Лукас 19 - ИнжилҒайса һәм Закхей 1 Ғайса Иерихонға инеп, уның аша үтеп барған. 2 Бында һалым йыйыусыларҙың башлығы Закхей исемле бай кеше йәшәгән. 3 Ул Ғайсаны нисек булһа ла күреп ҡалырға тырышҡан. Ләкин, буйға тәпәш булғанлыҡтан, халыҡ араһынан Уны күрә алмаған. 4 Шунлыҡтан, Ғайсаны күрергә тип алға йүгереп сығып, ҡырағай инжир ағасына менеп ултырған. Ғайса ошо урындан үтергә тейеш булған. 5 Ғайса, килеп еткәс, Закхейҙы күреп ҡалып: – Закхей! Төш тиҙерәк, Мин бөгөн һиндә ҡунаҡ булырға тейешмен, – тип өндәшкән. 6 Закхей тиҙ генә төшкән дә, Ғайсаны шатланып ҡабул иткән. 7 Быны күреп торған бөтәһе лә: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранған. 8 Закхей иһә тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тигән. 9 – Бөгөн был өйгә ҡотолоу килде, – тигән Ғайса, – был кеше лә Ибраһим нәҫеленән бит. 10 Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға килде. Хеҙмәтселәргә бирелгән аҡсалар хаҡында ҡисса 11 Быны тыңлап торған кешеләргә Ғайса, һүҙен дауам итеп, тағы ла бер ҡисса һөйләгән. Ул Иерусалимдан алыҫ булмаған инде, шуға халыҡ оҙаҡламай Алла Батшалығы етергә тейеш тип уйлаған. 12 Ғайса былай тигән: – Затлы нәҫелдән булған бер кеше, үҙ иле өҫтөнән батшалыҡ ҡабул итеү өсөн, алыҫ юлға сыҡҡан. Шунан һуң ул кире әйләнеп ҡайтырға тейеш булған. 13 Юлға сығыр алдынан ун хеҙмәтсеһен саҡырып алған да берәр көмөш тәңкә биреп: «Мин ҡайтҡансы быларҙы файҙаланығыҙ һәм табыш алығыҙ», – тигән. 14 Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, быны белдерергә артынса уҡ илселәр ебәргән. 15 Теге кеше, батшалыҡты ҡабул итеп ҡайтыу менән, аҡса бирелгән хеҙмәтселәренең күпме табыш алғандарын белеү өсөн, үҙ янына саҡырырға ҡушҡан. 16 Беренсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң ун тәңкә килтерҙе», – тигән. 17 Хужа уға: «Яҡшы эшләгәнһең, һин – һәйбәт хеҙмәтсе. Бәләкәй эштә ышаныслы булғаның өсөн, ун ҡала менән идаралыҡ итеүҙе һиңә тапшырам», – тигән. 18 Икенсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң биш тәңкә килтерҙе», – тигән. 19 Хужа уға: «Һин биш ҡала менән идаралыҡ ит», – тигән. 20 Ә өсөнсө хеҙмәтсе килеп: «Хужам, бына тәңкәң, һинән ҡурҡҡанға күрә, уны мин яулыҡҡа төрөп һаҡлап тоттом, 21 һин ҡаты бәғерле кеше – һалмағаныңды алаһың, сәсмәгәнеңде ураһың», – тигән. 22 Хужа уға былай тигән: «Мин һине үҙ һүҙҙәрең менән хөкөм итәм, булдыҡһыҙ хеҙмәтсе! Минең ҡаты бәғерле булыуымды, һалмағанды алыуымды, сәсмәгәнде урыуымды белә инең бит! 23 Шулай булғас, ни өсөн мин биргән тәңкәне әйләнешкә индермәнең һуң? Ҡайтҡас та уны табышы менән бергә алған булыр инем». 24 Ул янында торғандарға: «Унан тәңкәне алығыҙ ҙа ун көмөшө булғанға бирегеҙ», – тип ҡушҡан. 25 Ярҙамсылары уға: «Хужабыҙ! Ул хеҙмәтсенең ун тәңкәһе бар бит инде», – тигән. 26 Хужа иһә уларға: «Һеҙгә әйтәм: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның булғаны ла тартып алыныр. 27 Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында килтерегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған. Ғайсаның тантаналы рәүештә Иерусалимға инеүе 28 Ғайса, был ҡиссаны һөйләгәндән һуң, Иерусалимға табан юл тотҡан. 29 Ул, Зәйтүн тауы тип аталған тау янындағы Виффагия менән Вифанияға яҡынлашҡас, ике шәкертен алдан ебәргән: 30 – Ҡаршылағы анау ауылға барығыҙ, унда ингәс, бәйҙә торған һәм бығаса һис кем атланмаған йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уны ысҡындырып, бында алып килегеҙ. 31 Әгәр берәйһе һеҙҙән: «Ниңә уны бәйҙән ысҡындыраһығыҙ?» – тип һораһа: «Ул Хужаға кәрәк», – тип әйтегеҙ. 32 Шәкерттәре Ғайса әйткән ишәкте барып тапҡан. 33 Улар йәш ишәкте бәйҙән ысҡындырған саҡта ишәктең хужалары: – Ниңә ишәкте бәйҙән ысҡындыраһығыҙ? – тип һораған. 34 Шәкерттәр: – Ул Хужабыҙға кәрәк, – тип яуап биргән. 35 Ишәкте Ғайса янына алып килгәндәр ҙә, өҫ кейемдәрен ишәк өҫтөнә һалып, Ғайсаны уға атландырғандар. 36 Ғайса ишәк өҫтөндә барған саҡта, кешеләр өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәгән. 37 Ғайса Зәйтүн тауынан Иерусалимға табан төшә торған юлға яҡынлашҡас, күп һанлы шәкерттәр төркөмө ҡыуанышып, үҙҙәре күргән бөтөн мөғжизәләр өсөн көслө тауыштар менән Алланы данлай башлағандар: 38 – Раббы исеме менән килеүсе Батша мөбәрәк булһын! Күктә – именлек, бейек күктәрҙә – дан! 39 Шунда халыҡ араһындағы ҡайһы бер фарисейҙар Ғайсаға: – Остаз, шәкерттәреңде тый! – тип өндәшкән. 40 Ғайса иһә: – Һеҙгә шуны әйтәм: улар тымһа, таштар ҡысҡыра башлаясаҡ, – тип яуаплаған. Ғайсаның Иерусалим өсөн илауы 41 Ғайса, Иерусалимға яҡынайғас, ҡаланы күреп, уның яҙмышы өсөн илай башлаған: 42 – Һин дә ошо көндә үҙ именлегең өсөн нимә кәрәклеген белһәң икән! Әммә был әле күҙҙәреңдән йәшерелгән. 43 Һиңә шундай көндәр килер: дошмандарың тирә-яғыңа тупраҡ өйөп, һине ҡамап алыр һәм һәр яҡлап ҡыҫырыҡлар. 44 Һине емерерҙәр, һиндә йәшәүселәрҙе ҡырырҙар, таш өҫтөндә таш ҡалдырмаҫтар, сөнки һин яныңа Алла килеп ҡотҡарған ваҡытты белмәнең. Алла Йортоноң таҙарыныуы 45 Ғайса, Алла Йортона инеп, ундағы һатыусыларҙы ҡыуып сығара башлаған. 46 – Изге Яҙмала: «Минең Йортом – доға ҡылыу йорто буласаҡ», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тигән уларға. 47 Ғайса көн һайын Алла Йортонда өйрәткән. Баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ башлыҡтары иһә Уны үлтереү әмәлен эҙләгән, 48 әммә ни эшләргә икәнлеген белмәгән, сөнки бөтә халыҡ Уның артынан ҡалмай эйәреп йөрөп, һүҙен тыңлаған. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia