Римдарға 11 - ИнжилАлланың Израилгә ҡарата мәрхәмәте 1 Шуға ла мин, Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡҡанмы ни, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Мин үҙем дә Израиль кешеһе. Ибраһим нәҫеленән, Вениамин тоҡомонанмын. 2 Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡманы, Ул уларҙы алдан уҡ һайлап алды. Һеҙ Изге Яҙмала Ильяс тураһында нимә тиелгәнен белмәйһегеҙме ни? Ул, Израиль халҡына зарланып, Аллаға: 3 «Йә Раббым! Пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙеләр, ҡорбан килтереү урындарыңды емерҙеләр, мин бер үҙем ҡалдым, инде мине лә үлтерергә теләйҙәр», – тигән. 4 Уға Алла нимә тип яуап бирә һуң? «Мин ялған илаһ Ваал алдында теҙләнеп, уға табынмаған ете мең кешене Үҙем өсөн һаҡлап алып ҡалдым». 5 Алла Үҙенең мәрхәмәте буйынса һайлап алған кешеләр әле лә бар, әммә улар күп түгел. 6 Әммә Алланың һайлауы Үҙенең мәрхәмәте буйынса икән, тимәк, кешеләрҙең эштәренә ҡарап түгел; юғиһә, мәрхәмәт ысын мәрхәмәт булмаҫ ине. 7 Ни тиергә һуң? Израиль халҡы маҡсатына өлгәшмәне, ә һайланған өлөшө генә өлгәште. Башҡалар иһә тиҫкәреләнеп Алла һүҙен ишетергә теләмәне. 8 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла уларҙы күҙҙәре булһа ла күрмәй, ҡолаҡтары булһа ла ишетмәй торған итеп, әлеге көнгә тиклем тәрән йоҡоға талдырҙы». 9 Дауыт та былай ти: «Уларҙың табыны ҡорбан килтереү мәлендә үҙҙәре өсөн йәтмәгә лә, тоҙаҡҡа ла, абындырыусы нәмәгә лә әйләнһен һәм яза булһын. 10 Уларҙың күҙҙәре күрмәҫ өсөн томаланһын, арҡалары ғүмер буйы бөкөрәйгән хәлдә ҡалһын». 11 Шулай итеп, һеҙҙән, Израиль халҡы абынған саҡта бөтөнләйгә йығылдымы әллә, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Тик уларҙың абыныуҙары арҡаһында бүтән халыҡтарға ҡотолоу килде, был иһә Израиль халҡында көнсөллөк уятты. 12 Әгәр уларҙың абыныуҙары донъяға, ә юғалтыуҙары бүтән халыҡтарға байлыҡ килтерә икән, Израиль халҡының Мәсихте ҡабул иткән өлөшө тулы һанға еткәндән һуң, байлыҡ ни тиклемгә күберәк артыр! Йәһүд булмағандарҙың ҡотолоуы 13 Йәһүд булмағандар, һеҙгә әйтәм: мин, йәһүд булмағандарҙың илсеһе булараҡ, үҙ хеҙмәтемде ихтирам итәм. 14 Ошоноң менән милләттәштәремдең көнсөллөгөн уятып, ҡайһы берҙәрен ҡотҡара алмаммы икән? 15 Әгәр уларҙың кире ҡағылыуы донъяны Алла менән дуҫлашыуға килтерә икән, Алла тарафынан ҡабул ителеүҙәре нисек булыр һуң? Был бит үлеләр өсөн терелеү. 16 Аллаға бүләк ителгән беренсе икмәк изге булһа, шул ҡамырҙан бешерелгән башҡа икмәктәр ҙә изге; ағастың тамыры изге булһа инде, ботаҡтары ла изге. 17 Әгәр зәйтүн ағасы ботаҡтарының ҡайһы берҙәре һындырылһа, һәм һин, ҡырағай зәйтүн ағасының ботағы, улар урынына ялғанып, зәйтүн тамырының һуты менән туйынаһың икән, ул саҡта 18 һындырылған ботаҡтар алдында маһайма. Маһайһаң, иҫеңдә тот: һин тамырҙы түгел, ә тамыр һине тотоп тора. 19 Бәлки һин: «Ҡайһы бер ботаҡтар мине ялғап ҡуйыу өсөн һындырылды бит», – тип әйтерһең. 20 Дөрөҫ, улар иман тотмағанға күрә һындырылды, ә һин иман арҡаһында ялғанып тораһың: мороноңдо күтәрмә, киреһенсә, һаҡ бул. 21 Әгәр Алла тәбиғи ботаҡтарҙы аямаған икән, һине лә аямаҫ. 22 Шулай итеп, Алланың изгелеге лә, ҡырыҫлығы ла күҙ алдыңда. Ул иман юлынан тайпылғандарға ҡарата ҡырыҫ, ә һиңә, әгәр Алла изгелегенә өмөт бағлауыңды дауам итһәң, изгелекле булыр. Киреһенсә икән, һин дә киҫеп ташланырһың. 23 Әммә юлдан тайпылғандар ҙа, иманһыҙ булыуҙарын дауам итмәһәләр, кире ялғанырҙар. Уларҙы кире ялғарға Алланың ҡеүәте етә. 24 Әгәр һин ҡырағай зәйтүн ағасынан киҫелеп, баҡсала үҫкән зәйтүн ағасына тәбиғи булмағанса ялғанғанһың икән, ул саҡта һындырылған тәбиғи ботаҡтар үҙ ағасына яңынан бигерәк тә еңелерәк ялғаныр. Алланың бөтөн халыҡтарға мәрхәмәтле булыуы 25 Имандаштар, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамаһын өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тулы һанға еткәнгә тиклем Израилдең бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер. 26 Шул рәүешле бөтөн Израиль ҡотҡарылыр, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Сиондан Ҡотҡарыусы килер һәм Яҡуб тоҡомонан иманһыҙлыҡты алыр, 27 Мин уларҙың гонаһтарын алып ташлармын – улар менән төҙөгән килешеүем бына шул булыр». 28 Һөйөнөслө Хәбәргә килгәндә, улар һеҙҙең хаҡҡа Алланың дошмандары, әммә Алланың һайлауына килгәндә, улар ата-бабалары хаҡына Алланың ҡәҙерлеләре булып ҡала. 29 Сөнки Алланың бүләктәре лә, саҡырыуы ла кире алынмай. 30 Ҡасандыр һеҙ Аллаға ҡарата итәғәтһеҙ инегеҙ, ә хәҙер, Израилдең буйһонмауы арҡаһында, шәфҡәт алдығыҙ. 31 Шуның һымаҡ хәҙер улар ҙа һеҙгә күрһәтелгән шәфҡәт өсөн Аллаға буйһонмайҙар, был иһә уларға ла шәфҡәт күрһәтелһен өсөн эшләнелә. 32 Сөнки Алла барыһына ла шәфҡәт күрһәтһен өсөн, һәммәһен дә итәғәтһеҙлек тотҡоно итте. Аллаға дан һүҙҙәре 33 Алланың байлығы, зирәклеге һәм белеме ни тиклем тәрән! Уның ҡарарҙары аҡылға һыймаҫлыҡ һәм юлдары аңламаҫлыҡ! 34 Раббының аңына кем төшөнгән? Уға кем кәңәшсе булған? 35 Йәки берәйһе Уның тарафынан кире ҡайтарылырға тейешле нәмәне биргәне бармы ни? 36 Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгегә дан! Амин. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia