Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Яхъя 3 - Инжил


Ғайса һәм Никодим

1 Йәһүд башлыҡтары араһында Никодим атлы бер фарисей бар ине.

2 Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнлегеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.

3 Ғайса уға: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.

4 – Кеше инде ҡартайып бөткәс нисек итеп яңынан тыуа алһын? – тип аптыраны Никодим. – Ул әсәһе ҡарынына ҡабат инеп, икенсе тапҡыр тыуа аламы ни?

5 Ғайса былай тип яуапланы: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше һыуҙан һәм Рухтан тыумаһа, Алла Батшалығына инә алмаҫ!

6 Тәндән тыуған – тән; Рухтан тыуған – рух.

7 Минең һиңә: «Һеҙ юғарынан тыуырға тейеш», – тип әйтеүемә ғәжәпләнмә.

8 Ел ҡайҙа теләй, шунда иҫә, һин уның тауышын ишетәһең, ләкин ҡайҙан килеп ҡайҙа киткәнен белмәйһең. Рухтан тыуған һәр кем менән дә шулай була.

9 Никодим Унан: – Нисек улай була алһын? – тип һораны.

10 – Һин, Израиль халҡы мөғәллиме була тороп, шуларҙы белмәйһеңме ни? – тине Ғайса. –

11 Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: беҙ ни белһәк, шуны һөйләйбеҙ; ни күрһәк, шуға шаһитлыҡ ҡылабыҙ; ә һеҙ беҙҙең шаһитлығыбыҙҙы ҡабул итмәйһегеҙ.

12 Ерҙәге хәлдәр тураһында һөйләгәнемә ышанмайһығыҙ икән, күктәгеләре хаҡында һөйләһәм, нисек ышанырһығыҙ?

13 Ә бит күккә күтәрелгән һәм күктән төшкән Әҙәм Улынан башҡа берәүҙең дә унда күтәрелгәне юҡ.

14-15 Әҙәм Улына инанған һәр кем мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Муса сүлдә баҡыр йыланды күтәргән кеүек, Әҙәм Улы ла шулай күтәрелергә тейеш.

16 Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе.

17 Алла Үҙенең Улын донъяны хөкөм итергә тип түгел, ә донъя Уның аша ҡотолһон өсөн донъяға ебәрҙе.

18 Улына инаныусы хөкөм ителмәй, ә инанмаусы хөкөм ителде инде, сөнки ул Алланың берҙән-бер Улына ышанманы.

19 Ә хөкөм бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, әммә кешеләр, эштәре яман булғанлыҡтан, яҡтылыҡ урынына ҡараңғылыҡты яратты.

20 Яуызлыҡ ҡылған һәр кем яҡтылыҡҡа нәфрәтле һәм, үҙенең яман эштәре асылыуҙан ҡурҡып, яҡтылыҡҡа килмәй.

21 Ә дөрөҫлөк буйынса эш итеүсе, эштәренең Алла аша башҡарылғаны күренеп торһон өсөн, яҡтылыҡҡа килә.


Яхъяның Ғайса хаҡындағы шаһитлығы

22 Шунан һуң Ғайса шәкерттәре менән бергә Йәһүҙиә еренә китте. Унда бер ни тиклем ҡалып, халыҡты һыуға сумдырҙы.

23 Яхъя ла Сәлим янындағы мул һыулы Енонда килгән кешеләрҙе һыуға сумдыра ине.

24 Ул ваҡытта Яхъя төрмәгә ябылмағайны әле.

25 Яхъяның шәкерттәре менән бер йәһүд кешеһе араһында таҙарыныу йолаһы хаҡында бәхәс сыҡты.

26 Улар Яхъяға килде: – Остаз, Иордан аръяғында һинең менән булған һәм һин Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылған Кеше – Ул да халыҡты һыуға сумдыра, һәм бөтәһе лә Уның янына бара.

27 Яхъя былай тип яуапланы: – Күктән бирелмәһә, кеше бер нәмә лә ала алмай.

28 Һеҙ минең: «Мин Мәсих түгел, әммә мин Уның алдынан ебәрелдем», – тип әйткәнемде ишеткән шаһиттар.

29 Кейәүҙең кәләше бар. Дуҫы ла янында тора һәм, уның тауышын ишетеп, дуҫы ыңғайына ҡыуана. Мин дә быға һөйөнәм, шуға күрә күңелем шатлыҡҡа тулған.

30 Ул үҫергә, мин кесерәйергә тейеш.

31 Юғарынан Килеүсе һәр кемдән өҫтөн. Ерҙә тыуған иһә ерҙеке, уның һүҙе лә ерҙәгесә. Әммә күктән Килеүсе – һәммәһенән өҫтөн.

32 Ул Үҙе күргән һәм ишеткәндәре хаҡында шаһитлыҡ ҡыла, ләкин Уның һүҙҙәрен бер кем дә ҡабул итмәй.

33 Уның һүҙҙәрен ҡабул иткән кеше иһә бының менән Алланың хаҡ булыуын раҫлай.

34 Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.

35 Ата Үҙенең Улын ярата һәм барыһын да Уның ҡулына тапшырған.

36 Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan