Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Яхъя 7 - Инжил


Ғайса һәм Уның ҡустылары

1 Бынан һуң Ғайса Галилея буйлап йөрөнө. Йәһүд башлыҡтары Уны үлтерергә ниәтләгәнлектән, Йәһүҙиәгә бармаҫҡа булды.

2 Йәһүдтәрҙең Сатыр Ҡороу байрамы яҡынлашҡас,

3 ҡустылары Уға: – Был ерҙән кит, Йәһүҙиәгә бар! Эштәреңде ундағы шәкерттәрең дә күрһен.

4 Әгәр кеше үҙен танытырға теләй икән, ул эшен йәшереп башҡармай. Һин шундай эштәр ҡылаһың икән, Үҙеңде донъяға күрһәт! – тинеләр.

5 Уға хатта ҡустылары ышанмай ине.

6 – Минең ваҡытым етмәгән әле, ә һеҙҙең өсөн һәр ҡасан да ваҡыт.

7 Донъя һеҙгә нәфрәт менән ҡарамай, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам.

8 Һеҙ был байрамға барығыҙ, ә Мин йөрөмәйем, ваҡытым етмәне әле. –

9 Ғайса, шулай итеп, Галилеяла ҡалды.


Ғайса Сатыр Ҡороу байрамында

10 Әммә ҡустылары киткәс, Үҙенә иғтибар йәлеп итмәйенсә, йәшерен рәүештә Ғайса ла байрамға китте.

11 Йәһүд башлыҡтары иһә: «Ул ҡайҙа икән?» – тип һорашып, Уны байрам ваҡытында эҙләп йөрөнө.

12 Уның тураһында халыҡ араһында күп һүҙҙәр таралды. «Ул яҡшы Кеше», – тине берәүҙәр, ә икенселәр: «Юҡ, Ул халыҡты юлдан яҙҙыра», – тип ҡаршы төштө.

13 Әммә, башлыҡтарҙан ҡурҡып, бер кем дә Уның хаҡында асыҡ ҡына итеп һөйләмәне.

14 Байрамдың уртаһы еткәндә Ғайса Алла Йортона инеп өйрәтә башланы.

15 Йәһүдтәр: – Был Кеше, бер ерҙә лә уҡымайынса, Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? – тип ғәжәпләнде.

16 Ғайса: – Өйрәткәндәрем Үҙемдән түгел, ә Мине Ебәреүсенән.

17 Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәрем Аллананмы әллә Минең Үҙемдән һөйләнеләме икәнен белер.

18 Үҙ исеменән һөйләгән үҙенә дан эҙләй, ә үҙен ебәреүсенең данын эҙләгән кеше иһә эскерһеҙ, һәм уның күңелендә ялғанға урын юҡ.

19 Муса һеҙгә ҡанун бирҙе түгелме? Әммә берегеҙ ҙә ҡанунды үтәмәйһегеҙ. Юғиһә ни өсөн һеҙ Мине үлтерергә теләйһегеҙ? – тип һораны.

20 – Һиңә ен эйәләшкәнме әллә? – тине кешеләр. – Кем Һине үлтерергә теләй?

21 Ғайса һүҙен дауам итте: – Мин шәмбе көндө бер генә эш ҡылдым, һеҙ шуға аптырайһығыҙ.

22 Муса һеҙгә сөннәт бирҙе (дөрөҫ, был Мусанан түгел, атай-олатайҙарҙан килә), һәм һеҙ шәмбе көндө лә ир баланы сөннәткә ултыртаһығыҙ.

23 Әгәр ҙә, Муса ҡануны боҙолмаһын тип, шәмбе көндө лә ир бала сөннәтләнә икән, ниңә һеҙ шәмбе көндө бер кешене тулыһынса һауыҡтырғаным өсөн Миңә асыу тотаһығыҙ?

24 Тыш яҡтан нисек күренеүенә ҡарап хөкөм итмәгеҙ, хаҡлыҡ менән хөкөм итегеҙ!


Ғайса – Мәсихме?

25 Шунда ҡайһы бер Иерусалим кешеләре: – Йәһүд башлыҡтары үлтерергә теләгән Кеше түгелме һуң был?

26 Ана, Ул асыҡтан-асыҡ һөйләй, ә тегеләр Уға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәй. Әллә башлыҡтар Уны ысынлап та Мәсих тип уйлаймы икән?

27 Ләкин беҙ был кешенең кемлеген беләбеҙ. Ә инде Мәсихкә килгәндә, Уның ҡайҙан икәнен бер кем дә белмәҫ, – тинеләр.

28 Ғайса, Алла Йортонда өйрәтеүен дауам итеп, көслө тауыш менән: – Һеҙ Минең кем икәнлегемде лә, ҡайҙан килеүемде лә беләһегеҙ. Ләкин Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ебәреүсе – ысын Алла ул. Уны һеҙ белмәйһегеҙ.

29 Ә Мин беләм, сөнки Мин Унан килдем, Мине Ул ебәрҙе! – тине.

30 Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның ваҡыты килеп етмәгәйне әле.

31 Халыҡ араһында иһә күптәр Уға ышанды һәм: «Мәсих килгәс, был Кешегә ҡарағанда күберәк мөғжизәләр күрһәтә алырмы икән?» – тиеште.

32 Фарисейҙар халыҡтың Ғайса тураһында шулай бәхәсләшкәнен ишетте. Улар, баш руханиҙар менән бергәләп, Уны ҡулға алырға Алла Йорто һаҡсыларын ебәрҙе.

33 Шунда Ғайса: – Мин һеҙҙең арағыҙҙа оҙаҡ булмам, тиҙҙән Үҙемде Ебәреүсе янына кире ҡайтасаҡмын.

34 Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.

35 Йәһүдтәр: – Беҙ таба алмаҫлыҡ ниндәй урынға китмәксе була икән? Бәлки, Ул гректар араһында йәшәгән беҙҙең кешеләр янына барырға һәм унда гректарҙы өйрәтергә йыйыналыр?

36 Уның: «Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ», – тигән һүҙҙәре нимәне аңлата икән? – тип үҙ-ара һөйләштеләр.

37 Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫып көслө тауыш менән иғлан итте: – Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен!

38 Кем Миңә инана, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Уның күңел түренән йылғалар булып тере һыу ағасаҡ».

39 Ул быны Үҙенә инанғандар аласаҡ Рух хаҡында әйтте. Был ваҡытта уларға Изге Рух бирелмәгәйне әле, сөнки Ғайса күккә тиклем күтәрелмәгәйне һәм Уға данлы бөйөклөк бирелмәгәйне.

40 Уның һүҙҙәрен ишеткән кешеләрҙең ҡайһы берҙәре: – Был ысынлап та вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр!

41 Икенселәре: – Ул – Мәсих, – тине. Башҡалары уларға ҡаршы төштө: – Мәсих Галилеянан килер микән?

42 Изге Яҙмала: «Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Вифлеемдан киләсәк», тип яҙылған бит.

43 Шулай итеп, Ғайса хаҡында халыҡ араһында бәхәс ҡупты.

44 Ҡайһы берҙәре Уны тотоп алырға ла теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул тейҙермәне.

45 Һаҡсылар Ғайсаһыҙ ғына әйләнеп ҡайтҡас, баш руханиҙар һәм фарисейҙар: – Ни өсөн Уны тотоп алып килмәнегеҙ? – тип һораны.

46 – Ул Кеше кеүек берәүҙең дә һөйләгәне юҡ, – тип яуап бирҙе һаҡсылар.

47 – Әллә һеҙ ҙә алдандығыҙмы? – тине фарисейҙар.

48 – Башлыҡтарҙың йәки фарисейҙарҙың берәйһе Уға инандымы ни?

49 Ә ҡанунды белмәгән был халыҡ ҡарғалған.

50 Араларынан береһе – элегерәк Ғайса янында булып киткән Никодим – уларҙан:

51 – Беҙҙең ҡанун кешене тәүҙә тыңламайынса һәм уның нимә ҡылғанын асыҡламайынса уны хөкөм итергә рөхсәт бирәме ни? – тип һораны.

52 Уға: – Әллә һин дә Галилеянанмы? Яҙмаларҙы тикшереп ҡараһаң, аңларһың: Галилеянан бер ниндәй ҙә пәйғәмбәр сыҡмаясаҡ, – тип яуап бирҙеләр.

53 Шунан барыһы ла өйҙәренә таралышты.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan