Лукас 7 - ИнжилЙөҙбашының хеҙмәтсеһен һауыҡтырыу 1 Халыҡҡа әйтә торған һүҙҙәрен һөйләп бөткәндән һуң, Ғайса Капернаумға килгән. 2 Бер йөҙбашының бик ихтирам иткән хеҙмәтсеһе ауырып, үлем хәлендә ятҡан. 3 Йөҙбашы, Ғайса тураһында ишетеп, хеҙмәтсеһен ҡотҡарыу үтенесе менән йәһүд аҡһаҡалдарын Уға ебәргән. 4 Улар, Ғайса янына килеп, ихлас үтенеп һораған: – Йөҙбашы Һинең ярҙамыңа лайыҡ, 5 сөнки ул халҡыбыҙҙы ярата һәм беҙгә ғибәҙәтхана һалдырҙы. 6 Ғайса аҡһаҡалдар менән киткән. Өйөнә етеп килгән саҡтарында, йөҙбашы Ғайсаға үҙенең дуҫтарын ебәргән һәм: – Мәшәҡәтләнмә, Әфәндем! Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип әйтергә ҡушҡан. – 7 Шуға күрә ҡаршыңа барырға үҙемде лайыҡлы һанаманым. Һүҙ генә әйт һәм хеҙмәтсем һауығасаҡ. 8 Мин үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам һәм ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә: «Кит» тиһәм, китә, икенсеһенә «Кил» тиһәм, килә, хеҙмәтсемә: «Ошоно эшлә» тиһәм, эшләй. 9 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғайса хайран ҡалған һәм Үҙе артынан килгән халыҡҡа боролоп: – Һеҙгә шуны әйтәм: хатта Израиль халҡында был тиклем ышаныуҙы күрмәгәйнем, – тигән. 10 Ебәрелгән кешеләр әйләнеп ҡайтҡас, ауырыу хеҙмәтсенең һауыҡҡанлығын күргәндәр. Тол ҡатындың үлгән улын терелтеү 11 Күп тә үтмәҫтән Ғайса Наин тип аталған ҡалаға киткән. Шәкерттәре һәм бик күп халыҡ Уға эйәреп барған. 12 Ғайса ҡала ҡапҡаһына яҡынлашҡанда, ҡаланан мәйет күтәреп сығып килгәндәр. Бер тол ҡатындың берҙән-бер улы үлгән икән. Уны ҡаланан бик күп кеше оҙатып килгән. 13 Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп: – Илама, – тигән. 14 Шунан Ғайса, эргәләренә барып, табутҡа ҡулы менән ҡағылған. Табутты күтәреп барыусылар туҡтаған. – Егет! Һиңә әйтәм, тор! – тип бойорған Ғайса. 15 Үлгән егет тороп ултырған һәм һөйләшә башлаған. Ғайса әсәһенә улын ҡайтарып биргән. 16 Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалған һәм: – Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данлаған. 17 Ғайса тураһындағы бындай хәбәр бөтөн Йәһүҙиәгә һәм тирә-яҡҡа таралған. Ғайса һәм Сумдырыусы Яхъя 18 Яхъяның шәкерттәре был хәлдәрҙең барыһы тураһында ла остаздарына һөйләп биргән. Яхъя ике шәкертен янына саҡырып алған да, 19 уларҙы Раббыға ебәргән: – Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме? – тип һорарға ҡушҡан. 20 Улар Ғайса янына килгәс: – Сумдырыусы Яхъя Һинән: «Килергә тейеш Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе, – тигәндәр. 21 Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, көслө ауырыуҙарынан, шаҡшы рухтарҙан һауыҡтырған һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткән. 22 Ғайса Яхъяның шәкерттәренә: – Барығыҙ, күргән һәм ишеткәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ: һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә. 23 Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуап биргән. 24 Килгән кешеләр киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башлаған: – Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамышты ҡарарғамы? 25 Юҡмы ни? Нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме? Ә бит ҡиммәтле кейенеп йөрөгән һәм зиннәттә йәшәгән кешеләр батша һарайҙарында йәшәй. 26 Улайһа, нимә ҡарарға барҙығыҙ? Пәйғәмбәрҙеме? Эйе, Мин һеҙгә әйтәм, Яхъя – пәйғәмбәрҙән дә бөйөгөрәк. 27 Уның тураһында Изге Яҙмала: «Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», – тип яҙылған. 28 Мин һеҙгә шуны әйтәм: ҡасан булһа ла тыуған кешеләр араһында Яхъянан бөйөгөрәк берәү ҙә юҡ. Әммә Алла батшалығында иң кесеһе лә унан бөйөгөрәк. 29 Был һүҙҙәрҙе ишеткән бөтә халыҡ, хатта һалым йыйыусылар ҙа, Алланың хаҡ икәнлеген таныған. Улар Яхъя тарафынан һыуға сумдырылғайны. 30 Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә Яхъяның һыуға сумдырыуынан баш тартҡан. Бының менән улар Алла ихтыярын кире ҡаҡҡан. 31 Ғайса тағы былай тигән: – Шулай итеп, был быуын кешеләрен кемгә оҡшатайым икән? Уларҙы нимәгә тиңләп була? 32 Улар: «Беҙ һеҙгә күңелле көйҙәр уйнаныҡ, ә һеҙ бейемәнегеҙ. Беҙ һеҙгә моңһоу йырҙар йырланыҡ, ә һеҙ иламанығыҙ», – тип баҙар майҙанында бер-береһенә ҡысҡырып ултырған балаларға оҡшаған. 33 Сумдырыусы Яхъя килде, икмәк тә ашамай, шарап та эсмәй, ә һеҙ: «Уға ен эйәләшкән», – тиһегеҙ. 34 Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, күрегеҙ, ул ашамһаҡ һәм эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы», – тиһегеҙ. 35 Әммә Алла зирәклеге уны ҡабул иткән бөтөн кешеләр тарафынан хаҡ тип раҫлана. Ғайса фарисей Симондың өйөндә 36 Фарисейҙарҙың береһе Ғайсаны ашҡа саҡырған. Ғайса, фарисейҙың өйөнә инеп, табынға ултырған. 37 Шул ҡалала йәшәүсе әхлаҡһыҙ бер ҡатын Ғайсаның фарисей өйөндә ашап ултырғанын белеп ҡалып, хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп, шунда барған. 38 Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торған, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамған. Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майлаған. 39 Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр ул пәйғәмбәр булһа, үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ», – тип уйлаған. 40 Ғайса уға: – Симон, Минең һиңә әйтергә теләгән бер һүҙем бар, – тигән. – Әйт, Остаз, – тигән фарисей. 41 – Ике кешенең бурысҡа биргән берәүгә бурыстары бар икән: береһенең бирәсәге биш йөҙ динар, ә икенсеһенеке илле динар. 42 Түләй алмағастары, ул икеһен дә бәхилләй. Нисек уйлайһың, уларҙың ҡайһыныһы уны нығыраҡ яратыр? 43 – Бурысы күберәк бәхилләнгәнелер, тип фараз итәм, – тип яуап биргән Симон. Ғайса уға: – Һин дөрөҫ уйлайһың, – тигән. 44 Унан ҡатынға табан борола биреп һүҙен дауам иткән: – Был ҡатынды күрәһеңме? Мин һинең өйөңә килдем, һин аяҡ йыуырға һыу бирмәнең. Ә ул аяҡтарымды күҙ йәштәре менән сылатты, сәстәре менән һөртөп алды. 45 Һин Мине үпмәнең, ә ул Мин бында килгәндән бирле аяҡтарымды үбеүҙән туҡтамай. 46 Һин Минең башыма хатта ябай май ҙа һөртмәнең, ә ул Минең аяҡтарымды хуш еҫле май менән майланы. 47 Һиңә ни өсөн икәнлеген әйтәм: уның күп гонаһтары кисерелде, шуның өсөн Миңә ҡарата уның мөхәббәте ҙур. Аҙ ғәфү ителгән кешенең мөхәббәте лә аҙ. 48 Ә ҡатынға иһә: – Гонаһтарың кисерелде, – тигән. 49 Табын артындағылар бер-береһе менән: – Кем Ул? Ул хатта гонаһтарҙы кисерә, – тип һөйләшә башлағандар. 50 Ғайса ҡатынға тағы ла: – Һине ышаныуың ҡотҡарҙы, имен йөрө, – тигән. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia