Лукас 9 - ИнжилҒайсаның ун ике илсеһен хеҙмәткә ебәреүе 1 Ғайса ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға бөтә ендәрҙе ҡыуып сығарырлыҡ, ауырыуҙарҙы дауаларлыҡ ҡеүәт һәм вәкәләт биреп, 2 Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға оҙатҡан. 3 Ул шәкерттәренә: – Сәфәргә үҙегеҙ менән бер ни ҙә: юл таяғы ла, биштәр ҙә, икмәк тә, аҡса ла, алмаш күлдәк тә алмағыҙ, – тигән. – 4 Ниндәй өйгә инһәгеҙ ҙә, ул ерҙән киткәнгә тиклем шунда ҡалығыҙ. 5 Әгәр ҡабул итмәһәләр, был ҡаланан киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ. 6 Шәкерттәр юлға сыҡҡан, һәр ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, ауырыуҙарҙы һауыҡтырып, ауылдан-ауылға йөрөгән. Иродтың аптырашта ҡалыуы 7 Өлкә идарасыһы Ирод, быларҙың барыһы тураһында ишетеп, аптырашта ҡалған. Сөнки ҡайһы берәүҙәр: «Яхъя үленән терелеп торған», 8 икенселәре: «Ильяс ергә ҡайтҡан», башҡалары иһә: «Боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелгән», – тип һөйләгән. 9 Ә Ирод: – Яхъяның башын мин үҙем киҫтергәйнем, шулай булғас, Уның тураһында бындай хәбәрҙәр ишетергә тура килгән был Кеше кем һуң? – тип һораған. Ирод Уны күрергә теләгән. Биш мең кешене туйҙырыу 10 Илселәр, әйләнеп ҡайтҡас, үҙҙәренең ҡылған эштәре тураһында Ғайсаға һөйләп биргән. Ғайса уларҙы Үҙе менән Вифсаида тигән ҡала эргәһендәге аулаҡ урынға алып киткән. 11 Ләкин халыҡ, Уның ҡайҙа киткәнен белеп, артынан эйәргән. Ғайса халыҡты ҡабул итеп, уларға Алла Батшалығы тураһында һөйләгән һәм һауығыуға мохтаждарҙы һауыҡтырған. 12 Көн кискә ауышҡанда ун ике шәкерт Уның янына килгән: – Халыҡты ебәр, эргә-тирәләге ауылдарға, утарҙарға барып үҙҙәренә йоҡларға урын тапһындар һәм ашау яғын хәстәрләһендәр. Бында бит кеше йөрөмәй торған урын. 13 – Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тигән Ғайса. – Беҙҙең биш икмәк менән ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Бындағы кешеләрҙең бөтәһе өсөн дә ризыҡты беҙ һатып алайыҡмы ни? – тип һораған шәкерттәр. 14 Унда биш мең самаһы ир булған. Ғайса шәкерттәренә: – Уларҙы иллешәр-иллешәргә бүлеп, төркөмләп ултыртығыҙ, – тигән. 15 Шәкерттәр шулай эшләгән, бөтәһен дә ултыртып сыҡҡан. 16 Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алған да күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылған, унан икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә биргән. 17 Бөтәһе лә туйғансы ашаған. Ҡалған һыныҡтарҙан тулы ун ике кәрзин йыйып алғандар. Петрҙың Ғайсаны Мәсих тип таныуы 18 Бер ваҡыт, Ғайса аулаҡ ҡалып доға ҡылғанда, Уның янында шәкерттәре генә булған. Ғайса уларҙан: – Халыҡ Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораған. 19 – Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелеп торған тип уйлай, – тип яуап биргәндәр Уға. 20 – Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораған Ул шәкерттәренән. – Һин – Алла Мәсихе, – тип яуаплаған Петр. 21 Ғайса ҡәтғи рәүештә быны бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан. Ғайсаның Үҙенең үлеүе һәм терелеүе тураһында әйтеүе 22 – Әҙәм Улы күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә тейеш, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән Ғайса. 23 Барыһына ла мөрәжәғәт итеп йәнә былай тигән: – Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын алып, көн һайын Миңә эйәрһен. 24 Сөнки кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; ә кем үҙенең йәнен Минең хаҡҡа юғалта, уны һаҡлап ҡалыр. 25 Әгәр кеше бөтә донъяға эйә булып, үҙен юғалтһа йәки үҙен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? 26 Кем Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ғәрләнә, Үҙенең, Атаның һәм изге фәрештәләрҙең балҡыуында килгән саҡта Әҙәм Улы ла унан ғәрләнер. 27 Һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Алла Батшалығын күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ. Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреүе 28 Ошо һүҙҙәрҙән һуң яҡынса һигеҙ көн үткәс, Ғайса Петрҙы, Яхъяны һәм Яҡубты Үҙе менән алып, доға ҡылыу өсөн тауға менгән. 29 Доға ҡылған саҡта Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреп киткән, кейеме ялтырап торған аҡ төҫкә ингән. 30-31 Ҡапыл күк балҡышында ике кеше пәйҙә булып, Уның менән һөйләшә башлаған. Был кешеләр Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр булған. Улар Иерусалимда ғәмәлгә ашырылырға тейеш булған Ғайсаның донъянан китеүе тураһында һөйләшкәндәр. 32 Петрҙы һәм уның менән бергә булған башҡа шәкерттәрҙе йоҡо баҫҡан. Улар, уянғас, Ғайсаны балҡып торған шөһрәтендә һәм Уның эргәһендә ике ир кешене күргәндәр. 33 Был кешеләр Ғайса эргәһенән киткән саҡта Петр: – Остаз, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен Һиңә, береһен Мусаға, береһен Ильясҡа, – тигән, ни әйткәнен дә белмәйенсә. 34 Петр был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта болот килеп сығып, күләгәһе менән уларҙы ҡаплап алған. Болот эсендә ҡалғас, шәкерттәр ҡурҡып киткән. 35 Болот эсенән иһә: – Был Минең Улым, һайлап алған Улым, Уны тыңлағыҙ! – тигән тауыш ишетелгән. 36 Был тауыш яңғырағас, Ғайса яңғыҙы ҡалған. Шәкерттәр бер ни ҙә өндәшмәгән һәм ул көндәрҙә нимә күргәндәрен бер кемгә лә һөйләмәгәндәр. Шаҡшы рух эйәләшкән малайҙы һауыҡтырыу 37 Икенсе көн, улар тауҙан төшкәс, Ғайсаны күп халыҡ ҡаршылаған. 38 Шул саҡ халыҡ араһынан берәү: – Остаз, үтенәм, улымды килеп ҡара! Ул минең берҙән-бер улым, – тип ҡысҡырған. – 39 Шаҡшы рух уны баҫып ала ла, бала ҡапыл ҡысҡыра башлай, тәне тартыша, ауыҙынан күбектәр килеп сыға. Шаҡшы рух, уны ныҡ итеп интектергәндән һуң, көскә китә. 40 Шәкерттәреңдән уны ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, булдыра алманылар. 41 – Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Улыңды бында алып кил. 42 Етеп килгән мәлдәрендә ен малайҙы ергә атып бәргән дә, баланың тәне ҡороша башлаған. Ғайса иһә шаҡшы рухҡа тыйылырға бойорған һәм, малайҙы һауыҡтырып, атаһына тапшырған. 43 Алланың бөйөклөгөн күреп, барыһы ла хайран ҡалған. Халыҡ Ғайса ҡылған эштәргә ғәжәпләнеп торған арала, Ул Үҙенең шәкерттәренә: Ғайсаның Үҙенең үлеүе һәм терелеүе хаҡында ҡабат әйтеүе 44 – Ошо һүҙҙәрҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ: Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк, – тигән. 45 Әммә Уны аңламағандар. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе уларҙан йәшерелгән булған, шуның өсөн дә төшөнмәгәндәр. Ә Ғайсанан һорарға ҡурҡҡандар. Кем иң бөйөгө? 46 Шәкерттәр үҙҙәренең араһында кемеһенең иң бөйөгө булыуы тураһында бәхәсләшә башлаған. 47 Ғайса, уларҙың уйын белеп, бер баланы Үҙенең эргәһенә баҫтырған да: 48 – Был баланы Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәреүсене ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң түбәне – иң бөйөгө, – тигән. «Кем һеҙгә ҡаршы түгел, шул һеҙҙең яҡлы» 49 Яхъя: – Остаз, беҙ бер кешенең Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙҙең менән бергә йөрөмәгәнгә, беҙ уны тыйҙыҡ, – тип әйткән. 50 – Тыймағыҙ, сөнки кем һеҙгә ҡаршы түгел, шул һеҙҙең яҡлы, – тигән уға Ғайса. 51 Был донъянан китеп, күккә алыныр ваҡыты яҡынайғас, Ғайса тәүәккәлләп Иерусалимға киткән. 52 Ул Үҙенең алдынан хәбәрселәр ебәргән. Улар, Ғайса килеүгә бар нәмәне әҙерләп ҡуйыр өсөн юлға сығып, Самария ерендәге бер ауылға килгән. 53 Әммә, Иерусалимға юл тотҡанлыҡтан, бында Ғайсаны ҡабул итмәгәндәр. 54 Был хәлде күреп, шәкерттәре Яҡуб менән Яхъя: – Хужабыҙ! Күктән ут төшөп, уларҙы юҡҡа сығарһын, тип бойороуыбыҙҙы теләйһеңме? – тигәндәр. 55 Ләкин Ғайса, әйләнеп, уларҙы тыйған. 56 Улар икенсе ауылға юл тотҡан. Ғайсаға эйәреү 57 Юлда барғанда кемдер берәү Ғайсаға: – Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тип өндәшкән. 58 – Төлкөләрҙең өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны ла юҡ, – тип яуап биргән Ғайса. 59 Ә икенсеһенә: – Миңә эйәр! – тигән. Уныһы: – Әфәндем! Өйөмә ҡайтып, тәүҙә атайымды ерләп килергә рөхсәт ит, – тип һораған. 60 Әммә Ғайса уға: – Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, ә һин бар, Алла Батшалығы тураһындағы Хәбәрҙе иғлан ит, – тип әйткән. 61 Тағы берәүһе: – Мин Һинең менән барам, Әфәндем! Ләкин тәүҙә өйҙәгеләр менән хушлашып килергә рөхсәт ит, – тип үтенгән. 62 Ләкин Ғайса уға: – Ер һөрөргә тип һуҡаға тотонғас, артына боролоп ҡараған кеше Алла батшалығы өсөн яраҡлы түгел, – тигән. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia