Лукас 21 - ИнжилТол ҡатындың биргән хәйере 1 Ғайса саҙаҡа һандығына ҡарап алған да, унда ҡайһы бер байҙарҙың хәйер һалыуын күргән. 2 Ул ярлы ғына бер тол ҡатындың да ике ваҡ аҡса һалғанын күреп ҡалып: 3 – Һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: был ярлы тол ҡатын бөтәһенән дә күберәк һалды. 4 Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанын бирҙе, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙенә йәшәү өсөн нимә кәрәк, шуның береһен дә йәлләмәне, – тигән. Алла Йортоноң емерелеүе 5 Ҡайһы берәүҙәр Алла Йортоноң матур таштар һәм Аллаға бағышланған бүләктәр менән биҙәлеүе тураһында һөйләгәндә, Ғайса: 6 – Килер көндәр, һеҙ бында күргәндәрҙең барыһы ла ҡыйраласаҡ – таш өҫтөндә таш та ҡалмаясаҡ, – тигән. Ахырызаман билдәләре 7 Ғайсанан: – Остаз, әйткәндәрең ҡасан булыр? Быларҙың тиҙҙән етәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һорағандар. 8 Ғайса былай тигән: – Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе алдап ҡуймаһындар! Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Ул», «Ул ваҡыт яҡын инде», – тип әйтер. Ундайҙарға эйәрмәгеҙ. 9 Һуғыштар һәм баш күтәреүҙәр тураһында ишеткәндә, ҡурҡмағыҙ. Бындай ваҡиғалар алдан булырға тейеш, ләкин заман ахыры шунда уҡ килеп етмәҫ. 10 Ғайса һүҙен дауам иткән: – Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, 11 көслө ер тетрәүҙәр булыр, урыны-урыны менән аслыҡ, ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр, ҡот осҡос күренмештәр ҙә, күктә ҡөҙрәтле билдәләр ҙә күренер. 12 Әммә быларҙың барыһынан элек һеҙҙе ҡулға алырҙар һәм эҙәрлекләрҙәр, хөкөмгә тапшырыу өсөн ғибәҙәтханаларға алып барырҙар һәм төрмәләргә ултыртырҙар, Минең исемем арҡаһында батшалар һәм идарасылар алдына баҫтырырҙар. 13 Был һеҙгә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырға мөмкинлек бирер. 14 Күңелегеҙгә һалып ҡуйығыҙ: «Үҙебеҙҙе яҡлау өсөн нимә тип яуап бирербеҙ», – тип алдан уйламағыҙ. 15 Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәклек бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ. 16 Атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә, ағай-энеләрегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ, дуҫтарығыҙ ҙа һеҙгә хыянат итер, ҡайһы берҙәрегеҙҙе үлтерерҙәр ҙә. 17 Бөтәһе лә һеҙҙе Минең арҡала күрә алмаҫ. 18 Шулай ҙа башығыҙҙағы сәсегеҙҙең бер генә бөртөгө лә юғалмаҫ. 19 Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ. Иерусалимдың емерелеүе 20 Иерусалимдың ғәскәр менән ҡамап алыныуын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емерелеү ваҡыты яҡынлаша. 21 Шул саҡта Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын, ҡалалағылар унан сыға һалһын, тирә-яҡтағылар ҡалаға инмәһен. 22 Был мәлдәр – үс алыу көндәре булыр һәм ул көндәрҙә Изге Яҙмала әйтелгәндәрҙең барыһы ла тормошҡа ашыр. 23 Ул көндәрҙә йөклө булған йәки бала имеҙгән ҡатындар ҡайғы күрер! Сөнки был ергә ҙур афәт һәм был халыҡҡа асыу киләсәк. 24 Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, ваҡыты үткәнсе, Иерусалимды тапар. Әҙәм Улының килеүе 25 Ҡояшта ла, айҙа ла, йондоҙҙарҙа ла билдә-күренмештәр булыр, ә ерҙә иһә диңгеҙ тулҡындарының көслө шаулауынан халыҡтар аптыранып ҡалыр һәм өмөтһөҙлөккә бирелер. 26 Донъяға киләсәк афәттәрҙе көтөп, кешеләр ҡурҡыштарынан аңдарын юғалтыр, сөнки хатта күк көстәре тетрәр. 27 Шул мәлдә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән болотта килеүсе Әҙәм Улын күрерҙәр. 28 Былар ғәмәлгә аша башлағас, ҡурҡмайынса һындарығыҙҙы турайтып баҫығыҙ, баштарығыҙҙы күтәрегеҙ, сөнки һеҙҙең ҡотолоуығыҙ яҡынлашыр. Инжир ағасы хаҡында ҡисса 29 Ғайса уларға бер ҡисса һөйләгән: – Инжир ағасына йәки ниндәй ҙә булһа башҡа берәй ағасҡа ҡарағыҙ: 30 уларҙың япраҡ яра башлауын күреп, һеҙ йәйҙең инде яҡын икәнлеген беләһегеҙ. 31 Шулай уҡ, быларҙың ғәмәлгә ашыуын күргәндә, Алла Батшалығының яҡын икәнлеген белерһегеҙ. 32 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла ғәмәлгә ашҡанға тиклем был быуын алмашынып өлгөрмәйәсәк. 33 Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаясаҡ. «Уяу булығыҙ» 34-35 Һаҡ булығыҙ! Саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә, башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер. 36 Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек һәм Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ. 37 Ғайса көндөҙ Алла Йортонда өйрәткән, төндәрен иһә, ҡаланан китеп, Зәйтүн тауы тип аталған тауҙа үткәргән. 38 Иртә менән бөтә халыҡ Уны тыңлау өсөн Алла Йортона йыйылған. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia