Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Лукас 8 - Инжил


Ғайса менән бергә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар

1 Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгән. Ун ике шәкерте Уның менән булған.

2 Ғайса шаҡшы рухтарҙан һәм ауырыуҙарҙан һауыҡтырған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер нисәүһе: эсенән ете шаҡшы рух ҡыуып сығарылған Мәрйәм, ул Магдалина тип йөрөтөлгән,

3 Ирод йортонда идара итеүсе Хузаның ҡатыны Иоанна, Сусанна һәм байтаҡ башҡа ҡатындар ҙа Уның менән бергә булған. Был ҡатындар Ғайсаға һәм Уның шәкерттәренә үҙ иҫәптәренән ярҙам иткән.


Сәсеүсе хаҡында ҡисса

4 Төрлө ҡалаларҙан Үҙенең янына бик күп халыҡ йыйылғас, Ғайса уларға кинәйәле ҡисса һөйләгән:

5 – Бер кеше орлоҡ сәсергә сыҡҡан. Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән һәм тапалған, уларҙы ҡоштар сүпләп бөтөргән.

6 Башҡа бер өлөшө ташлы урынға төшкән һәм, шытып сыҡһалар ҙа, дым булмағанлыҡтан, ҡороған.

7 Ҡайһы бер орлоҡтар сәнскәк араһына төшкән. Улар, сәнскәк менән бергә үҫеп, баҫылып ҡалған.

8 Ә инде башҡа орлоҡтар уңдырышлы ергә төшөп шытҡан һәм йөҙләтә күберәк уңыш биргән. Ошоларҙы һөйләп бөткәс, Ғайса: – Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! – тип ҡысҡырған.

9 Шәкерттәре Унан: – Был кинәйәле ҡиссаның асылы нимәлә? – тип һораған.

10 Ғайса былай тип аңлатып биргән: – Һеҙгә Алла Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә башҡаларға, улар «ҡарап та күрмәһендәр, тыңлап та аңламаһындар» өсөн, ул ҡиссалар аша еткерелә.

11 Был ҡиссаның асылы шунда: орлоҡ – Алла һүҙе.

12 Юл буйына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә Иблис килеп, улар иманға килеп ҡотолмаһын өсөн, йөрәктәрендәге һүҙҙе алып китә.

13 Ташлы урынға сәселгән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, уны шатланып ҡабул итә, әммә, тамырҙары булмағанлыҡтан, ышаныстары ла ваҡытлыса ғына була һәм улар һынау ваҡытында сигенә.

14 Сәнскәк араһына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, ләкин тормош мәшәҡәттәре, байлыҡ һәм ләззәт, ваҡыт үтеү менән, һүҙҙе баҫып ала. Ундай кешеләрҙең емештәре өлгөрмәй.

15 Ә уңдырышлы ергә төшкән орлоҡ иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар түҙемлек күрһәтеп уңыш килтерә.


Шәм яҡтылығы хаҡында ҡисса

16 Бер кем дә шәм тоҡандырып, уны көршәк менән ҡапламай, һике аҫтына ла ҡуймай. Киреһенсә, өйгә килеп инеүселәр яҡтылыҡты күрһен өсөн, шәмдәлгә ултырталар.

17 Сөнки фаш ителмәҫ бер сер ҙә, беленмәҫ һәм асылмаҫ бер йәшерен нәмә лә булмаясаҡ.

18 Шулай итеп, нисек тыңлауығыҙға иғтибар итегеҙ: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның бар тип уйлағаны ла тартып алыныр.


Ғайсаның әсәһе һәм туғандары

19 Ғайсаның әсәһе һәм ҡустылары килгәс, халыҡ күп булғанлыҡтан, Уның эргәһенә үтә алмағандар.

20 Ғайсаға: – Әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар һине күрергә теләй, – тип хәбәр еткергәндәр.

21 Ғайса хәбәр еткереүселәргә: – Минең әсәйем менән Минең туғандарым – Алла һүҙен тыңлаусылар һәм уны үтәүселәр, – тип яуап биргән.


Дауылды баҫылдырыу

22 Бер көндө Ғайса шәкерттәре менән кәмәгә ултырған да: – Әйҙәгеҙ, күлдең теге яҡ ярына сығайыҡ, – тигән. Улар ҡуҙғалған.

23 Кәмәлә барған саҡта Ғайса йоҡлап киткән. Күл өҫтөндә көслө дауыл күтәрелгән һәм кәмәгә һыу тула башлаған, кәмәләгеләргә хәүеф янаған.

24 Шәкерттәре Ғайса янына килеп: – Остаз, остаз! Батабыҙ бит! – тип ҡысҡырып Уны уятҡандар. Ғайса иһә тороп елде лә, ҡоторонған тулҡындарҙы ла тыйған. Улары туҡтаған, тынлыҡ урынлашҡан.

25 Ул шәкерттәренән: – Ышанысығыҙ ҡайҙа һуң һеҙҙең? – тип һораған. Шәкерттәр иһә ҡурҡып һәм таң ҡалып бер-береһенә: – Кем һуң Ул? Елгә лә, һыуға ла бойора, ә улары буйһона, – тиешкәндәр.


Ен эйәләшкән кешене һауыҡтырыу

26 Улар күлдең арғы яҡ ярына, Галилеяға ҡаршы урынлашҡан Гераса еренә килеп еткән.

27 Ғайса ярға сыҡҡас, шундағы ҡаланың ен эйәләшкән бер кешеһе Уға ҡаршы килгән. Ул байтаҡтан бирле кейем кеймәй йөрөгән һәм өйөндә түгел, ә ҡәбер мәмерйәһендә йәшәгән.

28 Был кеше Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәргән, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән: – Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тигән.

29 Сөнки Ғайса шаҡшы рухҡа ул кешенең эсенән сығырға бойорған икән. Шаҡшы рух был кешене күптән яфалаған. Сылбырҙар һәм бығауҙар менән бәйләп тотҡанда ла ул бығауҙарҙы өҙгән, эйәләшкән ене уны сүлдәргә ҡыуып алып китә торған булған.

30 Ғайса унан: – Исемең кем? – тип һораған. – Ғәскәр, – тип яуап биргән ул, сөнки был кешенең эсенә эйәләшкән ендәр бик күп булған.

31 Ендәр Ғайсанан үҙҙәрен төпһөҙ упҡынға ебәрмәүен үтенгән.

32 Шул тирәләге тау битендә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөгән. Ендәр Ғайсанан шул сусҡалар эсенә инергә рөхсәт һораған. Ғайса рөхсәт иткән.

33 Теге кешенең эсенән сыҡҡан ендәр сусҡаларҙың эсенә барып ингән. Көтөү сабып киткән дә, текә ярҙан күлгә ташланып, батып үлгән.

34 Барыһын да күреп торған көтөүселәр тороп йүгергәндәр һәм ҡалала ла, ауылдарҙа ла барыһы тураһында һөйләп биргәндәр.

35 Кешеләр нимә булғанын күрергә тип Ғайса янына килгән. Эсенән ендәре сыҡҡан әҙәмдең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә Ғайсаның аяҡ осонда ултырғанын күреп, ҡурҡыуға ҡалғандар.

36 Ен эйәләшкән ирҙең нисек һауыҡтырылғанын күргән кешеләр бының тураһында бәйән иткән.

37 Гераса ере тирәһендәге бөтә халыҡты ҡурҡыу солғап алған, шуның өсөн улар Ғайсаның үҙҙәренең еренән китеүен һораған. Ул кәмәгә ултырып ҡайтырға ҡуҙғалғанда,

38 эсенән ендәре сыҡҡан кеше Уның менән бергә барырға теләк белдереп ялбарған. Әммә Ғайса уны ҡайтарып ебәргән:

39 – Өйөңә ҡайт та, Алла һинең өсөн нимә эшләгәнде һөйлә, – тигән уға. Ул кеше Ғайсаның уның өсөн нимә эшләгәнен бөтә ҡала буйлап һөйләп йөрөгән.


Яирҙың ҡыҙы һәм Ғайсаның кейеменә ҡағылған ҡатын

40 Ғайса әйләнеп ҡайтҡас, халыҡ Уны шатланып ҡаршы алған. Уны бөтөнөһө лә көткән.

41 Шул саҡ ғибәҙәтхана башлығы, Яир исемле кеше, Ғайса янына килгән. Ул, Ғайсаның аяҡтарына йығылып, өйөнә барыуын үтенгән.

42 Яирҙың ун ике йәштәр тирәһендәге берҙән-бер ҡыҙы үлем хәлендә ята икән. Яирҙың өйөнә барған саҡта, Ғайсаны төрлө яҡтан халыҡ ҡыҫырыҡлап алған.

43 Улар араһында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын булған. Бар мөлкәтен табиптарға сарыфлап бөтөрһә лә, бер кем дә уны һауыҡтыра алмаған.

44 Ул арттан килеп Ғайсаның кейеменең салғыйына ҡағылыуға, шунда уҡ ҡан ағыуы туҡтаған.

45 – Кем ҡағылды Миңә? – тип һораған Ғайса. Бөтәһе лә баш тартҡас, Петр: – Остаз, халыҡ Һине уратып алған һәм төрлө яҡтан ҡыҫа, – тигән.

46 – Миңә кемдер ҡағылды. Мин Үҙемдән көс сыҡҡанын тойҙом, – тигән Ғайса.

47 Теге ҡатын, йәшеренеп ҡала алмаясағын аңлағас, ҡалтырана-ҡалтырана Ғайса янына килгән дә, Уның алдына йығылған. Ни өсөн ҡағылыуы һәм ҡағылғас та шунда уҡ һауығыуы тураһында бөтөн халыҡ алдында һөйләп биргән.

48 Ғайса уға: – Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, – тигән.

49 Ғайса ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта ғибәҙәтхана башлығының өйөнән кемдер килеп башлыҡҡа: – Ҡыҙың вафат булды, остазды бүтән мәшәҡәтләмә, – тип әйткән.

50 Ғайса иһә был һүҙҙәрҙе ишетеү менән башлыҡҡа: – Ҡурҡма, ышан ғына һәм ҡыҙың һауығасаҡ, – тигән.

51 Яирҙың өйөнә килеп еткәс, Ғайса Петрҙан, Яхъянан һәм Яҡубтан, ҡыҙҙың атаһынан һәм әсәһенән башҡа бер кемгә лә Үҙе менән инергә рөхсәт итмәгән.

52 Бөтөнөһө лә үкһеп илаған. Әммә Ғайса уларға: – Иламағыҙ, ул үлмәгән, йоҡлай ғына, – тигән.

53 Ҡыҙҙың үлгәнлеген белгәс, барыһы ла Ғайсанан көлгән.

54 Ғайса иһә ҡыҙҙың ҡулынан тотҡан да: – Балам, тор! – тип өндәшкән.

55 Ҡыҙға йән ҡайтҡан һәм ул шунда уҡ урынынан торған. Ғайса уға ашарға бирергә ҡушҡан.

56 Ҡыҙҙың атаһы менән әсәһе таң ҡалған. Ғайса иһә уларға был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan