Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Матфей 22 - Инжил


Туй мәжлесе хаҡында ҡисса

1 Ғайса уларға мөрәжәғәт итеп, тағы ҡиссалар һөйләне:

2 – Күктәр Батшалығы бер батшаның улына туй мәжлесе уҙғарыуына оҡшаған.

3 Ул, мәжлескә саҡырылған ҡунаҡтарҙы йыйырға ниәтләп, хеҙмәтселәрен ебәргән, ләкин ҡунаҡтарҙың килгеһе килмәгән.

4 «„Табыным әҙер инде: үгеҙҙәрем һәм һимертелгән малым һуйылған, бөтә нәмә етеш. Туй мәжлесенә килегеҙ“, – тигән һүҙҙәремде саҡырылған кешеләргә тапшырығыҙ», – тип ул бүтән хеҙмәтселәрен тағы ебәргән.

5 Ләкин тегеләр, саҡырыуҙы һанға һуҡмайынса, үҙ эштәре буйынса таралышҡан: берәүҙәр үҙҙәренең баҫыуҙарына, икенселәр сауҙа эштәре менән сығып киткән.

6 Ә башҡалары хеҙмәтселәрҙе тотоп мыҫҡыл иткән һәм үлтергән.

7 Батша ярһып, үлтереүселәрҙе юҡ итергә, ҡалаларын яндырырға әмер биреп, ғәскәрен ебәргән.

8 Бынан һуң ул хеҙмәтселәренә: «Туй табыны әҙер, ләкин саҡырылған ҡунаҡтар быға лайыҡ булмай сыҡты.

9 Юл саттарына сығып, кемде күрәһегеҙ, барыһын да туй мәжлесенә саҡырығыҙ», – тигән.

10 Хеҙмәтселәр юлдарға сығып, осраған бөтә кешене – яманын да, яҡшыһын да алып килгән. Мәжлес бүлмәһе ҡунаҡтар менән тулған.

11 Батша, уларҙы күрергә ингәс, унда байрам кейеме кеймәгән бер кешегә иғтибар иткән

12 һәм унан: «Дуҫ, нисек һин бында байрамса кейенмәйенсә килдең?» – тип һораған. Теге өндәшмәгән.

13 Батша хеҙмәтселәренә: «Быны, аяҡ-ҡулын бәйләп, тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ. Унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер», – тигән.

14 Сөнки саҡырылғандар күп, ләкин һайлап алырлыҡтары аҙ.


Ҡайсарға һалым түләү хаҡында һорау

15 Шунан һуң фарисейҙар йыйылып, Ғайсаны нисек итеп һүҙҙә эләктерергә икән, тип кәңәш ҡорҙо.

16 Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Ирод батша яҡлылары менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең дөрөҫөн әйтеүеңде һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемгә лә ярарға тырышмайһың, сөнки кешеләрҙең кемлегенә ҡарамайһың.

17 Шулай булғас, әйт әле беҙгә: нисек уйлайһың, ҡайсарға һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы?

18 Ғайса уларҙың мәкерле ниәтен аңлап: – Ниңә һеҙ Миңә ау ҡораһығыҙ, ике йөҙлөләр? – тине.

19 – Һалымды ниндәй аҡса менән түләйһегеҙ, шуны Миңә күрһәтегеҙ! Уға динар килтереп бирҙеләр.

20 – Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм исеме яҙылған? – тип һораны Ғайса.

21 – Ҡайсарҙыҡы. – Улайһа, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине шунда Ғайса.

22 Уның яуабын ишеткәс, хайран ҡалдылар һәм Уны ҡалдырып киттеләр.


Саддукейҙарҙың терелеп тороу тураһында һорауы

23 Шул көндө Ғайса янына саддукейҙар килде. Улар үленән терелеүҙе инҡар итә ине. Ғайсаға ошондай һорау бирҙеләр:

24 – Остаз, Муса ҡанунда әйткән: «Әгәр ҙә балаһы булмаған ир үлеп китһә, уның тол ҡалған ҡатынына туғаны өйләнһен һәм үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен».

25 Беҙҙең арабыҙҙа ағалы-ҡустылы ете бер туған бар ине. Беренсеһе, өйләнгәс, балаһы булмайынса үлеп китте, ҡатыны ҡустыһына ҡалды.

26 Икенсеһе менән дә, өсөнсөһөнән етенсеһенә тиклем бүтәндәре менән дә шундай хәл ҡабатланды.

27 Аҙаҡ ҡатын да вафат булып ҡуйҙы.

28 Шулай булғас, үлеләр терелгән ваҡытта ул ете туғандың ҡайһыныһының ҡатыны буласаҡ? Бөтәһе лә уның ире булған бит!

29 – Һеҙ яңылышаһығыҙ, сөнки Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса.

30 – Үлгәндәр, терелеп торғас, өйләнмәҫтәр ҙә, кейәүгә лә сыҡмаҫтар. Улар күктәге фәрештәләр һымаҡ булырҙар.

31 Ә үлгәндәрҙең терелеп тороуына килгәндә, был хаҡта Алланың һеҙгә нимә тигәнен уҡыманығыҙмы ни?

32 «Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуб Аллаһы», – тигән Ул. Алла – үлеләр Аллаһы түгел, ә тереләрҙеке.

33 Ғайсаны тыңлаған халыҡ Уның өйрәтеүҙәренә таң ҡалды.


Иң бөйөк әмер хаҡында һорау

34 Ғайсаның саддукейҙарҙың ауыҙын яптырғанын ишеткәс, фарисейҙар бергә йыйылды.

35 Улар араһындағы бер ҡанун белгесе Уны һынарға теләп:

36 – Остаз, ҡанунда ҡайһы әмер иң мөһиме? – тип һораны.

37 – «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат», – тине Ғайса. –

38 Был беренсе һәм иң мөһим әмер.

39 Икенсеһе лә шундай уҡ: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат».

40 Бөтә ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр ошо ике әмергә нигеҙләнгән.


Мәсих кем Тоҡомо?

41 Бергә йыйылған фарисейҙарҙан Ғайса:

42 – Һеҙ Мәсих хаҡында нимә уйлайһығыҙ? Ул кемдең Тоҡомо? – тип һораны. – Дауыт Тоҡомо, – тип яуап бирҙе улар.

43 – Ә нисек Дауыт, Изге Рух тәьҫире аҫтында булып, Мәсихте Хужам тип атай ала? Ул бит:

44 «Раббы Аллам минең Хужама: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“», – тине.

45 Шулай булғас, Дауыт Уны Хужам тип атай икән, нисек инде Мәсих уның Тоҡомо була ала?

46 Бер кем дә Уға яуап ҡайтара алманы. Шул көндән алып берәү ҙә Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan