Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Яҡуб 2 - Инжил


Һәр кемгә тигеҙ ҡарағыҙ

1 Имандаштарым, данлы Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә инаныусылар булараҡ, һәр кемгә тигеҙ ҡарағыҙ.

2 Әйтәйек, һеҙҙең ҡорға ҡупшы кейенгән, алтын балдаҡ таҡҡан кеше һәм шулай уҡ туҙған кейемле фәҡир килеп инде, ти.

3 Һеҙ бай кейемлегә күберәк иғтибар күрһәтеп: «Һин, рәхим итеп, бына бында, яҡшы урынға ултыр», – тиһәгеҙ, ә фәҡиргә: «Ана тегендә баҫып тор» йәки «Иҙәнгә, аяғым осона ултыр», – тип әйтһәгеҙ,

4 һеҙ имандаштар араһында кеше айырып, насар фекергә таяныусы хөкөмдар кеүек булаһығыҙ түгелме?

5 Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?

6 Һеҙ иһә фәҡирҙе кәмһеттегеҙ. Һеҙҙе йәберләгән һәм хөкөм алдына һөйрәгән кешеләр байҙар түгелме ни?

7 Һеҙ йөрөткән Мәсихтең яҡшы исемен шулар хурламаймы ни?

8 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тигән Батшалыҡ ҡанунын үтәйһегеҙ икән, дөрөҫ эшләйһегеҙ.

9 Әгәр ҙә инде кешеләрҙе айырып ҡараһағыҙ, гонаһ ҡылаһығыҙ һәм ҡанун һеҙҙе енәйәтсе булараҡ хөкөм итә.

10 Кемдер ҡанунды тулыһынса үтәп тә, уның бер генә талабын боҙһа ла, ул бөтә ҡанунды боҙоуҙа ғәйепле.

11 Сөнки: «Зина ҡылма», – тигән Алла шулай уҡ: «Үлтермә», – тип тә әйткән. Әгәр ҙә зина ҡылмаһаң, ләкин үлтерһәң, һин ҡанунды боҙоуҙа ғәйеплеһең.

12 Иреклек ҡануны буйынса хөкөм ителәһе кеше булараҡ һөйләгеҙ һәм ғәмәл ҡылығыҙ.

13 Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөм өҫтөнән тантана итә.


Иман һәм ғәмәлдәр

14 Кемдер: «Мин иман тотам», – тип әйтә, ләкин быны эштәре менән күрһәтмәй икән, бынан ни файҙа, имандаштарым? Был иман уны ҡотҡара алырмы?

15 Әгәр, имандаш ир-ат йәки ҡатын-ҡыҙ кейемдән һәм көндәлек ризыҡтан мәхрүм булып,

16 арағыҙҙан кемдер: «Иҫән-һау йөрөгөҙ. Йылынығыҙ һәм туйғансы ашағыҙ!» – тип әйтһә, әммә уларға тереклек өсөн кәрәкле нәмәләрҙе бирмәһә, бынан ни файҙа?

17 Иман менән дә шулай. Ғәмәле булмаһа, ул үҙенән-үҙе үле.

18 Ләкин кемдер: «Һинең иманың бар һәм минең ғәмәлдәрем бар», – тиер. Һин миңә үҙеңдең иманыңды ғәмәлдәрҙән башҡа күрһәт һәм мин һиңә үҙ иманымды ҡылған ғәмәлдәрем аша күрһәтермен.

19 Һин Алланың бер булыуына ышанаһыңмы? Яҡшы! Ендәр ҙә быға ышана һәм ҡалтырашып тора.

20 Эй буш бәндә! Ғәмәлһеҙ имандың файҙаһыҙ булыуына дәлилдәр теләйһеңме?

21 Атабыҙ Ибраһим, улы Исхаҡты ҡорбан килтереү урынына ятҡырғас, ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында аҡланмағанмы ни?

22 Күреүеңсә, уның иманы ғәмәлдәре менән бергә эш иткән һәм шул эштәре аша уның иманы камиллашҡан.

23 Изге Яҙмалағы: «Ибраһим Аллаға ышанды һәм бының менән ул хаҡ һаналды» – тигән һүҙҙәр раҫланды һәм ул Алланың дуҫы тип аталды.

24 Күрәһегеҙме, кеше Алла тарафынан иманына ғына түгел, ә ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап та аҡлана.

25 Фәхишә Рахав та, хәбәрселәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп һәм уларға бүтән юлдан китергә ярҙам итеп, ҡылған ғәмәле арҡаһында Алла тарафынан аҡланмағанмы ни?

26 Шулай уҡ, рухһыҙ тән үле булған кеүек, ҡылынған ғәмәлдән башҡа иман да үле.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan