Римдарға 16 - ИнжилСәләмдәр 1 Һеҙгә Кенхрейҙағы берҙәмлектең ярҙамсыһы ҡыҙ имандашыбыҙ Фиваны тәҡдим итәм. 2 Ул Раббыныҡы булғанға күрә, уны изгеләргә лайыҡлы булғанса ҡабул итегеҙ һәм тейешле ярҙам күрһәтегеҙ, сөнки ул күптәрҙе, минең үҙемде лә ҡурсаланы. 3 Минең менән бергә Ғайса Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Прискилла менән Акилаға сәләм әйтегеҙ. 4 Улар минең тормошом хаҡына ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтөн берҙәмлектәре лә рәхмәтле. 5 Уларҙың йортонда йыйылыусы берҙәмлеккә лә сәләмдәремде еткерегеҙ. Асия өлкәһендә Мәсихкә беренсе булып инаныусы ҡәҙерле дуҫым Епенетҡа сәләм тапшырығыҙ. 6 Һеҙҙең өсөн күп тырышлыҡтар һалған Мәрйәмгә сәләм әйтегеҙ. 7 Минең менән бергә тотҡонлоҡта булған яҡташтарым Андроник менән Юнияға сәләм тапшырығыҙ. Улар илселәр араһында мөһим урын алып тора, һәм Мәсихкә миңә тиклем үк инанғандар. 8 Раббы мине мөхәббәт ептәре менән бәйләгән ҡәҙерле дуҫым Амплийға сәләм әйтегеҙ. 9 Беҙҙең менән Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Урбанға һәм ҡәҙерле дуҫым Стахийға сәләм белдерегеҙ. 10 Мәсихкә тоғролоғо һыналған Апеллесҡа, Аристовул йортондағыларға сәләм еткерегеҙ. 11 Яҡташым Иродионға сәләм әйтегеҙ, Наркисс йортондағыларҙың Раббыға инаныусыларына сәләм күндерегеҙ. 12 Раббы хаҡына тырышып хеҙмәт итеүсе Трифен менән Трифосҡа ла сәләм. Раббы хаҡына күп тырышлыҡ һалған ҡәҙерле Персидаға сәләмдәремде әйтегеҙ. 13 Раббы тарафынан һайланған Руфты һәм уның әсәһен сәләмләгеҙ. Уның әсәһе миңә лә әсәй кеүек. 14 Асинкрит, Флегонт, Ером, Патров, Ермийға һәм улар менән булған имандаштарға сәләм әйтегеҙ. 15 Филолог менән Юлияға, Нирей менән уның һеңлеһенә, Олимпанға һәм улар менән бергә булған бөтөн изгеләргә сәләм. 16 Бер-берегеҙҙе изге үбеү менән сәләмләгеҙ. Мәсихтең бөтөн берҙәмлектәре һеҙгә сәләм тапшыра. Һуңғы нәсихәттәр 17 Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленеш килтереп сығарыусы һәм тоғро юлдан яҙҙырыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм ундайҙарҙан ситләшегеҙ. 18 Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ҡарындарына хеҙмәт итә. Ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай. 19 Һеҙҙең Һөйөнөслө Хәбәр буйынса йәшәүегеҙ һәммәһенә лә мәғлүм. Шуға күрә мин һеҙҙең өсөн шатланам һәм яҡшылыҡҡа ҡарата зирәк, яманлыҡҡа ҡарата хәйләһеҙ булыуығыҙҙы теләйем. 20 Именлек Аллаһы Иблисте тиҙҙән аяҡтарығыҙ аҫтында иҙәсәк. Раббыбыҙ Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын. 21 Хеҙмәттәшем Тимофей һәм яҡташтарым Луций, Иасон менән Сосипатр һеҙгә сәләм ебәрә. 22 Ошо хатты Павел һүҙҙәренән яҙыусы мин, Тертий ҙа, һеҙҙең менән Раббы аша бәйләнгән кеше булараҡ, һеҙҙе сәләмләйем. 23-24 Мине өйөндә һәр саҡ ихлас ҡабул иткән һәм уның йортонда йыйылған имандаштарҙың барыһы өсөн дә ишеге асыҡ булған Гай һеҙҙе сәләмләй. Ҡала милке менән идара итеүсе Ераст, имандашыбыҙ Кварт һеҙгә сәләм ебәрә. 25-26 Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙе иманда нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Мәсихкә иман итһен һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһен өсөн, мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде. 27 Берҙән-бер зирәк Аллаға Ғайса Мәсих аша мәңгелек дан булһын! Амин. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia