҙарҙың тәүбабаһы булды.

15 Ҡәнғәндең улдары: Сидон (был уның баш балаһы), Хит,

16 шулай уҡ унан йевусиҙәр, әмөриҙәр, гиргашиҙәр,

17 хиууиҙәр, ғарҡиҙар, синиҙар,

18 аруадиҙар, семариҙар һәм хамаҫиҙар тарала. Һуңынан Ҡәнғәндең нәҫел-ырыуы тирә-яҡҡа йәйелде.

19 Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим яғынан Лашағҡа тиклем һуҙыла.

20 Былар – үҙ ерҙәрендә ырыу-ҡабилә булып йәшәгән, үҙ телдәрендә һөйләшкән Хам нәҫелдәре.

21 Йәфәҫтең ағаһы Шемдың да балалары булды. Шем бөтә Ғевәр нәҫеленең атаһы ине.

22 Шемдың улдары: Ғелам, Ашшур, Арпахшад, Луд һәм Арам.

23 Арамдың улдары: Ғус, Хул, Ғәҫәр һәм Маш.

24 Арпахшад – Шелахтың, Шелах – Ғевәрҙең атаһы.

25 Ғевәрҙең ике улы тыуҙы: береһенең исеме – Пәләг – сөнки тап шул ваҡытта ер бүленгәйне, икенсеһенеке – Йоҡтан.

26 Йоҡтан – Алмодад, Шәләҫ, Хасармавеҫ, Ярах,

27 Һадорам, Узал, Диҡла,

28 Ғовал, Авимаил, Шева,

29 Офир, Хауила һәм Йовавтың тәүатаһы. Былар барыһы ла – Йоҡтандан таралған нәҫелдәр.

30 Уларҙың ерҙәре Мешанан көнсығышҡа табан Сефар тауҙарына хәтлем һуҙыла ине.

31 Былар – үҙ ерҙәрендә ырыу-ҡабилә булып йәшәгән, үҙ телдәрендә һөйләшкән Шем нәҫелдәре.

32 Туфандан һуң Нух улдары нәҫеленән сыҡҡан һәм ырыу-ҡәбилә булып ер йөҙөнә таралған халыҡтарҙың нәҫел шәжәрәһе ошо.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan