Римдарға 7 - ИнжилҠанун өсөн үлеләр 1 Имандаштар, ҡанунды белгән кешеләр булараҡ, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: әҙәм иҫән ваҡытта ғына ҡанун уның өҫтөнән хакимлыҡ итә. 2 Мәҫәлән, кейәүҙәге ҡатын ире иҫән саҡта ҡанун аша уға бәйле, әммә ире үлһә – иренә бәйләп торған ҡанундан азат ителә. 3 Шуға күрә ире иҫән саҡта башҡа ирҙеке лә булһа, зина ҡылыу тип иҫәпләнә, ә инде ире үлһә, ҡатын әлеге ҡанундан азат, ул бүтәнгә кейәүгә сыға ала һәм был зина ҡылыуға һаналмай. 4 Шуның кеүек һеҙ ҙә, имандаштарым, Аллаға файҙалы хеҙмәт итеү өсөн башҡа Берәүҙеке, йәғни үленән терелтелгән Мәсихтеке булырға, Мәсих тәне арҡылы ҡанунға ҡарата үлдегеҙ. 5 Гонаһлы тәбиғәтебеҙ хакимлығы аҫтында сағыбыҙҙа, ҡанун тәнебеҙҙәге гонаһлы нәфселәрҙе уятты һәм ҡылған бар нәмәләребеҙҙең аҙағы үлем менән тамамланды. 6 Әммә элек беҙҙе бәйләп торған ҡанунға ҡарата үлгәс, был ҡанундан азат булдыҡ һәм хәҙер Аллаға элеккесә – яҙылған ҡанун буйынса түгел, ә яңыса – Рух буйынса хеҙмәт итәбеҙ. Ҡанун һәм гонаһ 7 Ни тип әйтергә һуң? Ҡанун гонаһ буламы ни? Әлбиттә, юҡ! Ҡанун булмаһа, гонаһтың нимә икәнен дә белмәҫ инем. Әгәр ҡанунда: «Башҡаныҡына нәфсеңде һуҙма» тигән тыйыу булмаһа, нәфсенең нимә икәнлеген белмәҫ тә инем. 8 Әммә гонаһ, ошо әмерҙән файҙаланып, миндә һәр төрлө нәфсе теләктәр уятып ебәрҙе, әммә гонаһ ҡанундан башҡа – үле. 9 Ҡасандыр мин ҡанунһыҙ йәшәй инем, ләкин Алланың әмере мәғлүм булғас, гонаһ терелде, 10 һәм мин үлдем. Шулай итеп, йәшәү бирергә тейешле әмер үлем алып килде. 11 Сөнки гонаһ, ошо әмерҙән файҙаланып, мине алдап, уның аша үлемгә килтерҙе. 12 Әммә ҡанун үҙе – изге, әмер ҙә шулай уҡ изге лә, ғәҙел дә, яҡшы ла. 13 Шулай итеп, был яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙеме ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә гонаһ гонаһ рәүешендә танылһын өсөн, ошо ниндәйҙер яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙе. Тимәк, әмер аша гонаһтың сикһеҙ яманлығы күренде. Гонаһ менән көрәшеү 14 Ҡанундың Рух аша бирелгәнлеген беләбеҙ, ә мин иһә гонаһлы тәбиғәтем хакимлығындамын һәм гонаһҡа ҡол итеп һатылғанмын. 15 Үҙемдең ни эшләгәнемде аңламайым, сөнки теләгәнемде түгел, ә күрә алмаған нәмәләрҙе ҡылам. 16 Әгәр ҙә мин үҙем теләмәгәнде эшләйем икән, ҡанун яҡшы тип, уның менән килешәм. 17 Шулай булғас, быларҙы мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла. 18 Миндә, йәғни гонаһлы тәбиғәтемдә, бер генә изгелек тә йәшәмәгәнлеген беләм. Миндә яҡшылыҡ эшләү теләге булһа ла, башҡара алмайым. 19 Эшләргә теләгән изгелекте түгел, ә теләмәгән яуызлыҡты ҡылам. 20 Теләмәгән нәмәне эшләйем икән, мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла. 21 Шулай итеп, үҙем өсөн бына шундай ҡанундың эш итеүен белеп ҡалдым: мин яҡшылыҡ эшләргә теләйем, әммә яманлыҡ ҡылыуҙан арына алмайым. 22 Күңелемдә Алла ҡанунын ихлас хуплайым, 23 әммә тәнемдә башҡа бер ҡанундың эш итеүен күрәм. Ул иһә аҡылым хуплаған ҡанунға ҡаршы көрәшә һәм мине үҙемдәге гонаһ ҡанунына буйһондора. 24 Бәхетһеҙ кешемен мин! Үлемгә дусар иткән был аяныслы хәлемдән берәйһе ҡотҡарырмы? 25 Эйе, һәм шуның өсөн дә мин Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Аллаға рәхмәтлемен. Шулай итеп, аҡылым менән Алла ҡанунына, ә гонаһлы тәбиғәтем менән гонаһ ҡанунына хеҙмәт итәм. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia