Матфей 5 - ИнжилТауҙағы вәғәз 1 Халыҡ төркөмдәрен күреп, Ғайса тауға менде. Ултырғас, Уның янына шәкерттәре килде. «Кем бәхетле?» 2 Ғайса уларҙы өйрәтә башланы: 3 – Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы. 4 Хәсрәтлеләр бәхетле, сөнки уларҙы йыуатырҙар. 5 Йыуаштар бәхетле, сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр. 6 Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле, сөнки улар туйыныр. 7 Шәфҡәтлеләр бәхетле, сөнки уларға шәфҡәт күрһәтелер. 8 Саф күңеллеләр бәхетле, сөнки улар Алланы күрер. 9 Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр. 10 Дөрөҫлөк хаҡына эҙәрләнеүселәр бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы. 11 Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле. 12 Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләнеләр. Тоҙ һәм яҡтылыҡ тураһында 13 Һеҙ – ерҙең тоҙо. Әгәр тоҙ үҙенең тәмен юғалтһа, уны нисек ҡабат тоҙландырырһығыҙ? Ул сығарып аяҡ аҫтына ташлауҙан башҡаға ярамаҫ. 14 Һеҙ – донъя өсөн яҡтылыҡ. Тау башында төҙөлгән ҡала йәшенеп ҡала алмаҫ. 15 Шулай уҡ бер кем дә, шәмде тоҡандырғас, уны һауыт аҫтына ҡуймай, ә шәмдәлгә ултырта һәм ул өйҙәгеләрҙең бөтөнөһө өсөн дә яҡтырта. 16 Яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын. Ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында 17 Минең хаҡта, ҡанунда һәм пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында яҙылғандарҙы юҡҡа сығарырға килгән, тип уйламағыҙ. Мин юҡҡа сығарырға түгел, ғәмәлгә ашырырға килдем. 18 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ер һәм күк юҡҡа сыҡҡанға тиклем, ҡанундың бәләкәй генә бер хәрефе лә, бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ, бөтәһе лә тормошҡа ашырыласаҡ. 19 Шулай итеп, кем дә кем әмерҙәрҙең кескәй генәһенең дә ғәмәлдән сыҡҡанын иғлан итеп, башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, ул Күктәр Батшалығында иң түбән кеше тип аталыр. Ә уларҙы үтәп, башҡаларҙы ла үтәргә өйрәтеүсе иһә Күктәр Батшалығында бөйөк булып һаналыр. 20 Һеҙгә шуны әйтәм: әгәр ҙә тәҡүә булыуығыҙ ҡанун белгестәренекенән һәм фарисейҙарҙыҡынан өҫтөн түгел икән, Күктәр Батшалығына инмәйәсәкһегеҙ. Үлтереш һәм асыу тотоу тураһында 21 Ата-бабаларығыҙға: «Үлтермә! Кеше үлтереүсе хөкөм ителергә тейеш», – тип әйтелгәнде һеҙ ишеттегеҙ. 22 Ә мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотоусы хөкөм ителеүгә лайыҡ. Туғанына: «Мәғәнәһеҙ», – тип әйтеүсе иһә Юғары кәңәшмә алдында яуапҡа тарттырылыуға, ә инде «Ахмаҡ», – тиеүсе йәһәннәм утына лайыҡ. 23 Шуға күрә, ҡорбан килтереү урынына бүләк алып барғанда туғаныңдың һиңә ҡарата ниндәйҙер дәғүәһе барлығы иҫеңә төшһә, 24 бүләгеңде ҡорбан килтереү урыны янында ҡалдыр ҙа, тәүҙә ҡайтып туғаның менән яраш, унан һуң ғына кире килеп бүләгеңде бир. 25 Дәғүәсең һине хөкөмдарға алып барһа, юлда саҡта уҡ һис кисекмәҫтән уның менән килеш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр һәм үҙеңде төрмәгә ябырҙар. 26 Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бурысыңды аҙаҡҡы тиненә тиклем түләп бөтөрмәйенсә, унан сыҡмаясаҡһың. Зина ҡылыу һәм айырылышыу тураһында 27 «Зина ҡылма», – тип әйтелгәнде һеҙ ишеттегеҙ. 28 Ә Мин һеҙгә әйтәм: ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡараған кеше күңелендә уның менән инде зина ҡылған була. 29 Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк. 30 Ә инде уң ҡулың гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә барыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк. 31 Шулай уҡ: «Берәйһе ҡатынын айыра икән, уға айырылышыу ҡағыҙы бирһен», – тип әйтелгәйне. 32 Ә Мин һеҙгә әйтәм: әгәр ир кеше, ҡатынының зина ҡылыу сәбәбе булмай тороп, уның менән айырылышһа, ул уны зина ҡылыуға этәрә. Һәм иренән айырылған ҡатынға өйләнгән кеше лә зина ҡыла. Ант итеү тураһында 33 Ата-бабаларға: «Ялған ант бирмә! Раббы алдында биргән антыңды үтә», – тип әйтелгәнде лә һеҙ ишеттегеҙ. 34 Ә Мин һеҙгә әйтәм: бөтөнләй ант итмә! Күк менән дә ант итмә, сөнки ул – Алланың тәхете, 35 ер менән дә ант итмә, сөнки ул – Алланың аяҡ терәгән урыны, Иерусалим менән дә ант итмә, сөнки ул – бөйөк Батшаның ҡалаһы. 36 Башың менән дә ант итмә, сөнки сәсеңдең бер бөртөгөн генә лә үҙең аҡ йәки ҡара итә алмайһың. 37 Һеҙҙең «эйе» тигән һүҙегеҙ – «эйе», «юҡ» тигәнегеҙ «юҡ» булһын. Шунан артығы – Иблистән. Үс алырға ярамау тураһында 38 «Күҙгә – күҙ» һәм «тешкә – теш» тиелгәнде һеҙ ишеттегеҙ. 39 Ә Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылыусыға ҡаршы торма. Уң яңағыңа һуҡҡан кешегә һул яңағыңды ла ҡуй. 40 Берәйһе һине хөкөмгә тарттырып, күлдәгеңде алырға теләһә, уға өҫ кейемеңде лә бир. 41 Берәйһе һине бер ара ер үтергә мәжбүр итһә, уның менән ике ара үт. 42 Һинән нимәлер һорайҙар икән, бир, бурысҡа алырға теләүсене лә буш итмә. Дошмандарҙы яратыу тураһында 43 «Яҡыныңды ярат, дошманыңа нәфрәтле бул!» – тип әйтелгәнде һеҙ ишеттегеҙ. 44 Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләүселәр өсөн доға ҡылығыҙ. 45 Шулай эшләп, һеҙ Күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтерһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, рәхимлеләр өсөн дә ҡалҡыта һәм ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра. 46 Әгәр үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни? 47 Дуҫтарығыҙҙы ғына сәләмләһәгеҙ, иҫ китерлек ни эш ҡылаһығыҙ? Мәжүсиҙәр ҙә шулай эшләмәйме ни? 48 Шуға күрә, Күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia