Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Маркус 2 - Инжил


Паралич һуҡҡан кешене һауыҡтырыу

1 Бер нисә көндән һуң Ғайса ҡабат Капернаумға килгәс, Уның өйҙә булыуы хаҡында хәбәр таралды.

2 Шул тиклем күп кеше йыйылды, хатта ишек алдында урын да ҡалманы. Ғайса уларға Алла һүҙен вәғәзләне.

3 Шул ваҡыт дүрт кеше Уға паралич һуҡҡан берәүҙе күтәреп алып килде.

4 Ләкин, халыҡ араһынан үтә алмағанлыҡтан, улар Ғайса булған өйҙөң ҡыйығын һүтеп, паралич һуҡҡан кешене, ятҡан түшәге менән, шул тишектән төшөрҙөләр.

5 Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Улым, һинең гонаһтарың кисерелде! – тине.

6 Унда бер нисә ҡанун белгесе ултыра ине. Улар эстән генә:

7 – Нимә һөйләй Ул? Был бит көфөр һүҙ! Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем кисерә ала? – тип уйланы.

8 Ғайса шунда уҡ Үҙ рухы менән уларҙың фекерен һиҙеп былай тине: – Ни өсөн һеҙ эстән генә шулай уйлайһығыҙ?

9 Паралич һуҡҡан кешегә нимә тип әйтеү еңелерәк: «Һинең гонаһтарың кисерелде», – типме, әллә: «Тор, түшәгеңде ал да атлап кит», – типме?

10 Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы бар.

11 – Шунан Ғайса паралич һуҡҡан кешегә өндәште: – Һиңә әйтәм, тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!

12 Теге шунда уҡ торҙо ла, түшәген алып, бөтөн кеше алдында сығып китте. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды һәм Алланы данлап: – Беҙҙең бының кеүекте бер ҡасан да күргәнебеҙ юҡ ине, – тиештеләр.


Ғайсаның Левийҙы Үҙ артынан саҡырыуы

13 Ғайса тағы күл буйына сыҡты. Бөтә кеше Уның янына килде һәм Ғайса уларҙы өйрәтте.

14 Үтеп барышлай Ул, һалым йыйыу урынында ултырған Алфей улы Левийҙы күреп: – Миңә эйәр! – тине. Левий, тороп, Уның артынан китте.

15 Бына Ғайса Левийҙың өйөндә табында ултыра. Өҫтәл артында Ғайса һәм Уның шәкерттәре менән бергә күп кенә һалым йыйыусылар, башҡа гонаһлылар ҙа бар ине. Улар күпләп Ғайсаға эйәргәйне.

16 Фарисейҙар араһындағы ҡанун белгестәре, Ғайсаның шундай кешеләр менән бергә ашап ултырыуын күреп, Уның шәкерттәренә: – Нисек Ул һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бер табындан ашай ала? – тинеләр.

17 Ғайса быны ишетеп: – Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы артымдан саҡырырға килдем, – тине.


Ураҙа тотоу һәм шәмбе көн тураһында һорауҙар

18 Бер көндө, Яхъяның шәкерттәре һәм фарисейҙар ураҙа тотҡанда, ҡайһы берәүҙәр Ғайсаға килеп: – Ни өсөн Яхъяның да, фарисейҙарҙың да шәкерттәре ураҙа тота, ә Һинекеләр тотмай? – тип һоранылар.

19 Ғайса уларға былай яуап бирҙе: – Кейәү үҙҙәре менән бергә булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ураҙа тотормо? Кейәү араларында икән, әлбиттә, ураҙа тотмаҫтар.

20 Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, шул ваҡытта улар ураҙа тотор.

21 Бер кем дә иҫке кейемгә яңы туҡыманан ямау һалмай. Юғиһә, яңы ямаулыҡ ултырып, иҫке кейемде йыртып ебәрер ҙә, тишек тағы ла нығыраҡ ҙурайыр.

22 Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә, шарап турһыҡты йыртыр ҙа, шарап та, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар.

23 Бер мәл, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үтеп бара ине. Шәкерттәре юл ыңғайында башаҡтарҙы өҙә башланы.

24 Фарисейҙар Ғайсанан: – Ҡара, ни өсөн улар шәмбе көнө эшләргә ярамағанды эшләйҙәр? – тип һораны.

25 Ғайса уларҙан: – Мохтаж сағында, үҙе лә, янындағылар ҙа асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тип һораны.

26 Ул, иң баш рухани Авиафар осоронда, Алла Йортона ингән. Руханиҙарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәгән, Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған, янындағыларға ла биргән.

27 Шунан Ғайса уларға: – Кеше шәмбе көн өсөн түгел, ә шәмбе көн кеше өсөн яратылған, – тине. –

28 Шуға күрә Әҙәм Улы шәмбе көнөнөң дә хужаһы.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan