Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Лукас 3 - Инжил


Сумдырыусы Яхъяның вәғәзләүе

1 Тиверий ҡайсар хакимлығының ун бишенсе йылында, Йәһүҙиәлә Понтий Пилат идара иткәндә, Галилеяның башлығы – Ирод, уның ир туғаны Филипп Итурея һәм Трахонитис өлкәләренең башлығы, ә Лисаний Авилинея өлкәһе башлығы булғанда,

2 Аннас менән Каиафа иң баш руханиҙар булған осорҙа, сүллектә көн күргән Яхъяға – Зәкәриәнең улына, Алланан хәбәр килгән.

3 Шунан һуң Яхъя Иордан йылғаһының тирә-яғындағы ерҙәрҙе йөрөп сыҡҡан. Ул кешеләрҙе, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөгән.

4 Ишағыя пәйғәмбәр китабында яҙылғанса: «Сүлдә тауыш яңғырай: „Раббыға юл әҙерләгеҙ, уға һуҡмаҡтарҙы турайтығыҙ,

5 һәр йырын күмелһен, һәр тау, һәр ҡалҡыулыҡ ер менән тигеҙләнһен; борма юлдар турайһын, һикәлтәле юлдар шымарһын;

6 һәм кешеләрҙең бөтәһе лә Алла ҡотҡарыуын күрер“».

7 Яхъя янына һыуға сумдырылырға тип күп халыҡ килгән. Яхъя уларға: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә, Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡаса алырһығыҙ, тине?

8 Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.

9 Балта ағастар төбөндә ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр, – тигән.

10 Халыҡ унан: – Беҙ нимә эшләйек һуң? – тип һораған.

11 Яхъя: – Ике күлдәге булған кеше береһен күлдәге бөтөнләй булмағанына бирһен. Ризығы булғаны ашарына булмаған кеше менән ризығын уртаҡлашһын, – тип яуаплаған.

12 Һыуға сумдырылыр өсөн һалым йыйыусылар ҙа килгән: – Остаз! Ә беҙгә нимә эшләргә?

13 Яхъя уларға: – Тейешенән артығын талап итмәгеҙ, – тигән.

14 Ғәскәриҙәр ҙә унан: – Ә беҙгә нимә эшләргә? – тип һорағандар. – Бер кемдән дә көсләп, ялған шаһитлыҡ ҡылып әйбер алмағыҙ. Хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт булығыҙ, – тигән Яхъя.

15 Халыҡ көсөргәнеш менән көткән һәм барыһы ла уның тураһында эстән генә: «Был Мәсих түгелме икән?» – тип уйлаған.

16 Яхъя уларҙың бөтәһе лә былай тип яуап биргән: – Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә, мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.

17 Ашлыҡты ырҙында елгәрер өсөн, Ул ҡулына елгәргес көрәк тотҡан. Бойҙайын Үҙенең бураһына һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.

18 Яхъя, халыҡҡа башҡа күп төрлө өгөт-нәсихәттәр биреп, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөгән.

19 Әммә ул, ағаһының ҡатыны Иродиаданы ҡатынлыҡҡа алғаны һәм башҡа яуызлыҡтары өсөн, өлкә идарасыһы Иродты шелтәләгән.

20 Шунлыҡтан Ирод, бығаса ҡылған яуызлыҡтарына тағы берәүҙе өҫтәп, Яхъяны төрмәгә ултыртҡан.


Ғайсаның һыуға сумдырылыуы

21 Бик күп халыҡ һыуға сумдырылған, улар менән бергә Ғайса ла сумдырылған. Ул доға ҡылған ваҡытта күк йөҙө асылып киткән

22 һәм Уға күгәрсен рәүешендә Изге Рух төшкән. Күктән: «Һин – Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш яңғыраған.


Ғайсаның нәҫел шәжәрәһе

23 Үҙенең хеҙмәтен башлағанда, Ғайсаға утыҙ йәштәр самаһы булған. Кешеләр Уны Йософ улы тип уйлаған. Ә Йософ – Илий улы,

24 Илий – Матфат улы, Матфат – Левий улы, Левий – Мелхий улы, Мелхий – Ианнай улы, Ианнай – Йософ улы,

25 Йософ – Маттафий улы, Маттафий – Амос улы, Амос – Наум улы, Наум – Еслий улы, Еслий – Наггей улы,

26 Наггей – Мааф улы, Мааф – Маттафий улы, Маттафий – Семей улы, Семей – Иосих улы, Иосих – Иодай улы,

27 Йодай – Яхъя улы, Яхъя – Рисай улы, Рисай – Зоровавель улы, Зоровавель – Салафииль улы, Салафииль – Нирий улы,

28 Нирий – Мелхий улы, Мелхий – Аддий улы, Аддий – Косам улы, Косам – Елмодам улы, Елмодам – Ир улы,

29 Ир – Ешуа улы, Ешуа – Елиезер улы, Елиезер – Иорим улы, Иорим – Матфат улы, Матфат – Левий улы,

30 Левий – Симеон улы, Симеон – Йәһүҙә улы, Йәһүҙә – Йософ улы, Йософ – Ионам улы, Ионам – Елиаким улы,

31 Елиаким – Мелеай улы, Мелеай – Меннай улы, Меннай – Маттафай улы, Маттафай – Нафан улы, Нафан – Дауыт улы,

32 Дауыт – Иессей улы, Иессей – Овид улы, Овид – Вооз улы, Вооз – Салмон улы, Салмон – Наассон улы,

33 Наассон – Аминадав улы, Аминадав – Админ улы, Админ – Арний улы, Арний – Есром улы, Есром – Фарес улы, Фарес – Йәһүҙә улы,

34 Йәһүҙә – Яҡуб улы, Яҡуб – Исхаҡ улы, Исхаҡ – Ибраһим улы, Ибраһим – Фарра улы, Фарра – Нахор улы,

35 Нахор – Серух улы, Серух – Рагав улы, Рагав – Фалек улы, Фалек – Евер улы, Евер – Сала улы,

36 Сала – Каинан улы, Каинан – Арфаксад улы, Арфаксад – Сим улы, Сим – Нух улы, Нух – Ламех улы,

37 Ламех – Мафусал улы, Мафусал – Енох улы, Енох – Иаред улы, Иаред – Малелеил улы, Малелеил – Каинан улы,

38 Каинан – Енос улы, Енос – Сиф улы, Сиф – Әҙәм улы, Әҙәм – Алланан.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan