Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Яҡуб 3 - Инжил


Тел

1 Имандаштарым, бөтәгеҙ ҙә остаз булырға ынтылмағыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит: өйрәтеүсе булараҡ, беҙ башҡаларға ҡарағанда ҡатыраҡ хөкөм ителәсәкбеҙ.

2 Бөтөнөбөҙ ҙә күп хаталар яһайбыҙ. Һүҙендә абынмаған кеше – камил, ул үҙенең бөтә тәнен тыя ала.

3 Әгәр ҙә беҙ буйһондорор өсөн аттарҙы ауыҙлыҡлайбыҙ икән, аттарҙың тотош кәүҙәһе менән идара итә алабыҙ.

4 Бына караптарҙы ла, ни тиклем ҙур булмаһындар һәм көслө ел тарафынан ҡыуып йөрөтөлмәһендәр, бәләкәс кенә ҡойроҡ ишкәге ярҙамында ҡойроҡсо теләгән яҡҡа бора.

5 Тел дә шулай уҡ, кескәй генә ағза булһа ла, самаһыҙ маҡтана. Ана ниндәй бәләкәс кенә ут ҙур урманды яндырып ебәрә.

6 Тел дә – ут. Тәнебеҙҙең ағзалары араһында ул – яманлыҡ донъяһы. Ул бөтөн тәнебеҙҙе бысрата һәм бөтә тормошобоҙҙо ялҡынға сорнай, уның үҙен иһә йәһәннәм уты ҡабыҙып ебәрә.

7 Һәр төрлө януарҙарҙы ла, ҡоштарҙы ла, һөйрәлеүселәрҙе лә, диңгеҙ хайуандарын да буйһондороп була, һәм кеше уларҙы буйһондорҙо ла инде.

8 Ә телде бер кем дә буйһондора алмай: тыйылғыһыҙ, яуыз, үлемесле ағыу менән тулы.

9 Телебеҙ менән беҙ Атабыҙ Раббыны данлайбыҙ, шул уҡ тел менән Аллаға оҡшаш итеп яратылған кешеләрҙе ҡарғайбыҙ.

10 Бер үк ауыҙҙан данлау ҙа, ҡарғыш та сыға. Имандаштарым, улай булырға тейеш тугел.

11 Бер үк шишмәнән сөсө лә, тоҙло ла һыу сығамы ни?

12 Имандаштарым, инжир ағасында зәйтүн емеше, ә йөҙөм һабағында инжир үҫәме ни? Тоҙло шишмә лә сөсө һыу бирә алмай.


Ысын аҡыл

13 Һеҙҙең арағыҙҙа ҡайһығыҙ аҡыллы һәм аңлы? Ул быны баҫалҡылығы һәм аҡыл менән ҡылған ғәмәлдәре аша игелекле тормошонда күрһәтһен.

14 Әммә йөрәктәрегеҙҙе әсе көнсөллөк һәм мин-минлек биләһә, маһаймағыҙ һәм хәҡиҡәткә ҡаршы ялғанламағыҙ.

15 Ундай аҡыл юғарынан түгел, ул донъяныҡы, рухи булмаған, ендеке.

16 Ҡайҙа көнсөллөк һәм мин-минлек, шунда тарҡаулыҡ һәм һәр төрлө яман эш хөкөм һөрә.

17 Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, шулай уҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ике йөҙлө түгел.

18 Хаҡлыҡ орлоҡтары тыныслыҡта сәселә һәм был орлоҡтар тыныслыҡ таратыусыларға уңыш килтерә.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan