Матфей 21 - ИнжилҒайсаның тантаналы рәүештә Иерусалимға инеүе 1 Улар Иерусалимға яҡынлашҡанда, Зәйтүн тауы янындағы Виффагия ауылына ингәс, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе. 2 – Ҡаршылағы анау ауылға барығыҙ. Барып ингәс тә шунда уҡ бәйләп ҡуйылған инә ишәк менән йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уларҙы ысҡындырып, Миңә алып килегеҙ. 3 Әгәр берәйһе ни ҙә булһа әйтһә, уға: «Улар Хужаға кәрәк», – тип яуап бирегеҙ. Ул ишәктәрҙе шунда уҡ биреп ебәрер, – тине Ул. 4 Был иһә пәйғәмбәр аша әйтелгән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды: 5 «Сион ҡыҙына әйтегеҙ: Бына, һиңә Батшаң килә. Ул Үҙе йыуаш булып, ишәккә һәм йәш ишәккә, йөк йөрөтә торған хайуан балаһына атланған». 6 Шәкерттәре барып, бөтәһен дә Ғайса ҡушҡанса эшләне. 7 Ишәк менән балаһын алып килеп, өҫ кейемдәрен һырттарына һалғас, Ғайса ишәккә атланды. 8 Бик ҙур халыҡ төркөмө өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәне, башҡалары иһә хөрмә ботаҡтарын һындырып һалды. 9 Ғайсаның алдынан барыусылар ҙа, артынан килеүсе төркөмдәр ҙә: – Дауыт Улына осанна! Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын! Бейек күктәрҙә осанна! – тип ҡысҡырҙылар. 10 Ғайса Иерусалимға килеп ингәс, бөтә ҡала хәрәкәткә килде. – Был кем? – тип һораштылар. 11 – Был – Ғайса, Галилеялағы Назаранан килгән пәйғәмбәр, – тип яуап бирҙе халыҡ. Алла Йортоноң таҙарыныуы 12 Ғайса, Алла Йортона инеп, ундағы бөтә һатыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы. 13 Ғайса уларға: – Изге Яҙмала: «Минең Йортом доға ҡылыу йорто тип аталасаҡ», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндерәһегеҙ! – тине. 14 Алла Йортонда Уның янына һуҡырҙар һәм аҡһаҡтар килде, Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы. 15 Ләкин Ул ҡылған ғәжәйеп эштәрҙе күреүҙән һәм балаларҙың Алла Йортонда: «Дауыт Улына осанна!» – тип ҡысҡырыуынан баш руханиҙарҙың һәм ҡанун белгестәренең асыуы ҡабарҙы. 16 – Быларҙың нимә тигәндәрен ишетәһеңме? – тине улар. – Эйе! – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙ: «Балалар һәм сабыйҙар ауыҙынан Һин Үҙеңә маҡтау һүҙҙәре әйттерҙең», – тип яҙылғанды һис ҡасан уҡыманығыҙмы ни? 17 Ғайса, уларҙы ҡалдырып, ҡаланан Вифанияға китте һәм төндө шунда уҙғарҙы. Инжир ағасын ҡарғау 18 Иртәгәһенә Иерусалимға ҡайтып барғанда Ғайса асыҡҡанын тойҙо. 19 Юл буйындағы инжир ағасын күреп, уның янына килде, ләкин япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапманы. – Бер ҡасан да емешең булмаһын! – тине Ул һәм шунда уҡ инжир ағасы ҡороно. 20 Быны күреп, шәкерттәренең иҫе китте. – Инжир ағасы нисек улай ҡапыл ғына ҡороно һуң? – тип һораны улар. 21 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә ышанһағыҙ һәм икеләнмәһәгеҙ, һеҙ Мин инжир ағасы менән ҡылғанды ғына эшләп ҡалмаҫһығыҙ, хатта бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһәгеҙ, шулай булыр. 22 Доға ҡылғанда нимә һораһағыҙ ҙа, ышанһағыҙ, ҡабул булыр, – тип яуапланы Ғайса. Ғайсаның вәкәләте хаҡында һорау 23 Ғайса Алла Йортона инеп унда өйрәткән саҡта, янына баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары килде. – Быларҙы эшләргә Һинең ни хаҡың бар? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораны улар. 24 – Мин дә һеҙгә бер һорау бирәм, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә яуап ҡайтарһағыҙ, Мин дә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтермен. 25 Яхъяның һыуға сумдырыуы ҡайҙан килә? Күктәнме, әллә кешеләрҙәнме? Тегеләр үҙ-ара: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ. 26 «Кешеләрҙән», – тиергә иһә халыҡтан ҡурҡабыҙ. Бөтөнөһө лә Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй бит, – тиештеләр. 27 – Белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙы улар Ғайсаға. – Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтмәйем, – тине Ғайса. Атаның ике улы хаҡында ҡисса 28 – Ә бына был хаҡта ни әйтерһегеҙ? Бер кешенең ике улы булған. Беренсеһенең янына килеп, ул: «Улым, бөгөн йөҙөм баҡсаһына барып эшләп ҡайт әле», – тигән. 29 Уныһы иһә: «Эшләгем килмәй», – тигән, ләкин бер аҙҙан кире уйлап, киткән. 30 Атай кеше, икенсе улы янына килеп, шуны уҡ ҡабатлаған. Уныһы: «Барам, әфәндем» – тигән, әммә бармаған. 31 Аталарының ихтыярын ҡайһыһы үтәгән? – Беренсеһе, – тип яуап бирҙе тегеләр. Ғайса уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығына һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр һеҙҙән алда инәсәк. 32 Сөнки Яхъя һеҙгә тәҡүә булыу юлын күрһәтергә тип килгәйне, ләкин һеҙ уға ышанманығыҙ. Ә һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр ышанды. Һеҙ, быны күреп тә, барыбер уйығыҙҙан кире ҡайтманығыҙ һәм уға ышанманығыҙ. Йөҙөм үҫтереүселәр хаҡында ҡисса 33 Хәҙер икенсе ҡиссаны тыңлағыҙ. Ер биләүсе бер кеше булған. Ул йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан, уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған һәм, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, ситкә сығып киткән. 34 Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алырға тип хеҙмәтселәрен ебәргән. 35 Йөҙөм үҫтереүселәр уның хеҙмәтселәрен тотоп, ҡайһыһын туҡмап, ҡайһыһын үлтереп, ҡайһыларын таш менән бәргесләгәндәр. 36 Хужа тағы ла күберәк хеҙмәтселәрен ебәргән, әммә улар менән дә шундай уҡ хәл ҡабатланған. 37 Ниһайәт: «Улыма хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлап, улын ебәргән. 38 Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, бер-береһенә: «Был – вариҫ. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр. 39 Улар уны тотоп, йөҙөм баҡсаһынан алып сығып үлтергәндәр. 40 Инде баҡса хужаһы, әйләнеп ҡайтҡас, был йөҙөм үҫтереүселәрҙе ни эшләтер? 41 – Уларҙы яуызлыҡтары өсөн ҡот осҡос үлемгә дусар итер һәм баҡсаны башҡа йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға бирер. Улары хужаға тейешле өлөштө ваҡытында биреп барыр, – тип яуап ҡайтарҙы баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар. 42 – Ә һеҙ Изге Яҙмала: «Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш иң мөһим мөйөш ташы булды. Был Раббы тарафынан эшләнде һәм беҙҙең өсөн ғәжәйеп хәл» – тигәнде бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тине Ғайса. – 43 Шуға күрә һеҙгә әйтәм: Алла Батшалығы, һеҙҙән тартып алынып, уның емешен килтергән халыҡҡа биреләсәк. 44 Был таш өҫтөнә йығылған һәр кем селпәрәмә киләсәк, ә инде таш кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙәсәк. 45 Баш руханиҙар һәм фарисейҙар, Ғайсаның ҡиссаларын тыңлап, Уның үҙҙәре тураһында һөйләүен аңланылар. 46 Улар Ғайсаны ҡулға алырға теләне, ләкин баҙнат итмәне, сөнки Уны пәйғәмбәр тип һанаған халыҡтан ҡурҡтылар. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia