Матфей 28 - ИнжилҒайсаның үленән терелеүе 1 Шәмбе үтеп, аҙнаның беренсе көнөнөң таңында магдалалы Мәрйәм менән икенсе Мәрйәм ҡәберҙе ҡарарға барҙы. 2 Ҡапыл бик ныҡ ер тетрәне, Раббы фәрештәһе күктән төштө, ҡәбер янына килеп ташты шылдырҙы һәм шул таш өҫтөнә ултырҙы. 3 Ул йәшен утылай ялтырай, ә кейеме ҡар төҫлө аҡ ине. 4 Һаҡсылар, ҡурҡыштарынан ҡалтыранып, үлгән кеүек ҡатып ҡалдылар. 5 Фәрештә иһә ҡатындарға: – Ҡурҡмағыҙ! Һеҙҙең арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Ғайсаны эҙләгәнегеҙҙе беләм. 6 Әммә Ул бында юҡ. Үҙе әйткәненсә, үленән терелтеп торғоҙолдо. Килегеҙ, Уның ятҡан урынын ҡарағыҙ. 7 Тиҙерәк барып, шәкерттәренә: «Ғайса терелеп торҙо! Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Һеҙ Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ. Һеҙгә һүҙем шул. 8 Ҡатындар, ҡурҡып, шул уҡ ваҡытта бик ныҡ шатланып, ҡәбер янынан тиҙ генә китә һалдылар һәм Уның шәкерттәренә хәбәр итергә йүгерҙеләр. 9 Ҡапыл улар алдына Ғайса Үҙе килеп сыҡты: – Именлек һеҙгә! – тине Ул. Улар Ғайсаға яҡын килде, Уның алдында тубыҡланып, аяҡтарын ҡосаҡлап алдылар. 10 Шунан Ғайса уларға: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Барығыҙ, туғандарыма әйтегеҙ, Галилеяға китһендәр. Улар Мине шунда күрер. Һаҡсылар руханиҙар һәм аҡһаҡалдар янында 11 Ҡатындар киткәс, ҡайһы бер һаҡсылар ҡалаға ҡайтып, баш руханиҙарға бөтә булған хәлде һөйләп бирҙе. 12 Баш руханиҙар, аҡһаҡалдар менән йыйылып кәңәшләшкәс, ғәскәриҙәргә күп итеп аҡса бирҙеләр, 13 уларға: – «Төндә, беҙ йоҡлаған саҡта, шәкерттәре килеп Уның кәүҙәһен урлап алып киткән», – тип әйтегеҙ. 14 Был хәбәр идарасыға мәғлүм була ҡалһа, беҙ уны һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡлыҡҡа күндерербеҙ, һеҙгә ауырлыҡ төшмәҫ, – тинеләр. 15 Һаҡсылар аҡсаларын алып, нисек ҡушылған булһа, шулай эшләнеләр. Был хәбәр йәһүдтәр араһында киң таралып, хәҙерге көнгәсә йөрөй. Шәкерттәр нимә эшләргә тейеш 16 Ун бер шәкерт иһә Галилеяға, Ғайса барырға ҡушҡан тауға китте. 17 Ғайсаны күргәс, улар Уның алдында тубыҡланды, әммә ҡайһы берҙәре шикләнде. 18 Ғайса уларға яҡынлашып, былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде. 19 Шуға күрә, барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ, 20 Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Һәм белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia