Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Матфей 4 - Инжил


Ғайсаның һынау үтеүе

1 Шунан һуң Алла Рухы Ғайсаны, Иблис тарафынан һынатыр өсөн, сүлгә алып китте.

2 Ризыҡ ҡапмайынса ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәргәндән һуң, Ғайса бик ныҡ асыҡты.

3 Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә ҡуш, – тине.

4 – «Кеше икмәк менән генә түгел, Алланың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ менән йәшәр». Шулай тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуапланы Ғайса.

5 Шунан һуң Иблис Уны Иерусалимға – изге ҡалаға алып килеп, Алла Йортоноң иң бейек урынына баҫтырҙы

6 ла, былай тине: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, түбәнгә ташлан. Изге Яҙмала әйтелгән бит: «Алла Үҙенең фәрештәләренә бойороҡ бирер: Аяҡтарың ташҡа бәрелмәһен тип, Һине ҡулдарында йөрөтөрҙәр».

7 Ғайса уға: – Унда: «Раббы Аллаңды һынама», тип тә яҙылған, – тип яуапланы.

8 Бынан һуң Иблис Уны бик бейек тауға алып менде. Донъялағы барлыҡ батшалыҡтарҙы уларҙың бөтә гүзәллегендә күрһәтте лә:

9 – Әгәр алдыма йөҙ түбән ятып миңә табынһаң, быларҙың барыһын да Һиңә бирәм, – тине.

10 – Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», тип яҙылған.

11 Бынан һуң Иблис Уны ҡалдырып китеп барҙы, ә Ғайса янына фәрештәләр килеп, Уға хеҙмәт иттеләр.


Ғайсаның хеҙмәт итә башлауы

12 Яхъяның ҡулға алыныуы тураһында ишеткәс, Ғайса Галилеяға китте.

13 Назараны ҡалдырып Ул, Завулон һәм Неффалим еренә барып, Галилея күле буйындағы Капернаум ҡалаһында урынлашты.

14 Был иһә Ишағыя пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:

15 «Эй Завулон ере, Неффалим ере, диңгеҙгә алып барыусы юлдағы һәм Иордан аръяғындағы ерҙәр! Эй һин, мәжүсиҙәр иле Галилея!

16 Ҡараңғылыҡта йәшәүсе халҡың бөйөк яҡтылыҡты күрә. Үлем күләгәһендә йәшәүселәр өсөн яҡтылыҡ балҡый».

17 Шул ваҡыттан алып Ғайса: – Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип һөйләп йөрөй башланы.


Тәүге шәкерттәр

18 Галилея күле буйынан үтеп барышлай Ғайса ау һалып йөрөгән ағалы-ҡустылы ике балыҡсыны – Петр тип аталған Симон менән Андрейҙы күрҙе.

19 – Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен, – тине Ғайса уларға.

20 Ике туған шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе.

21 Унан ары киткәс, Ғайса тағын ағалы-ҡустылы икәүҙе – Зеведей улдары Яҡуб менән Яхъяны күрҙе. Улар аталары Зеведей менән бергә кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. Ғайса уларҙы Үҙенә эйәрергә саҡырҙы.

22 Туғандар шунда уҡ, кәмәләрен һәм аталарын ҡалдырып, Уның артынан эйәрҙе.


Ғайсаның Галилеяла вәғәзләп, һауыҡтырып йөрөүе

23 Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.

24 Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриәгә таралды. Янына барса сырхауҙарҙы, төрлө ауырыуҙарҙан, интектергес сирҙәрҙән яфаланғандарҙы, ен эйәләшкәндәрҙе, илереүселәрҙе һәм паралич һуҡҡандарҙы алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.

25 Уның артынан Галилеянан, Ун Ҡаланан, Иерусалимдан, Йәһүҙиәнән һәм Иордан аръяғынан килгән ҙур халыҡ төркөмдәре эйәреп йөрөнө.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan