Матфей 6 - ИнжилХәйер-саҙаҡа биреү тураһында 1 Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә Күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ. 2 Шуға күрә, саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта шаулап йөрөмә. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа ике йөҙлөләр шулай итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде. 3-4 Әгәр ҙә хәйер бирәһең икән, хәйерең йәшерен рәүештә бирелһен өсөн, һул ҡулың уң ҡулыңдың ни эшләгәнен белмәһен. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреүсе Атаң һиңә әжереңде бирер. Ғайсаның доға ҡылырға өйрәтеүе тураһында 5 Доға ҡылғанда ике йөҙлөләр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен инде алды. 6 Ә һин, доға ҡылғанда, бүлмәңә инеп ишегеңде яп та, күҙгә күренмәҫ Атаңа доға ҡыл. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреүсе Атаң һиңә әжереңде бирер. 7 Доға ҡылғанда мәжүсиҙәр кеүек буш һүҙ һөйләмәгеҙ. Улар, доғабыҙҙа күп һүҙ әйтһәк, илаһтарыбыҙ беҙҙе ишетер, тип уйлай. 8 Улар һымаҡ булмағыҙ. Һеҙ һорағанға тиклем үк Атағыҙ һеҙҙең нимәгә мохтаж икәнлегегеҙҙе белә. 9 Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ: Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын. 10 Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә ихтыярың үтәлһен. 11 Был көнгә кәрәкле икмәгебеҙҙе беҙгә бөгөн бир. 12 Беҙгә яҙыҡ эш ҡылғандарҙы беҙ кисергән кеүек, беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе Һин кисер. 13 Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла. 14 Һеҙ кешеләрҙең насар ғәмәлдәрен ғәфү итһәгеҙ, Күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә кисерер. 15 Кешеләрҙең насар ғәмәлдәрен кисермәһәгеҙ инде, Күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә кисермәҫ. Ураҙа тотоу тураһында 16 Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде. 17-18 Ураҙа тотҡаныңды кешеләр түгел, ә күҙгә күренмәҫ Атаң күрһен өсөн, ураҙа тотҡанда сәсеңде майла һәм битеңде йыу; шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреүсе Атаң һиңә әжереңде бирер. Ысын хазина тураһында 19 Үҙегеҙгә байлыҡты ерҙә йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар инеп урлай. 20 Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ: унда көйә лә ҡырҡмай, тут та баҫмай, ҡараҡтар ҙа инеп урламай. 21 Хазинаң ҡайҙа, күңелең дә шунда булыр. 22 Тәндең яҡтыртҡысы – күҙ. Күҙҙәрең һау булһа, бөтөн тәнең нурлы булыр. 23 Ә инде күҙең насар булһа, бөтөн тәнең ҡараңғыла булыр. Әгәр һиндәге яҡтылыҡ – ҡараңғылыҡ икән, ул ҡараңғылыҡ ни тиклем ҡуйы! Алла һәм байлыҡ тураһында 24 Берәү ҙә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ. Күктәр Батшалығы һәм донъя мәшәҡәттәре тураһында 25 Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: йәшәү өсөн нимә ашарға һәм нимә эсергә тип, тәнегеҙгә нимә кейергә тип борсолмағыҙ. Йән ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни? 26 Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы Күктәге Атағыҙ туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни? 27 Арағыҙҙан кем, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә булһа ла оҙонайта ала? 28 Ниңә кейем өсөн борсолаһығыҙ? Яландағы ләләләрҙең нисек үҫкәнен ҡарағыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй. 29 Әммә һеҙгә шуны әйтәм: Сөләймән батша, үҙенең бөтә мөһабәтлелегенә ҡарамаҫтан, сәскәләрҙең береһе кеүек тә кейенмәгән. 30 Бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде Алла шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендермәҫме ни, эй, һеҙ, имандары аҙҙар? 31 Шулай булғас: «Беҙгә нимә ашарға, беҙгә нимә эсергә, беҙгә нимә кейергә?» – тип хафаланмағыҙ. 32 Был хаҡта мәжүсиҙәр ҡайғырта. Ә Күктәге Атағыҙ һеҙҙең быларҙың барыһына ла мохтаж икәнлегегеҙҙе белә. 33 Иң тәүҙә Алла Батшалығын һәм Уның хаҡлығын эҙләгеҙ, шул саҡта быларҙың барыһы ла һеҙгә бирелер. 34 Шуға күрә, иртәгәһе көн хаҡында борсолмағыҙ. Иртәгә буласаҡ көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәттәре етерлек. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia