Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Матфей 20 - Инжил


Йөҙөм баҡсаһында эшләүселәр хаҡында ҡисса

1 Күктәр Батшалығы иртән иртүк үҙенең йөҙөм баҡсаһында эшләтергә ялсылар ялларға сыҡҡан хужа кешегә оҡшаш.

2 Ялсылар менән көнөнә бер динарҙан килешкәс, хужа уларҙы йөҙөм баҡсаһына ебәргән.

3 Иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә өйөнән сығып, баҙар майҙанына барғас, ул бында эшһеҙ торған башҡа кешеләрҙе күреп:

4 «Һеҙ ҙә минең йөҙөм баҡсаһына барығыҙ. Мин һеҙгә тейешенсә түләрмен», – тигән.

5 Улар киткән. Хужа сәғәт ун икелә лә, көндөҙгө өстә лә шулай эшләгән.

6 Сәғәт биштәр тирәһендә тағы сыҡҡас, баҫып торған кешеләрҙе күреп, уларҙан: «Һеҙ ниңә бында көнө буйы эшһеҙ тораһығыҙ?» – тип һораған.

7 «Беҙҙе бер кем дә ялламаны», – тип яуаплаған тегеләр. «Һеҙ ҙә йөҙөм баҡсаһына барығыҙ», – тигән хужа уларға.

8 Кис еткәс, хужа идарасыһына: «Эшселәрҙе саҡырып, эш хаҡын түлә. Аҙаҡ ялланғандарынан башлап, беренселәре менән тамамла», – тигән.

9 Киске биштә ялланғандар килеп, һәр ҡайһыһы берәр динар аҡса алған.

10 Сираттары килеп еткәс, беренселәре: «Күберәк алырбыҙ», – тип уйлаған. Ләкин уларға ла берәр динар ғына тейгән.

11 Аҡсаларын алғас, хужаға зарлана башлағандар:

12 «Аҙаҡ килгәндәр бары бер сәғәт кенә эшләне, ә һин уларҙы беҙҙең менән тиңләнең. Беҙ бит көнө буйы эҫе ҡояш аҫтында ауыр эш башҡарҙыҡ».

13 Әммә хужа уларҙың береһенә яуап итеп былай тигән: «Дуҫым, мин һиңә ҡарата ғәҙелһеҙлек ҡылманым. Минең менән бер динарға килештең түгелме һуң?

14 Үҙеңә тейешлеһен ал да кит. Ә мин бынау аҙаҡҡыға ла һиңә биргән хәтле бирергә теләйем.

15 Үҙ мөлкәтемде үҙем теләгәнсә сарыфларға хаҡым юҡмы ни? Әллә йомартлығымдан көнләшәһеңме?»

16 – Бына шулай: аҙаҡҡылар беренсе булыр, ә беренселәр аҙаҡҡы булыр, – тине Ғайса.


Ғайсаның өсөнсө тапҡыр Үҙенең үлеме һәм терелеүе хаҡында әйтеүе

17 Иерусалимға табан юл тотоп, Ғайса ун ике шәкертен ситкә саҡырып алды ла, уларҙың үҙҙәренә генә:

18 – Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Улар Уны үлемгә хөкөм итәсәк,

19 мыҫҡыллатыу, ҡамсылатыу һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелтеп торғоҙоласаҡ.


Ғайса һәм Зеведейҙың улдары

20 Шунан Зеведейҙың ҡатыны, улдары менән бергә Ғайса янына килеп, Уның алдында тубыҡланды. Уның ниҙер һорағыһы килә ине.

21 – Һиңә нимә кәрәк һуң? – тине Ғайса. – Һинең Батшалығыңда минең ошо ике улымдың береһе уң яғыңа, икенсеһе һул яғыңа ултырасаҡ, тип вәғәҙә бирһәң ине.

22 – Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы үҙегеҙ ҙә аңламайһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап кәсәһенән һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы һуң? – Алырбыҙ, – тине улар.

23 – Һеҙ, ысынлап та, Минең кәсәмдән эсерһегеҙ, ә уң яғымда йәки һул яғымда ултырырға рөхсәт бирергә Минең хаҡым юҡ. Ул урындар Атам тарафынан кемдәргә әҙерләнгән, шулар ултырасаҡ.

24 Был һөйләшеүҙе ишеткәс, ҡалған ун шәкерттең был икәүгә асыуы килде.

25 Ғайса уларҙы саҡырып алып: – Һеҙ беләһегеҙ: хакимдар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм башлыҡтар ҙа уларға баш була.

26 Ләкин һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа бөйөк булырға теләүсе башҡаларға хеҙмәтсе булһын

27 һәм арағыҙҙа беренсе булырға теләүсе башҡалар өсөн ҡол булһын.

28 Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, күптәрҙе йолоп алыр өсөн, Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә тип килде, – тине.


Ике һуҡырҙы һауыҡтырыу

29 Ғайса шәкерттәре менән Иерихон ҡалаһынан киткәндә, Уның артынан ҙур халыҡ төркөмө эйәреп барҙы.

30 Юл ситендә ике һуҡыр ултыра ине. Улар Ғайсаның үтеп барыуын ишеткәс: – Әфәндем, Дауыт Улы, беҙгә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

31 Халыҡ, уларҙы әрләп, өндәшмәҫкә ҡушты, әммә улар тағы ла көслөрәк итеп: – Әфәндем, Дауыт Улы, беҙгә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырҙы.

32 Ғайса туҡтап, уларҙы саҡырып алды ла: – Һеҙҙең өсөн нимә эшләүемде теләйһегеҙ? – тип һораны.

33 – Әфәндем, күҙҙәребеҙ күрһен ине! – тине улар.

34 Ғайса, үҙҙәрен йәлләп, күҙҙәренә ҡулы менән ҡағылды. Улар шунда уҡ күрә башланы һәм Уға эйәреп китте.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan