Яхъя 17 - ИнжилҒайсаның доғаһы 1 Ғайса ошо һүҙҙәрҙән һуң күккә күтәрелеп ҡараны ла: – Атам! Минең ваҡытым етте. Улың Һинең данлы бөйөклөгөңдө күрһәтһен өсөн, Улыңдың бөйөклөгөн күрһәт, – тине. – 2 Ул Һин ышанып тапшырған кешеләргә мәңгелек тормош бирһен тип, Уға барлыҡ кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ бирҙең бит. 3 Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош. 4 Мин, Һин тапшырған эште башҡарып сығып, ерҙә һинең данлы бөйөклөгөңдө күрһәттем. 5 Ә хәҙер, Атам, донъя яратылғанға тиклем Һинең менән бергә булғандағы данлы бөйөклөгөмдө Үҙ ҡаршыңда кире ҡайтарып бир. 6 Һин донъянан алып Миңә тапшырған кешеләргә Һинең исемеңде асып бирҙем. Улар Һинеке ине, Һин уларҙы Миңә бирҙең. Улар Һинең һүҙеңде тотто һәм 7 хәҙер Һин Миңә биргән бар нәмәнең Һинән килгәнен беләләр. 8 Һин әйткән һүҙҙәрҙе Мин уларға еткерҙем, улар ҡабул итте. Минең ысынлап та Һинән килеүемде танып, Мине Һин ебәргәнгә ышандылар. 9 Мин улар өсөн үтенәм. Донъя өсөн түгел, ә Һин Миңә биргән кешеләр өсөн үтенәм, сөнки улар Һинеке. 10 Минең нимәм бар, улар – Һинеке, ә Һинең булған нәмәң – Минеке. Шулар арҡылы Минең бөйөклөгөм күрһәтелде. 11 Мин инде донъяла түгел, Мин Һинең яныңа китәм, ә улар донъяла ҡала. Изге Атам! Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһындар өсөн, уларҙы Үҙ исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡла. 12 Улар менән бергә булған саҡта Мин уларҙы Һинең исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡлап тоттом. Мин уларҙы һаҡланым һәм, Изге Яҙмала әйтелгән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн, һәләк булырға тейешлеһенән башҡа береһе лә юғалманы. 13 Хәҙер инде Мин Һинең яныңа киләм. Был һүҙҙәрҙе, улар Минең шатлығымды тулыһынса уртаҡлашһын өсөн, донъяла ваҡытымда һөйләйем. 14 Мин уларға Һинең һүҙеңде еткерҙем һәм донъя уларға нәфрәтләнде, сөнки Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел. 15 Мин Һинән уларҙы донъянан алыуыңды түгел, ә Иблистән һаҡлауыңды үтенәм. 16 Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел. 17 Уларҙы Үҙ хәҡиҡәтең менән Үҙеңә бағышла, ә хәҡиҡәт – Һинең һүҙең. 18 Һин Мине донъяға ебәргән кеүек, Мин дә уларҙы донъяға ебәрҙем. 19 Һиңә хәҡиҡәт юлы аша бағышланһындар өсөн, улар хаҡына Һиңә Үҙемде бағышлайым. 20 Ләкин Мин улар өсөн генә түгел, ә уларҙың һүҙе аша Миңә инаныусылар өсөн дә үтенәм. 21 Бөтәһе бер булһын, Һин Миндә һәм Мин Һиндә булған кеүек, Һинең Мине ебәреүеңә донъя инанһын өсөн, улар ҙа беҙҙә булһын. 22 Миңә Һин биргән данды уларға еткерҙем: Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһын: 23 Мин – уларҙа, Һин – Миндә. Шулай, Мине ебәргән булыуыңды һәм Мине яратҡан кеүек уларҙы ла яратыуыңды донъя таныһын өсөн, тулыһынса бер булһындар. 24 Атам! Һин Миңә биргән кешеләрҙең Мин барасаҡ урында Минең менән бергә булыуҙарын теләйем. Улар Һин биргән данлы бөйөклөгөмдө күрһен: Һин бит Миңә донъя яратылғанға тиклем үк мөхәббәтеңде бирҙең. 25 Ғәҙел Атам! Донъя Һине белмәй, ә Һине Мин беләм һәм улар Мине Һин ебәргәнде белә. 26 Һинең Миңә булған яратыуың уларҙа ла йәшәһен һәм Үҙем дә уларҙа йәшәйем тип, Мин Һинең исемеңде уларға белдерҙем һәм белдерәсәкмен. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia