Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Яхъя 14 - Инжил


«Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош»

1 – Борсолмағыҙ! Аллаға ышанаһығыҙ икән, Миңә лә ышанығыҙ!

2 Атам йортонда йәшәр урын күп. Шулай булмаһа, һеҙгә урын эҙләргә китәм, тип әйтмәҫ инемме ни?

3 Барып урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын.

4 Мин бара торған урынға юлды беләһегеҙ.

5 – Хужам! Һинең ҡайҙа китеүең беҙгә билдәһеҙ, шулай булғас, унда барыр юлды ҡайҙан беләйек? – тине Фома.

6 Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була.

7 Мине беләһегеҙ икән, Атамды ла белерһегеҙ. Ошо ваҡыттан башлап һеҙ Уны беләһегеҙ һәм күрҙегеҙ ҙә инде, – тип яуап бирҙе.

8 – Хужам! Беҙгә Атаны күрһәтһәң, беҙ ҡәнәғәт булырбыҙ, – тине Филипп.

9 – Филипп, ни тиклем ваҡыт һеҙҙең менән бергәмен, ә һин Мине белмәйһеңдәме ни? – тине Ғайса. – Мине күргән кеше Атаны ла күргән була. Нисек инде һин: «Беҙгә Атаны күрһәт», – тиһең?

10 Минең – Атала, Атаның Миндә булыуына ышанмайһыңмы ни? Ә бит һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрҙе Мин Үҙемдән һөйләмәйем, Миндәге Атам Үҙенең эштәрен башҡара.

11 Ышанығыҙ: Мин – Атала, Атам – Миндә. Әйткәндәремә ышанмайһығыҙ икән, ҡылған эштәрем арҡылы ышанығыҙ.

12 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Миңә инанған кеше Мин башҡарған эштәрҙе, хатта уларға ҡарағанда ҙурыраҡтарын да башҡарыр, сөнки Мин Атам янына китәм.

13 Исемемде әйтеп нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен; шулай итеп Ата Үҙ данлы бөйөклөгөн Улы аша күрһәтер.

14 Исемемде әйтеп нимә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен.


Ғайса вәғәҙә иткән Изге Рух

15 – Әгәр Мине яратһағыҙ, әмерҙәремде үтәрһегеҙ.

16 Мин Атамдан һорармын һәм Ул һеҙгә бүтән Яҡлаусы бирер, ә Ул мәңге һеҙҙең менән булыр.

17 Ул Яҡлаусы – Хәҡиҡәт Рухы. Донъя Уны күрмәгәнгә һәм белмәгәнгә күрә ҡабул итә алмай, ә һеҙ Уны беләһегеҙ, ул һеҙҙең менән ҡалыр һәм күңелегеҙҙә булыр.

18 Мин һеҙҙе етем ҡалдырмам, яңынан янығыҙға килермен.

19 Тағы аҙ ғына ваҡыт үткәс, донъя Мине күрмәйәсәк, ә һеҙ күрәсәкһегеҙ. Мин йәшәйем икән, һеҙ ҙә йәшәйәсәкһегеҙ.

20 Шул көндө һеҙ Минең – Атамда, үҙегеҙҙең – Миндә һәм Минең һеҙҙә икәнлегемде белерһегеҙ.

21 Әмерҙәремде ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.

22 Йәһүҙә (Искариот түгел) Унан: – Хужам! Ни өсөн Һин Үҙеңде донъяға түгел, ә беҙгә күрһәтергә теләйһең? – тип һораны.

23 Ғайса уға былай тип яуап бирҙе: – Мине яратҡан кеше Минең Һүҙемде тотор. Ул саҡта Атам да уны яратыр һәм Беҙ, уның янына килеп, уның менән бергә йәшәрбеҙ.

24 Мине яратмаған кеше һүҙемде лә тотмай. Ә бит һеҙ ишетә торған һүҙ Минән түгел, ә Мине ебәргән Атанан.

25 Мин быларҙы һеҙҙең менән бергә булғанда уҡ әйткәйнем.

26 Ә Минең исемемдән Атам ебәрәсәк Яҡлаусы – Изге Рух – һеҙҙе һәр нәмәгә өйрәтер һәм Мин һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә хәтерегеҙгә төшөрөр.

27 Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырып, Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ кешеләр биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!

28 Һеҙ Минең: «Һеҙҙән китәм һәм һеҙгә киләсәкмен», – тигәнемде ишеттегеҙ. Әгәр ҙә Мине яратһағыҙ, Атам янына китеүемә ҡыуаныр инегеҙ, сөнки Атам Минән бөйөгөрәк.

29 Мин һеҙгә был һүҙҙәрҙе буласаҡ хәлдәр тормошҡа ашҡанда һеҙ ышанһын өсөн хәҙер һөйләйем.

30 Инде һеҙҙең менән бүтәнсә һөйләшә алмам, сөнки был донъяның хакимы килә. Уның Минең өҫтөмдән хакимлығы юҡ,

31 әммә донъя белһен: Мин Атамды яратам һәм Уның Миңә ҡушҡан әмерҙәренең барыһын да башҡарам. Тороғоҙ, бынан китәйек!

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan