Матфей 10 - ИнжилҒайсаның ун ике илсеһе 1 Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға кешеләрҙең эсенән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарыу, бөтә сир һәм сырхауҙарҙан һауыҡтырыу вәкәләтен бирҙе. 2 Бына ул ун ике илсенең исеме: беренсеһе – Петр тип тә аталған Симон һәм уның ҡустыһы Андрей, Зеведей улы Яҡуб һәм уның ҡустыһы Яхъя, 3 Филипп һәм Варфоломей, Фома һәм һалым йыйыусы Матфей, Алфей улы Яҡуб, Фаддей, 4 Көрәшеүсе Симон һәм Ғайсаға аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот. Ғайсаның ун ике шәкертен хеҙмәткә ебәреүе 5 Ғайса ошо ун икене нәсихәт биреп оҙатты: – Мәжүси халыҡтарға бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ. 6 Улар урынына аҙашҡан һарыҡ көтөүе – Израиль халҡына барығыҙ. 7 Барғас иһә: «Күктәр Батшалығы яҡынлашты!» – тип хәбәр итегеҙ. 8 Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ – бушлай бирегеҙ. 9 Билбауығыҙға алтын да, көмөш тә, баҡыр аҡса ла төйнәмәгеҙ. 10 Сәфәргә үҙегеҙ менән биштәр ҙә, алмаш күлдәк тә, аяҡ кейеме лә, юл таяғы ла алмағыҙ – хеҙмәтсе үҙенә тейешле ризыҡҡа лайыҡ. 11 Ниндәй ҡалаға йәки ауылға барһағыҙ ҙа, унда һеҙҙе ҡабул итергә лайыҡлы кешене табығыҙ. Үҙегеҙ киткәнгә тиклем шуның өйөндә ҡалығыҙ. 12 Өйгә ингәндә, унда йәшәүселәргә именлек теләгеҙ. 13 Әгәр өйҙәгеләр быға лайыҡлы икән, һеҙ теләгән именлек улар менән булһын, лайыҡһыҙ икән, именлегегеҙ үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтһын. 14 Ә берәй йорт йәки ҡала һеҙҙе ҡабул итмәһә, һүҙҙәрегеҙҙе тыңламаһа, унан киткәндә аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ. 15 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡиәмәт көнөндә ул ҡалаға ҡарағанда Содом менән Гоморра еренә еңелерәк булыр. Киләсәк эҙәрлекләүҙәр 16 Бына Мин һеҙҙе һарыҡтарҙы бүреләр араһына ебәргән кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ аҡыллы һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ. 17 Кешеләрҙән һаҡланығыҙ. Улар һеҙҙе хөкөмгә тапшырыр һәм ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылар. 18 Минең арҡала үҙегеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм мәжүсиҙәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер. 19 Хөкөмгә алып килгән саҡтарында, нимә һәм нисек һөйләргә тип борсолмағыҙ: һеҙгә шул мәлдә нимә әйтергә кәрәклеге бирелер. 20 Сөнки әйткән һүҙҙәрегеҙ һеҙҙеке булмаҫ, ә һеҙҙең аша Атағыҙҙың Рухы һөйләр. 21 Туған туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр, һәм балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер. 22 Минең арҡала барыһы ла һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор. 23 Бер ҡалала эҙәрлекләһәләр, башҡаһына ҡасығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Израилдең бөтә ҡалаларын әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ, Әҙәм Улы килер. 24 Шәкерт үҙенең остазынан, хеҙмәтсе хужаһынан өҫтөн булмай. 25 Шәкерт остазы кеүек, ә хеҙмәтсе хужаһы кеүек булһа, шул етә. Йорт хужаһын Веельзевул тип атағандар икән, өйҙәгеләрҙе инде бигерәк тә шулай тип атарҙар. Кемдән ҡурҡырға кәрәк? 26 Шуға күрә, ундай кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ! Асылмайынса ҡалыр бер ҡапланған һәм беленмәйенсә ҡалыр бер йәшерен нәмә юҡ. 27 Мин һеҙгә ҡараңғыла һөйләгәндәрҙе көн яҡтыһында һөйләгеҙ, ҡолағығыҙға шыбырлап әйткәнде өй ҡыйығынан иғлан итегеҙ. 28 Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмаусыларҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ! 29 Ике турғай бер баҡыр тәңкәгә һатыла түгелме ни? Ләкин уларҙың береһе лә Атағыҙҙың рөхсәтенән башҡа ергә ҡолап төшмәҫ. 30 Ә һеҙҙең хатта башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы. 31 Шуға күрә ҡурҡмағыҙ: һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәк. Мәсихте ҡабул итеү 32 Шулай итеп, Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Мин дә Күктәге Атам алдында ҡабул итермен. 33 Ә инде кем кешеләр ҡаршыһында Минән ваз кисә, Мин дә Күктәге Атам ҡаршыһында унан ваз кисермен. 34 Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйламағыҙ. Мин тыныслыҡ килтерергә тип түгел, ә ҡылыс алып килдем. 35 Улы менән атаһын, ҡыҙы менән әсәһен, килене менән ҡәйнәһен бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға тип килдем. 36 Кеше өсөн өйҙәгеләре дошман булыр. 37 Атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ яратыусы Миңә лайыҡ түгел. Улын йәки ҡыҙын Миңә ҡарағанда нығыраҡ яратыусы Миңә лайыҡ түгел. 38 Үҙенең арҡысағын күтәреп, Миңә эйәреп бармаған кеше Миңә лайыҡ түгел. 39 Йәнен үҙе өсөн һаҡлап ҡалырға тырышыусы уны юғалтыр; ә Минең хаҡҡа йәнен юғалтҡан уны табыр. 40 Һеҙҙе ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән Мине Ебәреүсене ҡабул итә. 41 Пәйғәмбәрҙе пәйғәмбәр булғаны өсөн ҡабул итеүсе, пәйғәмбәргә бирелгәнсә үк әжер алыр. Тәҡүә кешене тәҡүә булғаны өсөн ҡабул итеүсе, тәҡүә кешегә бирелгәнсә үк әжер алыр. 42 Кем шундай түбән заттарҙың береһенә Минең шәкертем булғаны өсөн генә бер сынаяҡ һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia