Матфей 8 - ИнжилМахаулыны һауыҡтырыу 1 Ғайса тауҙан төшкәс, артынан күп халыҡ эйәрҙе. 2 Бына Уның янына махау сирле кеше килде лә, алдына тубыҡланып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тине. 3 Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды: – Эйе, теләйем. Таҙарын! Шунда уҡ был кеше махауҙан таҙарынды. 4 Ғайса уны: – Ҡара уны, берәүгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә, руханиға барып күрен дә, Муса ҡанунында талап ителгән ҡорбанды килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын. Йөҙбашының ышанысы 5 Ғайса Капернаумға барғас, Уға бер йөҙбашы ярҙам һорап килде. 6 – Әфәндем! Хеҙмәтсемде паралич һуҡҡан. Әле ул минең өйөмдә ята, бик ныҡ яфалана, – тине. 7 – Барып уны һауыҡтырырмын, – тине Ғайса. 8 – Әфәндем! Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә мин лайыҡ түгел, – тип яуап бирҙе Уға йөҙбашы. – Һин әйт кенә, һәм хеҙмәтсем һауығыр. 9 Мин үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам һәм ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә: «Кит» тиһәм, китә, икенсеһенә: «Кил» тиһәм, килә, хеҙмәтсемә: «Ошоно эшлә» тиһәм, эшләй. 10 Быны ишеткәс, Ғайса хайран ҡалды, артынан эйәреп килеүселәргә: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Израиль халҡының бер генә кешеһенең дә был тиклем ышанғанын күргәнем юҡ ине. 11 Әммә һеҙгә шуны әйтәм: көнсығыштан һәм көнбайыштан күптәр килер, улар Күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуб менән бергә мәжлес өҫтәле артында ултырыр. 12 Ә кемгә Батшалыҡ тәғәйенләнгән булған, улар тышҡы ҡараңғылыҡҡа ҡыуылыр: унда һыҡтау һәм теш шығырлатҡан тауыштар ишетелер, – тине. 13 Йөҙбашыға Ғайса: – Өйөңә ҡайт, һин ышанғанса булһын, – тине. Хеҙмәтсе шул сәғәттә үк һауыҡты. Ғайсаның күптәрҙе һауыҡтырыуы 14 Ғайса Петрҙың өйөнә килгәс, ҡәйнәһенең бөтөн тәне янып ауырып ятҡанын күрҙе. 15 Ул был ҡатындың ҡулына ҡағылыуға, уның тән яныуы тулыһынса бөттө. Ул, тороп, Ғайсаға табын әҙерләй башланы. 16 Ә инде кисен Ғайса янына ен эйәләшкән күп кешеләрҙе алып килделәр. Ул Үҙенең һүҙе менән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарҙы һәм бөтә сирлеләрҙе һауыҡтырҙы. 17 Был – Ишағыя пәйғәмбәр аша: «Ул беҙҙең ауырыуҙарыбыҙҙы һәм сирҙәребеҙҙе Үҙенә алды», – тип әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды. Ғайсаға эйәреү 18 Ғайса, эргә-тирәһенә йыйылған халыҡ төркөмдәрен күреп, шәкерттәренә күлдең аръяғына сығырға ҡушты. 19 Шул ваҡыт Уның янына бер ҡанун белгесе килеп: – Остаз, ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тине. 20 – Төлкөләрҙең өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны ла юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса. 21 Шунда икенсе кеше, Уның шәкерттәренең береһе: – Хужам! Тәүҙә өйөмә ҡайтып, атайымды ерләп килергә рөхсәт ит, – тине. 22 Ләкин Ғайса: – Миңә эйәр! Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, – тип яуапланы. Ғайсаның дауылды туҡтатыуы 23 Ғайса кәмәгә инеп ултырҙы. Уның артынан шәкерттәре лә урын алды. 24 Ҡапыл күл өҫтөндә көслө дауыл ҡупты. Тулҡындар кәмәгә килеп бәрелеп, уға һыу тулды. Ә Ғайса йоҡлап ята ине. 25 Шәкерттәре Уны уятып: – Хужабыҙ! Ҡотҡар, батабыҙ бит! – тип ҡысҡырҙылар. 26 – Ниңә һеҙ шулай ҡурҡаҡһығыҙ, имандары аҙҙар? – тине Ул шәкерттәренә. Ғайса тороп елде һәм күлде тыйҙы, тәрән тынлыҡ урынлашты. Халыҡ таң ҡалып: 27 – Кем һуң Ул? Ел дә, тулҡындар ҙа Уға буйһона! – тиеште. Ен эйәләшкән ике кеше 28 Ғайса арғы яҡ ярҙағы Гадара еренә килгәс, ен эйәләшкән ике кеше ҡәбер мәмерйәләренән Уға ҡаршы килеп сыҡты. Улар ҡоторған булғанлыҡтан, был юлдан һис кем үтә алмай ине. 29 – Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар. 30 Ә алыҫ түгел ерҙә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине. 31 Ендәр: – Беҙҙе бынан ҡыуып сығарһаң, сусҡа көтөүенә ебәр, – тип үтенде. 32 – Барығыҙ, – тине Ғайса уларға. Ендәр, кешеләрҙән сыҡтылар ҙа, сусҡалар эсенә барып инделәр. Бөтә көтөү сабып китеп текә ярҙан күлгә ташланды ла һыуға батып үлде. 33 Көтөүселәр иһә тороп йүгерҙеләр һәм, ҡалаға ҡайтып, бөтөнөһө хаҡында ла һөйләп бирҙеләр. Ен эйәләшкән кешеләр менән ни булғанын да хәбәр иттеләр. 34 Бөтә ҡала халҡы Ғайса ҡаршыһына сыҡты. Уны күреп, үҙҙәренең еренән китеүен үтенделәр. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia