Маркус 4 - ИнжилСәсеүсе хаҡында ҡисса 1 Ғайса тағы Галилея күле буйында кешеләрҙе өйрәтә башланы. Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Шунлыҡтан Ул күлдәге кәмәгә инеп ултырҙы, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо. 2 Ғайса уларға күп нәмәләрҙе аңлатып, кинәйәле ҡиссалар менән былай тип өйрәтте: 3 – Тыңлағыҙ, бына бер кеше орлоҡ сәсергә сыҡҡан. 4 Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән һәм, ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөтөргән. 5 Бәғзеләре тупрағы аҙ булған ташлы урынға төшкән. Ерҙә тәрән ятмағанлыҡтан, улар тиҙ арала шытып сыҡҡан. 6 Ә инде ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамырҙары булмағанлыҡтан, үҫентеләр ҡороған. 7 Орлоҡтарҙың башҡалары сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, уларҙы баҫып киткәнлектән, улар башаҡ бирмәгән. 8 Ә бүтән орлоҡтар уңдырышлы ергә төшкән, үҫеп күтәрелгән һәм утыҙлата, алтмышлата йә йөҙләтә күберәк уңыш биргән. 9 Ғайса былай тине: – Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! Сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһе 10 Үҙҙәре генә ҡалғас, ун ике шәкерт һәм башҡа Уның артынан эйәреүселәр Ғайсанан ҡиссаларҙың мәғәнәһен һораны. 11-12 – Һеҙгә Алла Батшалығының серен аңлау бирелгән, тыштағыларға иһә: «Аллаға табан боролмаһындар һәм шул рәүешле, кисерелмәһендәр өсөн, ҡарап та күрмәһендәр, тыңлап та аңламаһындар» өсөн, ҡиссалар аша еткерелә. 13 – Һеҙ был ҡиссаның мәғәнәһен аңламайһығыҙмы? – тип һораны Ғайса уларҙан. – Улайһа башҡа ҡиссаларҙы нисек аңларһығыҙ һуң? 14 Сәсеүсе һүҙ сәсә. 15 Юл буйына төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә шунда уҡ Иблис килеп, уларҙың күңелдәренә сәселгән һүҙҙе алып китә. 16 Ташлы урынға сәселгән орлоҡ шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кешеләр уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә, 17 әммә, үҙендә тамырҙары булмағанлыҡтан, һүҙҙе ваҡытлыса ғына тота. Аҙаҡ, һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһалар йәки эҙәрләүгә юлыҡһалар, улар тиҙ үк сигенә. 18 Сәнскәк араһына сәселгән орлоҡ иһә шуны аңлата: 19 кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һәм бүтән теләктәр кешеләрҙең күңелен биләп, һүҙҙе баҫып ала һәм ул уңыш бирмәй. 20 Ә уңдырышлы ергә сәселгәне иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ҡабул итә. Ул утыҙлата, алтмышлата йә йөҙләтә уңыш килтерә. Шәм яҡтылығы хаҡында ҡисса 21 Ғайса уларға былай тине: – Шәмде һауыт менән ҡаплар йәки һике аҫтына ҡуйыр өсөн индерәләрме ни? Шәмдәлгә ултыртып ҡуйыу өсөн түгелме һуң? 22 Һәр йәшерен нәмә фаш итеү өсөн генә йәшерен һәм һәр сер асылыу өсөн генә сер. 23 Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! 24 Ғайса һүҙен дауам итте: – Әйткәнемде иғтибарға алығыҙ: ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер һәм тағы өҫтәлер. 25 Кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр. Шытып сыҡҡан орлоҡ хаҡында ҡисса 26 Ғайса тағы ла былай тине: – Алла Батшалығы бына ниндәй: әйтәйек, кеше ергә орлоҡ сәсә, 27 унан төндә йоҡлай, көндөҙөн тора, ә ул арала орлоҡ шытып сыға, үргә тартыла. Кеше бының нисек булыуын белмәҫ тә. 28 Ер үҙенән-үҙе уңыш бирә: тәүҙә һабаҡ, унан башаҡ үҫтерә, аҙаҡ башаҡ тулы орлоҡ ярала. 29 Ә инде ашлыҡ өлгөрөү менән, кеше ҡулына ураҡ ала, сөнки ашлыҡ урыр саҡ еткән була. Горчица орлоғо хаҡында ҡисса 30 – Алла Батшалығын беҙгә нимә менән сағыштырырға һәм нисек итеп тасуирларға? – тине Ғайса. – 31 Ул горчица орлоғона оҡшаған. Ергә сәскән ваҡытта ул ер йөҙөндәге бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ. 32 Ә инде сәселгәс, үҫеп күтәрелеп, баҡсалағы һәммә үҫемлектәрҙән дә ҙурыраҡҡа әүерелә, дәү ботаҡтар ебәрә һәм уның күләгәһендә ҡоштар оя ҡора. 33 Ғайса Алла һүҙен ошоға оҡшаш бик күп ҡиссалар ярҙамында халыҡ аңлаған тиклем һөйләне. 34 Ул ҡисса менән генә һөйләне, ә шәкерттәре менән яңғыҙ ҡалғанда, уларға бөтәһен дә аңлатып бирҙе. Ғайсаның дауылды баҫылдырыуы 35 Шул көндө кисен Ғайса шәкерттәренә: – Әйҙәгеҙ, теге яҡ ярға сығайыҡ, – тине. 36 Халыҡты ҡалдырып, шәкерттәр Уның янына кәмәгә инеп ултырҙы. Башҡа кәмәләр Уға эйәрҙе. 37 Ҡапыл көслө дауыл күтәрелде һәм тулҡындар бәрелеүҙән кәмә эсенә һыу тула башланы. 38 Ғайса иһә, кәмәнең артҡы осонда башын яҫтыҡҡа терәп, йоҡлай ине. Шәкерттәре Уны уятып: – Остаз, батабыҙ бит! Был һине борсомаймы ни? – тине. 39 Ул, тороп, елде тыйҙы, күлгә лә: – Шаулама, баҫыл! – тине. Ел туҡтаны, тәрән тынлыҡ урынлашты. 40 – Һеҙ ниңә шулай ҡурҡаҡ? Әле һаман иманығыҙ юҡмы ни? – тине Ғайса. 41 Шәкерттәр иһә бик ныҡ ҡурҡып бер-береһенә: – Кем һуң Ул? Уға ел дә, тулҡындар ҙа буйһона! – тиештеләр. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia