Лукас 2 - ИнжилҒайсаның тыуыуы 1 Ул көндәрҙә Август ҡайсар тарафынан тотош Рим империяһында халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороҡ бирелгән. 2 Был халыҡ иҫәбен алыу тәүге тапҡыр, Сүриә менән Квириний идара иткән мәлдә үткәрелгән. 3 Иҫәпкә алыныр өсөн һәр береһе үҙ ҡалаһына киткән. 4 Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Вифлеемға – Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланған, сөнки Дауыт нәҫеленән булған. 5 Ул исемлеккә теркәлергә үҙенә йәрәшелгән Мәрйәм менән бергә барған. Мәрйәм ауырлы булған. 6 Улар Вифлеемда саҡта Мәрйәмдең бала табыр мәле еткән. 7 Мәрйәм үҙенең беренсе балаһын – Улын тыуҙырған. Ул Уны, йүргәккә төрөп, мал утлыҡсаһына һалған, сөнки ҡунаҡханала урын булмаған. Көтөүселәр һәм фәрештәләр 8 Бер нисә көтөүсе ошо төндә шул тирәләге яланда һарыҡ көткән. 9 Ҡапыл улар алдында Раббының бер фәрештәһе пәйҙә булған һәм уларҙы Раббының данлы балҡыуы солғап алған. Көтөүселәр бик ныҡ ҡурҡҡан. 10 – Ҡурҡмағыҙ! – тигән уларға фәрештә. – Мин һеҙгә бөтә халыҡ өсөн ҙур шатлыҡ булырлыҡ ҡыуаныслы хәбәр килтерҙем: 11 Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул – Мәсих, Раббы. 12 Бына ошо билдә аша һеҙ Баланы танырһығыҙ: Ул мал утлыҡсаһында биләүле ятыр. 13 Ҡапыл фәрештә янында бик күп фәрештәләр – күк ғәскәре – пәйҙә булған, улар Алланы данлаған: 14 – Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алланың Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләренә ерҙә именлек булһын! 15 Фәрештәләр күккә күтәрелгәндән һуң, көтөүселәр бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, Вифлеемға барайыҡ, Раббы әйткән урында булып, был хәлде күрәйек, – тигәндәр. 16 Улар ашығып Вифлеемға килгән, унда Мәрйәм менән Йософто һәм мал утлыҡсаһында ятҡан Баланы тапҡан. 17 Сабыйҙы күргәс, Уның тураһында үҙҙәренә хәбәр ителгәнде һөйләп биргәндәр. 18 Көтөүселәрҙең һөйләгәнен тыңлап тороусыларҙың барыһы ла хайран ҡалған. 19 Мәрйәм иһә быларҙың бөтәһен дә йөрәгенә һалып ҡуйған һәм шул хаҡта уйлап йөрөгән. 20 Көтөүселәр, ишеткән һәм күргәндәренең барыһы өсөн дә Алланы данлап һәм маҡтап, көтөүҙәре янына ҡайтҡан. Барыһы ла фәрештә әйткәнсә булған. Ғайсаны Раббы алдына килтереү 21 Һигеҙ көн үтеп, Баланы сөннәткә ултыртыу ваҡыты еткәс, уға Ғайса тип исем ҡушҡандар. Мәрйәм балаға уҙғанға тиклем үк фәрештә Уға ошо исемде биргән булған. 22 Муса ҡануны буйынса таҙарыныу йолаһын үтәү ваҡыты еткәс, Раббы алдына килтереү өсөн, Мәрйәм менән Йософ Баланы Иерусалимға алып барған, 23 сөнки Раббының ҡанунында: «Һәр беренсе тыуған ир бала Раббыға бағышланырға тейеш», – тип яҙылған. 24 Шулай уҡ, Раббы ҡанунында әйтелгәнсә, ике урман күгәрсенен йәки ике күгәрсен балаһын ҡорбан итеп килтерергә тейеш булғандар. Симеон менән Аннаның фатихаһы һәм вәғәзе 25 Ошо ваҡытта Иерусалимда Симеон исемле тәҡүә һәм Алланы ололаусы бер кеше йәшәгән. Ул Израилгә йыуаныс килерен көтөп ғүмер иткән, Изге Рух менән һуғарылған булған. 26 Изге Рух уға: «Раббы тарафынан ебәрелгән Мәсихте күрмәйенсә, үлмәйәсәкһең», – тип әйткән. 27 Симеон Изге Рухтың ҡушыуы буйынса Алла Йортона килгән. Атаһы менән әсәһе Муса ҡанунында бойоролғанды үтәү өсөн Баланы Алла Йортона алып килгәс, Ул 28 Сабыйҙы ҡулдарына алған да, Алланы данлап былай тигән: 29 – Хәҙер инде, Хаким, Һиңә хеҙмәт итеүсе был донъянан именлек менән китә ала, сөнки вәғәҙәңде үтәнең. 30 Мин Һинең ҡотолоуыңды үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, 31 уны Һин бөтә халыҡтар алдында әҙерләнең. 32 Ул – мәжүсиҙәргә асылыш алып килеүсе яҡтылыҡ һәм Һинең Израиль халҡыңдың Даны. 33 Ғайсаның атаһы менән әсәһе Симеондың Бала тураһында әйткән һүҙҙәренә ғәжәпкә ҡалған. 34 Симеон уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә: – Был Бала, Израилдә күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булһын өсөн, илаһи билдә итеп һайланған. Был билдәне кире ҡағырҙар, 35 шул сәбәпле күптәрҙең йөрәктәрендәге уй-фекерҙәре асылыр. Ә һинең үҙеңдең күңелең аша ҡылыс үткәндәй булыр, – тигән. 36 Унда Асир нәҫеленән Фануилдың Анна исемле пәйғәмбәр ҡыҙы ла булған. Инде өлкән йәштәге был ҡатын, кейәүгә сыҡҡас, ире менән ете йыл ғына йәшәп 37 тол ҡалған һәм уға әле һикһән дүрт йәш булған. Анна һәр ваҡыт ураҙа тотоп, доға ҡылып, Алла Йортонда көнө-төнө Аллаға хеҙмәт иткән. 38 Ошо ваҡытта Анна, улар янына килеп, Алланы данлап, Иерусалимдың ҡотҡарылыуын көткән кешеләрҙең бөтәһенә лә Бала тураһында һөйләп биргән. 39 Мәрйәм менән Йософ, Раббы ҡануны талаптарының бөтәһен дә үтәгәс, Галилеялағы үҙҙәре йәшәгән Назара ҡалаһына ҡайтып киткән. 40 Бала иһә үҫкән, нығынған һәм зирәк аҡыл туплаған. Уға Алла Үҙенең фатихаһын биргән. Ун ике йәшлек Ғайса Алла Йортонда 41 Ғайсаның атаһы менән әсәһе йыл һайын Иерусалимға Ҡотҡарылыу байрамына йөрөгән. 42 Ғайсаға ун ике йәш булғанда улар, ғәҙәттәгесә, байрамға киткән. 43 Байрам көндәре тамамланғас, Йософ менән Мәрйәм ҡайтыр юлға сыҡҡан, ә үҫмер Ғайса Иерусалимда тороп ҡалған. Атаһы менән әсәһе быны һиҙмәгән, 44 башҡалар менән бергә ҡайтып киләлер, тип уйлаған. Бер көнлөк юл үткәндән һуң, Уны туғандары һәм таныш-белештәре араһынан эҙләй башлағандар. 45 Таба алмағас, Ғайсаны эҙләп Иерусалимға кире килгәндәр. 46 Өс көндән һуң Уны Алла Йортонда тапҡандар. Ул ҡанун уҡытыусылары араһында, уларҙы тыңлап, һорауҙарын биреп ултырған. 47 Ғайсаны ишеткәндәрҙең бөтәһе лә Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалған. 48 Атаһы менән әсәһе Уны күреп аптыраған. – Улым! – тигән әсәһе. – Ни өсөн беҙҙең менән улай иттең? Атайың менән борсолоп, һине эҙләп бөттөк. 49 – Мине ниңә эҙләнегеҙ? Атайым Йортонда булырға тейешлегемде белмәнегеҙме ни? – тип яуап биргән Ғайса. 50 Ләкин атаһы менән әсәһе Уның әйткән һүҙҙәрен аңламаған. 51 Ғайса улар менән бергә Назараға ҡайтҡан һәм бар нәмәлә уларҙы тыңлаған. Ә Мәрйәм быларҙың бөтәһен дә йөрәгендә һаҡлаған. 52 Ғайса иһә үҫкән, аҡыл туплаған, Алланы ла, кешеләрҙе лә ҡыуандырған. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia