Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Матфей 16 - Инжил


Ғайсанан илаһи билдә күрһәтеүен талап итеүҙәре

1 Унда Ғайса янына фарисейҙар һәм саддукейҙар килде. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен һоранылар.

2 Ә Ул: – Кисен һеҙ: «Аяҙ булыр, күк йөҙө ҡыҙыл», – тиһегеҙ.

3 Ә иртән иртүк: «Бөгөн дауыл булыр, күк йөҙө ҡуйы ҡыҙыл төҫ менән ҡапланды», – тиһегеҙ. Күккә ҡарап, һеҙ һауа торошон билдәләйһегеҙ, ә замандарҙың билдәләрен аңлай алмайһығыҙмы?

4 Был замандың яуыз һәм Аллаға имандары булмаған кешеләре илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәр билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк, – тип яуап ҡайтарҙы. Шунан һуң Ғайса уларҙы ҡалдырып китеп барҙы.


Фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһе

5 Икенсе ярға сыҡтылар. Шәкерттәре үҙҙәре менән икмәк алырға онотҡайны.

6 – Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ! – тине Ғайса уларға.

7 Ә шәкерттәре үҙҙәре менән икмәк алмағандары тураһында һөйләшә бирҙе.

8 Ғайса быны белеп: – Имандары аҙҙар! Һеҙ ниңә икмәгегеҙ юҡлығы тураһында һөйләшәһегеҙ?

9 Һаман бер ни ҙә аңламайһығыҙмы ни? Биш мең кешегә өләшелгән биш икмәк һәм уны нисә кәрзин итеп йыйып алыуығыҙ тураһында иҫләмәйһегеҙме?

10 Ете икмәкте дүрт мең кешегә өләшеүегеҙҙе һәм уны нисә кәрзин итеп йыйып алыуығыҙҙы ла оноттоғоҙмо?

11 Минең икмәк хаҡында әйтмәүем һеҙгә аңлашылмаймы ни? Фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ! – тине.

12 Шунда улар Ғайсаның икмәк әсеткеһенән түгел, ә фарисейҙар һәм саддукейҙар тәғлимәтенән һаҡланырға ҡушыуын аңланылар.


Петрҙың Ғайсаны Мәсих тип таныуы

13 Филипп Кесарияһы ерҙәренә килгәс, Ғайса Үҙенең шәкерттәренән: – Кешеләр Әҙәм Улын кем тип иҫәпләй? – тип һораны.

14 – Берәүҙәр Уны Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһы берҙәре Иремия йәки башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип уйлай, – тине шәкерттәре.

15 – Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ?

16 – Һин – Мәсих, мәңге тере Алланың Улы, – тип яуап бирҙе Симон Петр.

17 – Йона улы Симон, һин бәхетле, сөнки быны һиңә кешеләр түгел, ә Минең Күктәге Атам асып бирҙе, – тине Ғайса. –

18 Шуға күрә Мин һиңә әйтәм: һин – Петр һәм Мин был ҡаяла Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген төҙөйәсәкмен. Уны үлеләр донъяһының көстәре еңә алмаҫ.

19 Мин һиңә Күктәр Батшалығының асҡыстарын бирермен. Һин ерҙә тыйғанды күктә Алла тыясаҡ, ә ерҙә рөхсәт иткәнеңде Алла күктә рөхсәт итәсәк.

20 Бынан һуң Ул шәкерттәренә Үҙенең Мәсих икәнлеген бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушты.


Ғайсаның Үҙенең үлеме һәм терелеүе хаҡында әйтеүе

21 Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Иерусалимға барырға, унда аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителергә һәм үлтерелергә, әммә өсөнсө көндә терелеп торорға тейешлеге тураһында һөйләй башланы.

22 Петр иһә, Уны ситкәрәк алып китеп, ризаһыҙлыҡ белдерҙе: – Үҙеңде Алла һаҡлаһын, Хужам! Һинең менән ундай хәл була күрмәһен!

23 Әммә Ғайса Петрға боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине дөрөҫ юлдан яҙҙырырға маташаһың, һиндә Алла уйҙары түгел, ә кешенеке, – тине.

24 Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын алып, Миңә эйәрһен.

25 Сөнки кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр. Ә кем үҙенең йәнен Минең хаҡҡа юғалта, ул уны табыр.

26 Әгәр кеше бөтөн донъяға эйә булып, йәнен һәләк итһә, уға бынан ни файҙа? Ул үҙ йәнен ҡайтарып алыр өсөн нимә бирә алыр икән?

27 Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.

28 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Әҙәм Улының Батша булып килеүен күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan