Римдарға 3 - ИнжилАлланың тоғролоғо 1 Шулай итеп, йәһүд булыуҙың өҫтөнлөгө һәм сөннәтлелектең файҙаһы нимәлә һуң? 2 Өҫтөнлөгө бөтөн яҡлап та ҙур, Алла һүҙе иң элек уларға ышанып тапшырылған. 3 Шулай булғас, ҡайһы берәүҙәр Аллаға тоғролоҡ һаҡламаған икән, ул ваҡытта ни булыр? Тоғро түгеллектәре Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарырмы? 4 Әлбиттә, юҡ. Һәр береһе алдаҡсы булһа ла, Алла Үҙ һүҙенә тоғро. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Һүҙҙәрең хаҡ тип танылыр, һәм хөкөм иткәндә Һин еңерһең». 5 Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтәм.) 6 Әлбиттә, юҡ. Юғиһә Алла донъяны хөкөм итә алмаҫ ине. 7 Ә минең ялғанлауым арҡаһында Алланың хәҡиҡәте асығыраҡ күренеп, Уның даны һаман арта бара икән, ни өсөн һуң әле мин гонаһлы тип хөкөм ителәм? 8 Улай булғас, яҡшылыҡ килһен өсөн яманлыҡ ҡылырға тейеш булып сығабыҙмы? Ҡайһы бер яман һүҙле кешеләр беҙҙе нәҡ шулай әйтә тип тә һөйләй. Ундайҙар үҙҙәренә тәғәйен хөкөмдө алырҙар. Хаҡ кеше юҡ 9 Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтөнөһөнөң дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде. 10 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡ бер кеше лә юҡ, бер генә лә. 11 Аңлы бер кем дә юҡ, Алланы эҙләмәй бер кем дә. 12 Бөтөнөһө лә Алланан ситләште һәм Уға яраҡһыҙ булды; яҡшылыҡ эшләүсе юҡ, бер кем дә юҡ. 13 Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер, телдәре менән алдайҙар, ирендәрендә – йылан ағыуы. 14 Ауыҙҙары ҡарғыш һәм рәнйеш менән тулған. 15 Аяҡтары ҡан ҡойошҡа йәһәттәр, 16 улар булып үткән ерҙә емереклек менән ҡайғы ҡала, 17 именлек юлын белмәйҙәр. 18 Алланан ҡурҡыу – улар өсөн ят төшөнсә». 19 Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен аҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай һәм бөтөн донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала. 20 Ҡанун ҡушҡандарҙы үтәп кенә Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит. Ҡанун гонаһтың ни икәнлеген генә аңлата. Иман аша аҡланыу 21 Әммә хәҙер ҡанундан тыш та Алланың кешеләрҙе аҡлауы асылды, быны ҡанун да, пәйғәмбәрҙәр ҙә раҫлай. 22 Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә, сөнки кешеләр араһында айырма юҡ. 23 Бөтөнөһө лә гонаһ ҡылып, Алла данынан мәхрүм ҡалдылар бит. 24 Шулай ҙа Алла мәрхәмәте менән улар үҙҙәрен гонаһтан йолоп алып ҡалыусы Ғайса Мәсих аша бушҡа аҡланды. 25 Алла Ғайса Мәсихте, Уның ҡаны аша Ғайсаға инаныусыларҙың гонаһтары кисерелһен өсөн, ҡорбан итеп билдәләп ҡуйҙы. Шулай эшләп, элек ҡылынған гонаһтар өсөн яза бирмәйенсә, Ул Үҙенең хаҡлығын иҫбатланы. Оҙаҡ түҙемлек һаҡлап, 26 Ул хәҙер ҙә, беҙҙең ваҡытта ла, Үҙенең хаҡ булыуын күрһәтә: Ул Үҙе хаҡ һәм Ғайсаға инаныусыларҙы аҡлай. 27 Ни менән ғорурлана алабыҙ һуң? Бер ни менән дә. Был ниндәй ҡанун менән башҡарылды? Хеҙмәт талап иткән ҡанун менәнме? Юҡ, иман ҡануны менән. 28 Беҙ кешенең ҡанун талаптарын үтәүе менән түгел, ә иман аша аҡланғанлығын таныйбыҙ. 29 Алла – йәһүдтәрҙең Аллаһы ғынамы? Башҡа халыҡтарҙыҡы ла түгелме ни? Әлбиттә, башҡа халыҡтарҙыҡы ла, 30 сөнки Алла бер. Ул сөннәтлеләрҙе аҡлаған кеүек, сөннәтһеҙҙәрҙе лә иман аша аҡлай. 31 Шулай итеп, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды юҡҡа сығарабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia