Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Римдарға 10 - Инжил


Израиль өсөн доға ҡылыу

1 Имандаштар, мин ихлас күңелдән Израилдең ҡотолоуын теләйем һәм Аллаға доға ҡылам.

2 Улар тураһында шаһитлыҡ ҡылам: үҙҙәрен Аллаға бик тырышып бағышлаһалар ҙа, был хаҡ белемгә нигеҙләнмәгән.

3 Алланың кешеләрҙе нисек аҡлауын аңлап етмәйенсә, үҙҙәренең аҡланыу юлын урынлаштырырға ынтылып, улар Алланың аҡлау юлына буйһонманы.

4 Мәсих иһә ҡанун ҡуйған маҡсатҡа өлгәште һәм Үҙенә инанған һәр кемде хаҡ тип иғлан итте.


Ҡотолоу – бөтөнөһө өсөн дә

5 Муса ҡанунды үтәү аша килгән хаҡлыҡ тураһында былай тип яҙа: «Ҡанун талаптарын үтәүсе шул талаптар менән йәшәйәсәк».

6 Ә иман аша килгән хаҡлыҡ тураһында былай тиелә: «Күккә беҙҙең өсөн кем күтәрелер?» (йәғни Мәсихте төшөрөү өсөн)

7 Йәки: «Упҡынға беҙҙең өсөн кем төшөр? (йәғни Мәсихте үленән алып сығыу өсөн), – тип үҙ-үҙеңдән һорама».

8 Изге Яҙмала ни тип әйтелә һуң? «Алла һүҙе һинең яныңда, телеңдә һәм йөрәгеңдә». Был һүҙ – беҙ хәбәр итә торған иман һүҙе ул.

9 Әгәр Ғайсаны Раббы тип таныһаң һәм Алланың Уны үленән терелтеүенә ихлас ышанһаң, ҡотоласаҡһың.

10 Ихлас ышаныу хаҡ булыуға алып килә, ә тел ярҙамында иманды таныу ҡотолоу килтерә.

11 Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Уға инаныусы һис кем оятҡа ҡалмаҫ».

12 Бында иһә йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ, сөнки бөтөнөһө өсөн дә Раббы бер үк, Уға үтенеп мөрәжәғәт итеүселәргә Ул йомартлыҡ күрһәтә.

13 «Раббыға мөрәжәғәт иткән һәр кем ҡотолор».

14 Әммә Раббыға инанмағандар Уға нисек мөрәжәғәт итер? Уның тураһында ишетмәгәндәр Уға нисек инана алыр? Уларға бер кем дә иғлан итмәгәс, нисек ишетерҙәр?

15 Ебәрелмәгән булһа, нисек итеп берәйһе иғлан итә алыр? Изге Яҙмала: «Һөйөнөслө хәбәр килтереүселәрҙең килеүе ҡайһылай күңелле!» – тип әйтелә.

16 Әммә Һөйөнөслө Хәбәрҙе бөтөнөһө лә ҡабул итмәне, Ишағыя былай ти бит: «Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды?»

17 Шулай итеп, иман – ишетеү, йәғни Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеү аша килә.

18 Әммә мин, әллә Израиль халҡы был хәбәрҙе ишетмәнеме икән, тип һорайым. Әлбиттә, ишеткәндәр: «Вәғәзләүселәрҙең тауышы бөтөн донъя буйлап үтте, һәм уларҙың һүҙҙәре йыһан сиктәренә барып етте».

19 Тағы ла, Израиль халҡы быны аңламанымы ни, тип һорайым. Быға Алла һүҙҙәре менән тәүге булып Муса яуап бирә: «Мин һеҙҙә халыҡ тип атап булмаған халыҡ аша көнсөллөк уятасаҡмын, Минең турала белмәгән халыҡ аша асыу тыуҙырасаҡмын».

20 Ә Ишағыя Алла һүҙҙәре менән ҡыйыу рәүештә былай ти: «Мине эҙләмәгән кешеләр Мине тапты. Минең турала һорамағандарға Мин асылдым».

21 Израиль халҡы тураһында иһә Алла былай тип әйтә: «Мин тыңлауһыҙ һәм үҙһүҙле халыҡҡа көнө буйы ҡулдарымды һуҙып торҙом».

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan