Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Римдарға 5 - Инжил


Ғайса ҡаны менән аҡланыу

1 Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арабыҙҙа тыныслыҡ урынлаша.

2 Мәсих беҙгә мәрхәмәт алырға мөмкинлек бирҙе. Иманыбыҙ аша ошо мәрхәмәттә торабыҙ һәм, Алла данын уртаҡлашырбыҙ, тигән өмөт менән ғорурланабыҙ һәм шатланабыҙ.

3 Бының менән генә түгел, кисергән михнәттәребеҙ өсөн дә ғорурланабыҙ, сөнки михнәттең сыҙамлыҡ тыуҙырғанын беләбеҙ.

4 Сыҙамлыҡтан – ныҡлыҡ, ныҡлыҡтан өмөт барлыҡҡа килә.

5 Өмөт иһә алдамай, сөнки Алла Үҙенең мөхәббәтен беҙгә бирелгән Изге Рух аша йөрәктәребеҙгә мул итеп яуҙырған.

6 Беҙ бер ярҙамһыҙ булған саҡта, Мәсих беҙҙең – Алланы һанға һуҡмаусылар өсөн, үлде.

7 Берәүҙең тәҡүә кеше хаҡына ғүмерен бирере икеле, шулай ҙа бәғзе берәүҙең яҡшы әҙәм өсөн үлергә лә әҙер булыуы ихтимал.

8 Әммә Алла беҙгә Үҙ мөхәббәтен шулай иҫбат итте: Мәсих, гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ, беҙҙең өсөн үлде.

9 Шулай итеп, Уның түгелгән ҡаны аша аҡланыуыбыҙ айҡанлы, Алланың асыуынан һис һүҙһеҙ ҡотоласаҡбыҙ.

10 Алланың дошмандары булған сағыбыҙҙа Улының үлеме аша Уның менән килешкәс, инде хәҙер татыулашҡан килеш, Мәсих тормошо аша бигерәк тә ҡотоласаҡбыҙ.

11 Был ғына ла түгел әле, Мәсих аша татыулашыу алғас, Алла өсөн шатлығыбыҙ ҙа Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша.


Атабыҙ Әҙәм һәм Мәсих

12 Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған.

13 Донъяла ҡанунға тиклем үк гонаһ булған, әммә ҡанунһыҙ ерҙә гонаһ иҫәпкә алынмай.

14 Шулай ҙа, Әҙәмдән алып Муса пәйғәмбәр ваҡытына тиклем, Алланың туранан-тура бойороғон боҙоп, Әҙәм кеүек гонаһ ҡылмағандар өҫтөнән дә үлем хакимлыҡ иткән. Әҙәм, ниндәйҙер кимәлдә, килергә тейешле Заттың өлгөһө булып торған.

15 Тик Алланың мәрхәмәт бүләген гонаһ менән сағыштырып булмай. Берәүҙең гонаһы күптәрҙе үлемгә дусар итә икән, ул саҡта Алланың мәрхәмәте лә, бер Кешенең – Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте менән бирелгән бүләк күптәр өсөн бигерәк тә сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә ҙур була.

16 Алла бүләген бер кешенең гонаһы менән сағыштырып булмай: бер енәйәт һөҙөмтәһендә ғәйепле тигән хөкөм ҡарары сығарылды, ә күп енәйәттәрҙән һуң Алла, ғәйеплеләрҙе аҡлап, Үҙенең мәрхәмәтен күрһәтә.

17 Берәүҙең енәйәте арҡаһында шул кеше аша үлем хакимлыҡ итә башлаған икән, мәрхәмәт муллығы һәм аҡланыу бүләге байтаҡҡа ҙурыраҡ. Уны ҡабул иткәндәр бер Кеше – Ғайса Мәсих аша йәшәйәсәк һәм хакимлыҡ итәсәк.

18 Шулай итеп, берәүҙең енәйәте бөтөн кешеләргә хөкөм килтергән кеүек, Берәүҙең хаҡ эше барлыҡ кешеләргә аҡланыу һәм тормош килтерә.

19 Берәүҙең тыңлашмаусанлығы арҡаһында күптәр гонаһҡа төшкән кеүек, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана.

20 Кеше ҡылған енәйәттәрҙең күплеген күрһәтеү өсөн ҡанун индерелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан.

21 Шулай итеп, үҙ ваҡытында кешеләрҙе үлемгә дусар итеп, улар өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ иткән. Хәҙер иһә Алланың мәрхәмәте кешеләрҙе аҡлап хакимлыҡ итә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша мәңгелек тормошҡа килтерә.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan