Матфей 18 - ИнжилКүктәр Батшалығында кем бөйөгөрәк 1 Шул ваҡыт Ғайса янына шәкерттәре килеп: – Күктәр Батшалығында кем иң бөйөгө? – тип һораны. 2 Ғайса бер баланы саҡырып алып, уларҙың уртаһына баҫтырҙы 3 ла: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр һеҙ, үҙгәреп, балалар кеүек булмаһағыҙ, Күктәр Батшалығына бер ҡасан да инмәйәсәкһегеҙ, – тине. 4 – Шулай итеп, кем ошо бала кеүек үҙен кесе итеп тота, шул Күктәр Батшалығында иң бөйөгө. 5 Һәм Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул иткән кеше Мине лә ҡабул итә. Ҡотҡо тураһында 6 Әммә Миңә ышанған бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып, диңгеҙ упҡынына батырһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. 7 Был донъяға ҡайғы, сөнки дөрөҫ юлдан яҙҙыра! Ҡотҡо һалыуҙарҙың килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы! 8 Әгәр ҙә ҡулың йәки аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ташла! Ике ҡулың һәм ике аяғың менән мәңгелек утҡа ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа бер ҡуллы йәки аҡһаҡ килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк. 9 Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны һурып алып ситкә ташла! Ике күҙең менән йәһәннәм утына ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа һыңар күҙле килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк. Юғалған һарыҡ хаҡында ҡисса 10-11 Һаҡ булығыҙ, был түбән заттарҙың береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт Күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала. 12 Нисек уйлайһығыҙ? Әгәр ҙә бер кешенең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһе аҙашһа, ул туҡһан туғыҙ һарығын тауҙа ҡалдырып, юғалғанын эҙләп китмәҫ инеме икән? 13 Тапһа, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, юғалмаған туҡһан туғыҙына ҡарағанда, табылғанына ул нығыраҡ ҡыуаныр. 14 Һеҙҙең Күктәге Атағыҙ ҙа шулай: түбән заттарҙың береһенең дә һәләк булыуын теләмәй. Әгәр имандашың гонаһ ҡылһа 15 Әгәр имандашың һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, барып, ғәйебен үҙенә генә әйт. Тыңлаһа, һин имандашыңды үҙеңә ҡайтарған булырһың. 16 Тыңламаһа инде, «һәр эш ике йәки өс шаһит тарафынан раҫланһын» өсөн, үҙең менән бер йәки ике кешене алып бар. 17 Уларҙы ла тыңламаһа, имандаштар берҙәмлегенә һөйлә, ә инде берҙәмлек ағзаларын да тыңламаһа, ул саҡта уның менән мөғәмәләң мәжүси йәки һалым йыйыусы менән нисек, шулай булһын. 18 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ ерҙә тыйғанды күктә Алла тыясаҡ, ә ерҙә рөхсәт иткәнегеҙҙе күктә Алла рөхсәт итәсәк. 19 Тағы һеҙгә әйтәм: арағыҙҙан икәүегеҙ ерҙә, үҙ-ара һөйләшеп-килешеп, Күктәге Атамдан ни генә һораһағыҙ ҙа, Ул уны эшләйәсәк. 20 Сөнки Минең хаҡҡа икәүләп йәки өсәүләп йыйылһалар, Мин дә улар араһында буласаҡмын. Мәрхәмәтһеҙ хеҙмәтсе хаҡында ҡисса 21 Шунан Уның янына Петр килеп: – Хужам, туғанымды, әгәр ул миңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, нисә тапҡыр кисерергә тейешмен? Етегә тиклемме? – тип һораны. 22 – Юҡ, етегә тиклем түгел, ә етмеш тапҡыр етегә тиклем, – тип яуап бирҙе уға Ғайса. – 23 Күктәр Батшалығы бына нимәгә оҡшаш: бер батша үҙенең хеҙмәтселәренән иҫәп-хисап эшен талап иткән. 24 Аҡса хисабын асыҡлай башлағас, уның янына ун мең талант бурысы булған бер кешене алып килгәндәр. 25 Уның түләрлек аҡсаһы булмағас, бурысын ҡайтарыр өсөн, батша уның үҙен дә, ҡатынын да, балаларын да, бөтә мөлкәтен дә һатырға әмер биргән. 26 Был хеҙмәтсе батша алдында йөҙтүбән ҡапланып: «Бурысымды кисектереп торсо! Мин һиңә уны аҙаҡ тулыһынса ҡайтарып бирермен», – тип ялбарған. 27 Батша, хеҙмәтсене йәлләп, бурысын бәхилләгән һәм уны ебәргән. 28 Ләкин был хеҙмәтсе, киткәс, үҙенә йөҙ динар бурысы булған бер хеҙмәттәшен осратҡан. Ул уны боғаҙынан алып быуа башлаған. «Миңә күпме бурысың бар, бөтәһен дә түлә!» – тип талап иткән. 29 Тегеһе, тубыҡланып, уға: «Бурысымды кисектереп торсо, мин ҡайтарып бирермен!» – тигән. 30 Әммә ул, риза булмайынса, бурысын түләгәнгә тиклем уны төрмәгә ултыртҡан. 31 Батшаның бүтән хеҙмәтселәре быны күреп бик ҡайғырған һәм бар булған хәлде хужаларына барып һөйләп биргәндәр. 32 Шунан һуң батша теге хеҙмәтсеһен саҡыртып алып былай тигән: «Яраҡһыҙ хеҙмәтсе! Һин үтенгәс, бөтә бурысыңды бәхилләнем. 33 Мин рәхимлек күрһәткән кеүек, һин дә хеҙмәттәшеңә рәхимлек күрһәтергә тейеш түгел инеңме ни?» 34 Һәм асыуланған батша хеҙмәтсене, бөтә бурысын түләп бөткәнгә тиклем, язалаусылар ҡулына тапшырған. 35 Әгәр туғанығыҙҙы ихлас күңелдән кисермәһәгеҙ, Күктәге Атам да һеҙгә ҡарата шулай буласаҡ. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia