Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Маркус 3 - Инжил


Ҡулы ҡороған кешене һауыҡтырыу

1 Ғайса тағы ғибәҙәтханаға инде. Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине.

2 Фарисейҙар, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп, шәмбе көнө Ул был кешене һауыҡтырмаҫмы икән тип, күҙәтеп торҙолар.

3 Ғайса ҡулы ҡороған кешегә: – Уртаға сығып баҫ! – тине.

4 Ә тегеләрҙән: – Шәмбе көндө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораны. Тегеләр өндәшмәне.

5 Ғайса, уларҙың ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, асыулы ҡараш ташланы ла әлеге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Ауырыу ҡулын һуҙыуға ҡулы һауыҡты.

6 Фарисейҙар иһә ғибәҙәтхананан сығып китеп, шунда уҡ Ирод батша яҡлылар менән бергә Ғайсаны нисек тә һәләк итеү тураһында кәңәшҡорҙо.

7 Ғайса шәкерттәре менән күлгә табан йүнәлде. Уға Галилеянан күп һанлы кеше эйәрҙе. Шулай уҡ Йәһүҙиәнән дә,

8 Иерусалимдан да, Идумеянан, Иордан аръяғынан, Тир һәм Сидон тирәләренән дә, Уның ҡылған эштәре тураһында ишетеп, әллә күпме халыҡ килде.

9 Ғайса, күмәк халыҡ араһында ҡыҫылып ҡуймаҫ өсөн, шәкерттәренә берәй кәмәне әҙер тоторға ҡушты.

10 Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр ҙә этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды.

11 Эстәренә ен эйәләшкән кешеләр ҙә, Уны күреү менән алдына йығылып: – Һин – Алла Улы! – тип ҡысҡырҙы.

12 Әммә Ғайса уларҙы Үҙенең кемлеге хаҡында һөйләүҙән ҡаты итеп тыйҙы.


Ғайсаның Үҙенә шәкерттәр һайлап алыуы

13 Ул, тауға менеп, Үҙе теләгән кешеләрҙе янына саҡырҙы. Улар килгәс,

14 араларынан ун икеһен Үҙе менән бергә булһындар өсөн һайлап алды. Уларҙы илселәр тип атап, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә сығарып ебәрҙе,

15 ендәрҙе ҡыуып сығарырға вәкәләт бирҙе.

16 Бына ул Ғайса тарафынан тәғәйенләнгән ун ике шәкерт: Ғайса Петр тип атаған Симон,

17 Зеведей улы Яҡуб һәм уның ҡустыһы Яхъя – Ғайса уларҙы Воанергес, йәғни «Күк күкрәү улдары» тип атаны,

18 Андрей, Филипп, Варфоломей, Матфей, Фома, Алфей улы Яҡуб, Фаддей, Көрәшеүсе Симон

19 һәм Ғайсаға аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот.


Ғайса һәм Веельзевул

20 Ғайса өйгә инде. Унда тағы күп кеше йыйылып китте, шунлыҡтан Ғайса менән шәкерттәре хатта тамаҡ та ялғай алманы.

21 Туғандары, был хәлдәрҙе ишеткәс, Ул аҡылдан яҙған икән, тип һөйләшеп, Уны көс менән алып китергә килделәр.

22 Иерусалимдан килгән ҡанун белгестәре: – Уның эсендә Веельзевул бар! Ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тинеләр.

23 Ғайса, уларҙы Үҙенең янына саҡырып алып, кинәйә менән һөйләй башланы: – Нисек итеп Иблис үҙен үҙе ҡыуып сығара алһын?

24 Әгәр ҙә халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышһа, был батшалыҡ тороп ҡала алмаҫ,

25 кешеләре бер-береһенә ҡаршы торған һәр ғаилә лә тарҡалыр.

26 Иблис Иблисте ҡыуып сығара икән, тимәк, үҙ-үҙенә ҡаршы һуғыша һәм был уның ахыры булыр.

27 Көслө кешенең өйөнә инеп, тәүҙә уны бәйләмәһә, берәү ҙә уның мөлкәтен талап сыға алмаҫ. Тәүҙә бәйләр, шунан ғына талар.

28 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бөтәһе лә – кешеләрҙең гонаһтары ла, ниндәй ҙә булһа көфөр һүҙҙәре лә – кисерелер.

29 Әммә кемдер Изге Рухҡа ҡаршы хурлау һүҙе әйтһә, мәңге кисерелмәҫ, ул мәңгелек гонаһта ғәйепле.

30 Ғайса быларҙы тегеләрҙең, Уға ен эйәләшкән, тип әйткәненә күрә һөйләне.


Ғайсаның әсәһе һәм туғандары

31 Шул ваҡыт Ғайсаның әсәһе менән ҡустылары килде һәм, тышта торған килеш, Уны саҡырттылар.

32 Ғайсаның эргәһендә күп кеше ултыра ине, улар: – Ана, тышта һине әсәйең менән ҡустыларың көтә, – тинеләр.

33 – Минең әсәйем менән туғандарым кем? – тине Ғайса, уларға яуап итеп.

34 Шунан Үҙе тирәләй ултырғандарға ҡарап былай тине: – Бына былар Минең әсәйем менән Минең туғандарым!

35 Кем Алла ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan