Римдарға 4 - ИнжилИбраһим өлгөһө 1 Халҡыбыҙҙың нәҫел башлығы Ибраһим тураһында нимә әйтә алабыҙ? Ул нимәгә өлгәште? 2 Ибраһим үҙенең эштәре менән аҡланғанмы һуң? Шулай икән, уның маҡтанырға хаҡы булған, әммә Алла алдында түгел. 3 Изге Яҙмала нимә тип әйтелгән? «Ибраһим Аллаға ышанды һәм бының менән ул хаҡ һаналды». 4 Эшләгән кешегә түләнгән хеҙмәт хаҡы бүләк һымаҡ түгел, ә бирелергә тейешле әжер һанала. 5 Әгәр ҙә кеше үҙенең эштәренә таянмайынса, динһеҙҙәрҙе аҡлаусы Аллаға инана икән, ул иманы менән хаҡ һанала. 6 Шулай уҡ эш-ғәмәлдәренә ҡарамайынса Алла тарафынан хаҡ тип иҫәпләнгән кешенең бәхетле булыуы тураһында Дауыт былай ти: 7 «Яуыз эштәре кисерелгән, гонаһтары бөтөрөлгән кешеләр бәхетле. 8 Раббы тарафынан гонаһтары иҫәпкә алынмағандар бәхетле». 9 Шулай итеп, бәхетле булыу сөннәтлеләргә генә ҡағыламы, әллә сөннәтһеҙҙәргәләме? Беҙ: «Ибраһим үҙенең иманы менән хаҡ һаналды», – тинек. 10 Ҡасан һаналды? Сөннәтле булғасмы, әллә уға тиклемме? Сөннәтләнгәнгә тиклем, ә һуңынан түгел. 11 Уның сөннәткә ултыртылыуы сөннәтһеҙ саҡта уҡ иман менән хаҡ һаналыуҙы раҫлаусы билдә булды. Шуға ла ул сөннәтләнмәгән көйөнсә иман тотоп, хаҡ һаналыусы бөтөн кешеләрҙең рухи атаһы булды. 12 Ибраһим – шулай уҡ сөннәтлеләрҙең дә атаһы, йәғни был йоланы үтәгән генә түгел, ә Ибраһимдың сөннәтләнгәнгә тиклем тотҡан иманы юлынан барыусыларҙың атаһы. Алла вәғәҙәһе иман аша ҡабул ителә 13 Ибраһимға һәм уның тоҡомона донъя вариҫы булыу тураһындағы вәғәҙә ҡанун аша түгел, ә имандан килгән хаҡлыҡ аша бирелде. 14 Әгәр ҙә ҡанун тотоуға таяныусылар Алла вәғәҙә иткән мираҫты алһа, ул саҡта иман мәғәнәһен юғалтыр, вәғәҙә үҙе лә юҡҡа сығыр ине. 15 Ҡанун боҙолоуы Алланың асыуын тыуҙыра. Ҡанун булмаған ерҙә генә енәйәт тә булмай. 16-17 Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәт буйынса булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә көскә эйә булып тора: ҡанунға таяныусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иман тотоусылар өсөн дә. Изге Яҙмала: «Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы итеп ҡуйҙым», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим барыбыҙға ла ата. Ул үлеләрҙе терелтеүсе, булмаған нәмәләрҙе бар итеүсе Аллаға ышанды һәм Алла алдында бөтөнөбөҙ өсөн дә – ата. 18 Ибраһим өмөтһөҙлөктә лә өмөт менән ышанды һәм: «Һинең тоҡомоң бихисап һанлы буласаҡ», – тип әйтелгән һүҙҙәр буйынса күп халыҡтарҙың атаһы булды. 19 Йөҙ йәш тирәһендә тәненең инде үлеп барыуын һәм Сараның бала тыуҙырырға һәләтен юғалтыуын аңлаһа ла, иманда зәғифләнмәне. 20 Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә ул шикләнмәне, киреһенсә, иманда ныҡ булып, Алланы данланы. 21 Алланың биргән вәғәҙәһен үтәй алырына ныҡ ышанды. 22 Бына ни өсөн Ибраһим «хаҡ һаналды». 23 «Хаҡ һаналды» тигән һүҙ уға ҡарата ғына түгел, 24 беҙҙең өсөн дә яҙылған. Раббыбыҙ Ғайсаны үленән терелткән Аллаға инанғанлыҡтан, Алла беҙҙе лә хаҡ һанар. 25 Ғайса иһә беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлемгә тапшырылды һәм аҡланыуыбыҙ хаҡына үленән терелтелде. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia