Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 1 - Башкирский ВЗ (неполный)


Яратылмыш

1 Башта Алла күк менән ерҙе яратты.

2 Әле рәүеше лә булмаған ер буп-буш, ә ҡараңғыға сумған икһеҙ-сикһеҙ даръя һыуҙары өҫтөндә Алланың рухы һиҙелә ине.

3 Алла: «Яҡтылыҡ булһын», – тине. Яҡтылыҡ булды.

4 Алла яҡтылыҡтың яҡшы икәнен күрҙе һәм уны ҡараңғылыҡтан айырҙы.

5 Алла яҡтылыҡты «көн», ә ҡараңғылыҡты «төн» тип атаны. Кис булды, таң атты – беренсе көн булды.

6 Алла: «Һыуҙар араһында көмбәҙ хасил булһын, һыуҙарҙы бер-береһенән айырһын», – тине.

7 Шулай булды: Алла көмбәҙҙе бар ҡылды һәм көмбәҙ аҫтындағы һыуҙарҙы көмбәҙ өҫтөндәге һыуҙарҙан айырҙы.

8 Алла көмбәҙгә «күк» тип исем бирҙе. Кис булды, таң атты – икенсе көн булды.

9 Алла: «Күк аҫтындағы һыу бер урынға йыйылһын да, ҡоро тупраҡ күренһен», – тине. Шулай булды.

10 Алла ҡоро урынға «ер» тип исем бирҙе, ә йыйылған һыуҙарҙы «диңгеҙ» тип атаны. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.

11 Алла: «Ерҙән үҫемлектәр – орлоҡ бирә торған үләндәр һәм емешендә орлоғо булған төрлө ағастар үҫеп сыҡһын, орлоҡтары ергә сәселһен», – тине. Шулай булды.

12 Ер үҫемлектәр – орлоҡ бирә торған үләндәр һәм емешендә орлоғо булған төрлө ағастар үҫтерҙе. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.

13 Кис булды, таң атты – өсөнсө көн булды.

14 Алла: «Күк көмбәҙендә көндө төндән айырған яҡтыртҡыстар булһын. Улар байрамдарҙы, көндәрҙе һәм йылдарҙы күрһәтһен, – тине. –

15 Әйҙә улар күк көмбәҙенән нур һибеп, ер өҫтөн яҡтыртып торһон». Шулай булды.

16 Ҙурырағы – көн, бәләкәйерәге төн менән идара итһен өсөн Алла ике ҙур яҡтыртҡыс яратты, йәнә йондоҙҙар хасил итте.

17-18 Ер йөҙөн яҡтыртһын, көн менән төнгә идара итһен һәм яҡтыны ҡараңғылыҡтан айырып торһон өсөн, Алла уларҙы күк көмбәҙенә урынлаштырҙы. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.

19 Кис булды, таң атты – дүртенсе көн булды.

20 Алла: «Һыу тере йән эйәләре менән тулһын, ә ер өҫтөндә, күк көмбәҙе аҫтында, ҡоштар осоп йөрөһөн», – тине.

21 Алла ғәләмәт ҙур диңгеҙ хайуандарын һәм һыуҙа ҡайнап-мыжғып торған һәр төрлө йән эйәләрен, төрлө-төрлө ҡанатлы ҡоштарҙы бар ҡылды. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.

22 Алла уларға фатихаһын биреп былай тине: «Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, диңгеҙ һыуҙарында тулып-мыжғып тороғоҙ; ә ер йөҙөндә ҡош-ҡорт күбәйгәндән-күбәйһен».

23 Кис булды, таң атты – бишенсе көн булды.

24 Алла: «Ер үҙендә һәр төрлө йән эйәләрен – мал-тыуар, һөйрәлеүселәр һәм кейек-януарҙар барлыҡҡа килтерһен», – тине. Шулай булды.

25 Алла төрлө-төрлө кейек-януарҙар, мал-тыуар һәм ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән һәр төрлө һөйрәлеүсе йәнлектәрҙе хасил итте. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.

26 Алла әйтте: «Үҙ сүрәтебеҙҙә һәм Үҙебеҙгә оҡшатып кешене бар ҡылайыҡ. Ул диңгеҙҙәрҙәге балыҡтарға, һауалағы ҡоштарға, мал-тыуарға, бөтә ер йөҙөнә, ер өҫтөндәге барлыҡ тереклек һәм һөйрәлеүселәргә хаким булһын».

27 Алла кешене Үҙ рәүешендә, Аллаға оҡшатып яратты – Алла уларҙы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп яратты.

28 Алла уларға фатиха ҡылып әйтте: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ. Диңгеҙҙәрҙәге балыҡтар, һауалағы ҡоштар һәм ерҙәге бөтә йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ итегеҙ».

29 Алла тағы ла былай тине: «Бына Мин һеҙгә орлоҡло бөтә үҫемлектәрҙе, эсендә орлоғо булған төрлө емеш ағастарын бирәм. Улар һеҙгә ризыҡ булыр.

30 Ә кейектәргә, ҡош-ҡортҡа һәм ерҙәге бөтә йәнлектәргә – эсендә йәне булған һәр нәмәгә – аҙыҡ итеп йәшел үлән бирәм». Шулай булды.

31 Алла Үҙе бар ҡылған донъяны байҡаны – ул бик яҡшы ине. Кис булды, таң атты – алтынсы көн булды.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan