Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Маркус 8 - Инжил


Дүрт мең кешене туйҙырыу

1 Ул көндәрҙә тағы күп кеше йыйылды, уларҙың ашар ризыҡтары юҡ ине. Ғайса шәкерттәрен саҡырып:

2 – Кешеләрҙе йәлләйем. Өс көн инде улар Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ.

3 Әгәр Мин уларҙы ас килеш өйҙәренә ҡайтарып ебәрһәм, юлда хәлдәре бөтөр. Ҡайһы берҙәре алыҫтан килгән бит, – тине.

4 – Бынау ҡола ялан ерҙә уларҙы туйҙырырлыҡ икмәкте ҡайҙан алайыҡ? – тип яуап бирҙе шәкерттәре.

5 – Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? – тип һораны Ғайса. – Ете, – тине улар.

6 Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, ете икмәкте алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе, улары халыҡҡа таратты.

7 Бер аҙ балыҡтары ла бар ине. Ғайса, шөкөрана ҡылғас, уларҙы ла өләшергә ҡушты.

8 Кешеләр ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙан ете кәрзин йыйып алдылар.

9 Ә ашаусылар дүрт мең самаһы кеше ине. Ғайса уларҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе.

10 Үҙе шунда уҡ шәкерттәре менән кәмәгә ултырып, Далмануфа ерҙәренә китте.

11 Фарисейҙар килеп, Ғайса менән бәхәсләшә башланы. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап иттеләр.

12 Ғайса: – Ниңә был заман кешеләре илаһи билдә талап итә икән? Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: уларға илаһи билдә күреү бирелмәйәсәк, – тине ауыр көрһөнөп.

13 Ғайса уларҙы ҡалдырҙы ла, тағы кәмәгә ултырып, икенсе яҡ ярға сығып китте.


Фарисейҙарҙың һәм Иродтың әсеткеһе

14 Шәкерттәр үҙҙәре менән икмәк алырға онотҡайны, кәмәлә бер генә икмәктәре бар ине.

15 Ғайса шәкерттәрен: – Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар әсеткеһенән дә, Ирод әсеткеһенән дә һаҡ булығыҙ! – тип киҫәтте.

16 Ә тегеләр икмәктәре юҡлығы тураһында һөйләшә бирҙе.

17 Ғайса быны белеп, уларға: – Ниңә һеҙ икмәгегеҙ юҡлығы хаҡында һөйләшәһегеҙ? – тине. – Һаман бер нәмә лә аңламайһығыҙмы? Бер ни ҙә төшөнмәйһегеҙме? Күңелдәрегеҙ ҡатҡанмы?

18 Күҙҙәрегеҙ булып та, күрмәйһегеҙме? Ҡолаҡтарығыҙ булып та, ишетмәйһегеҙме? Хәтерләмәйһегеҙме ни:

19 Мин биш икмәкте биш мең кешегә бүлгеләп биргәндә, ҡалған һыныҡтарҙан һеҙ нисә тулы кәрзин йыйып алдығыҙ? – Ун ике, – тинеләр Уға.

20 – Ә инде ете икмәкте дүрт меңгә бүлгәндә, ҡалған һыныҡтарҙан һеҙ нисә тулы кәрзин йыйып алдығыҙ? – Ете, – тип яуапланы тегеләр.

21 – Әллә һаман төшөнмәйһегеҙме? – тине Ғайса.


Ғайсаның Вифсаидала һуҡырҙы һауыҡтырыуы

22 Улар Вифсаидаға килеп етте. Кешеләр, бер һуҡырҙы алып килделәр ҙә, Ғайсаның уға ҡул тейҙереүен үтенделәр.

23 Ғайса һуҡырҙы етәкләп ауылдан алып сыҡты, күҙҙәренә төкөрөп, ҡулдарын ҡуйҙы. – Берәй нәмә күрәһеңме? – тип һораны.

24 – Мин кешеләрҙе күрәм, – тине теге өҫкә ҡарап. – Ләкин улар миңә ағастар йөрөгән төҫлө күренә.

25 Ғайса ҡулдарын уның күҙҙәренә ҡабат ҡуйып алғас, ул текләп ҡараны ла, һауығып, бөтә нәмәне асыҡ итеп күрҙе.

26 Ғайса уны: – Бар, ауылға инеп торма, – тип өйөнә ҡайтарып ебәрҙе.


Петрҙың Ғайсаны Мәсих тип таныуы

27 Ғайса шәкерттәре менән Филипп Кесарияһы тирәһендә урынлашҡан ауылдарға китте. Юлда барғанда Ул шәкерттәренән: – Кешеләр Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораны.

28 – Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип уйлай, – тип яуап ҡайтарҙылар Уға.

29 – Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораны Ул уларҙан. – Һин – Мәсих, – тине Петр.

30 Ғайса Үҙе тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты.


Ғайсаның Үҙенең үлеме һәм терелеүе хаҡында әйтеүе

31 Ғайса шәкерттәренә Әҙәм Улының күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә, ә өс көндән һуң терелеп торорға тейешлеге тураһында аңлата башланы.

32 Был хаҡта Ул асыҡтан асыҡ һөйләне. Шул ваҡыт Петр, Уны ситкәрәк алып китеп, ризаһыҙлыҡ белдерергә тотондо.

33 Әммә Ғайса, шәкерттәренә боролоп ҡарап, Петрҙы шелтәләне: – Кит янымдан, Иблис! Һиндә Алла уйҙары түгел, ә кешенеке.

34 Ғайса шәкерттәре менән бергә халыҡты саҡырып былай тине: – Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, үҙенең арҡысағын алып, Миңә эйәрһен.

35 Сөнки кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; ә кем үҙенең йәнен Минең хаҡҡа һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына юғалта, уны һаҡлап ҡалыр.

36 Әгәр кеше бөтөн донъяға эйә булып, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа?

37 Ул, үҙ йәнен кире ҡайтарыр өсөн, нимә бирә алыр икән?

38 Аллаға имандары булмаған һәм гонаһлы был быуындан кем дә булһа Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла икән, Әҙәм Улы ла Үҙенең Атаһының балҡып торған шөһрәте эсендә изге фәрештәләре менән килгән саҡта, ул кешенән оялыр.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan