Яхъя 5 - ИнжилБыуа буйында һауыҡтырыу 1 Бынан һуң Ғайса йәһүдтәрҙең Иерусалимда үткән байрамына китте. 2 Иерусалимда Һарыҡ Ҡапҡаһы янында йәһүдсә Вифезда тип аталған бер быуа бар ине. Уның тирәләй урынлашҡан бағаналы биш залында 3 бик күп ауырыуҙар – һуҡырҙар, аҡһаҡтар, паралич һуҡҡан кешеләр [һыу ҡуҙғалыуын көтөп] ятҡан. 4 [Ваҡыты-ваҡыты менән Раббының бер фәрештәһе быуаға төшөп һыуҙы болғатҡан, һыу болғаныу менән уға беренсе булып төшкән кеше теләһә ниндәй сирҙән һауыҡҡан булған.] 5 Унда утыҙ һигеҙ йыл буйы ауырыған берәү бар ине. 6 Ғайса, ул кешене күреп һәм уның шул тиклем оҙаҡ ауырығанын белеп, унан: – Һауығырға теләйһеңме? – тип һораны. 7 – Эйе, Әфәндем, – тип яуапланы ауырыу, – ләкин һыу болғанған ваҡытта мине быуаға төшөрөр кешем юҡ шул. Мин унда барып еткәнсе, башҡа берәү төшөп өлгөргән була. 8 – Тор, түшәгеңде ал да атлап кит, – тине уға Ғайса. 9 Теге кеше шунда уҡ һауыҡты ла, түшәген алып атлап китте. Был хәл шәмбе көнөндә булды. 10 Шунлыҡтан йәһүдтәр уға: – Бөгөн шәмбе, ҡанун һиңә түшәк күтәреп йөрөргә рөхсәт итмәй, – тинеләр. 11 Әммә ул: – Мине һауыҡтырған Кеше: «Түшәгеңде ал да атлап кит», – тип әйтте, – тине. 12 – Һиңә: «Түшәгеңде ал да атлап кит», – тигән кем Ул? – тип һоранылар. 13 Ләкин һауыҡҡан кеше Уның кемлеген белмәй ине, сөнки Ғайса халыҡ араһына инеп юғалғайны. 14 Аҙаҡ Ғайса уны Алла Йортонда осратып: – Бына һин һауыҡтың. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, башҡаса гонаһ ҡылма, – тине. 15 Ул кеше йәһүдтәрҙең башлыҡтары ҡаршыһына барып, үҙен Ғайсаның һауыҡтырыуын һөйләп бирҙе. «Атаһы ни ҡылһа, Улы шуны эшләр» 16 Был эште шәмбе көн башҡарғаны өсөн, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны эҙәрлекләй башланы. 17 – Минең Атам һәр ваҡыт эш өҫтөндә булғанға күрә, Мин дә эшләйем, – тип яуап бирҙе Ул. 18 Был һүҙҙәрҙән һуң йәһүдтәр Уны тағы ла нығыраҡ үлтерергә теләне, сөнки Ул шәмбе көнөн боҙоп ҡына ҡалманы, ә Алланы Үҙенең Атаһы тип атап, Үҙен Аллаға тиңләне. 19 Ғайса уларға былай яуапланы: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Атаһының ни эшләгәнен күрмәй тороп, Улы Үҙе һис ни башҡара алмаҫ. Атаһы ни ҡылһа, Улы ла шуны эшләр. 20 Сөнки Ата Үҙенең Улын ярата һәм Үҙе эшләгән һәр эшен уға күрһәтеп башҡара. Ул һеҙҙең иҫегеҙ китерлек бынан да ҙурыраҡ эштәрҙе күрһәтер. 21 Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә. 22-23 Ата бер кемде лә хөкөм итмәй, ә Үҙенә хөрмәт күрһәткән кеүек Улын да һәр кем ихтирам итһен өсөн, Ул бөтә хөкөмдө Улына тапшырҙы. Кем Улын ихтирам итмәй – шул Уны ебәргән Атаға ла хөрмәт күрһәтмәй. 24 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул Хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте. 25 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Улының тауышын ишеткәс, үлеләр тереләсәк ваҡыт етеп килә һәм ул килеп етте лә инде! 26 Үҙендә тормош булған кеүек, Улына ла Үҙ-Үҙендә тормошҡа эйә булыу ҡөҙрәте бирҙе 27 һәм хөкөм итеү вәкәләтен бирҙе, сөнки Ул – Әҙәм Улы. 28 Быға ғәжәпләнмәгеҙ, сөнки ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһенең Алла Улының тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә. 29 Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ: яҡшылыҡ эшләгәндәр – йәшәү өсөн, ә яуызлыҡ эшләгәндәр – хөкөм ителеү өсөн тереләсәк. 30 Мин Үҙемдән-Үҙем бер ни ҙә эшләй алмайым. Нисек ишетәм, шулай хөкөм итәм, һәм Минең хөкөмөм – ғәҙел, сөнки Мин Үҙ ихтыярымды түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәргә тырышам. Ғайса хаҡында шаһитлыҡтар 31 – Әгәр ҙә Үҙем хаҡымда Үҙем шаһитлыҡ ҡылам икән, Минең һүҙҙәрем бер ни ҙә тормаҫ ине. 32 Ләкин Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылған башҡа Берәү бар, Мин беләм: Уның шаһитлығы хаҡ. 33 Һеҙ Яхъя ҡаршыһына үҙегеҙҙең кешеләрегеҙҙе ебәрҙегеҙ һәм ул хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылды. 34 Ләкин Мин кешеләрҙең шаһитлығына мохтаж түгел, быларҙы һеҙҙең ҡотолоуығыҙ өсөн һөйләйем. 35 Яхъя янып һәм балҡып торған яҡтыртҡыс ине, ә һеҙ уның яҡтылығына аҙ ваҡытҡа ғына ҡыуанырға теләнегеҙ. 36 Әммә Минең шаһитлығым Яхъяныҡынан ҙурыраҡ: ул – Атамдың Миңә башҡарырға биргән эштәре. Башҡарған шул эштәрем Минең Атам тарафынан ебәрелеүемде раҫлай. 37 Мине ебәргән Атам Үҙе лә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылды. Һеҙ Уның тауышын бер ҡасан да ишетмәнегеҙ, йөҙ-ҡиәфәтен күрмәнегеҙ 38 һәм күңелдәрегеҙҙә Уның һүҙе юҡ, сөнки Ул ебәргән Затҡа ышанмайһығыҙ. 39 Һеҙ, мәңгелек тормошто табырға уйлап, Изге Яҙмаларҙы тикшерәһегеҙ. Ә бит уларҙа Минең хаҡта һүҙ бара! 40 Әммә, тормош алыр өсөн, Минең яныма килергә теләмәйһегеҙ. 41 Мин кешеләрҙең данлауына мохтаж түгел. 42 Шуны беләм: һеҙҙә Аллаға ҡарата мөхәббәт юҡ! 43 Мин Атам исеменән килдем – һеҙ Мине ҡабул итмәйһегеҙ, әммә үҙ исеменән килгән башҡа берәүҙе ҡабул итерһегеҙ. 44 Һеҙ бер-берегеҙҙән дан ҡаҙанырға тырышаһығыҙ, берҙән-бер Алланан булған маҡтауҙы эҙләмәйһегеҙ. Шулай булғас, нисек итеп иман тота алырһығыҙ? 45 Атам алдында һеҙҙе ғәйепләр тип уйламағыҙ. Һеҙҙең ғәйепләүсегеҙ бар – үҙегеҙ өмөт бағлаған Муса. 46 Әгәр ҙә Мусаға ышанһағыҙ, Миңә лә ышаныр инегеҙ, сөнки ул Минең хаҡта яҙҙы. 47 Уның яҙғандарына ышанмағас, Минең һүҙҙәремә нисек ышанырһығыҙ? |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia