Лукас 18 - ИнжилТол ҡатын һәм хөкөмдар 1 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеге тураһында ошондай ҡисса һөйләгән: 2 – Бер ҡалала Алланан да ҡурҡмаған, кешеләрҙән дә тартынмаған хөкөмдар йәшәгән. 3 Ошо уҡ ҡалала бер тол ҡатын да ғүмер иткән һәм ул хөкөмдар янына килеп: «Миңә ҡаршы булған кеше менән дәғүәләшеүҙә миңә тейешле баһа бир», – тигән. 4 Әммә хөкөмдар дәғүәне оҙаҡ ваҡыт хәл итергә теләмәгән. Аҙаҡ былай тип уйлаған: «Алланан ҡурҡмаһам да, кешеләрҙән тартынмаһам да, 5 ошо тол ҡатын миңә тынғылыҡ бирмәгәнлектән, уның дәғүәһен хәл итәйем, башҡаса аптыратып килеп йөрөмәһен». 6 Раббы Ғайса былай тип тамамлаған: – Намыҫһыҙ хөкөмдарҙың нимә уйлағанына иғтибар иттегеҙме? 7 Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырыусы Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаҫмы һуң? Оҙаҡҡа һуҙырмы ни? 8 Һеҙгә әйтәм: Ул оҙаҡҡа һуҙмаҫ, яҡлар. Әммә Әҙәм Улы килгәс, ерҙә иман табырмы икән? Фарисей менән һалым йыйыусы 9 Үҙҙәрен тәҡүә һанап, башҡаларға түбәнһетеп ҡараусыларҙың ҡайһы берҙәренә Ғайса ошондай ҡисса һөйләгән: 10 – Ике кеше доға ҡылыр өсөн Алла Йортона ингән: береһе – фарисей, икенсеһе – һалым йыйыусы. 11 Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек – талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла, йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек булмағаным өсөн рәхмәт белдерәм. 12 Аҙнаһына ике тапҡыр ураҙа тотам, табышымдың ундан бер өлөшөн Һиңә бирәм». 13 Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә ҡарарға ла ҡыймаған, ә сәсен йолҡҡослап: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булсы!» – тип үтенгән. 14 Һеҙгә әйтәм, тәүгеһе түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән; сөнки үҙен үҙе күтәреүсе һәр кем – түбәнһетелер, үҙен түбәнһетеүсе – күтәрелер. Ғайсаның балаларға биргән фатихаһы 15 Ғайса янына, ҡағылыуы менән Үҙ фатихаһын бирһен өсөн, кешеләр бәләкәй балаларын да алып килгән. Шәкерттәре иһә быны күреп, уларҙы шелтәләп, үткәрмәгән. 16 Ғайса балаларҙы Үҙ янына саҡырып алған да былай тигән: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы ошондайҙарҙыҡы. 17 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығын бала һымаҡ ҡабул итмәгән кеше унда инмәйәсәк. Ғайса һәм бай 18 Башлыҡтарҙың береһе Ғайсанан: – Изгелекле Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораған. 19 – Ниңә һин Мине изгелекле тип атайһың? – тигән Ғайса. – Алланан башҡа һис кем изгелекле түгел. 20 Уның әмерҙәрен беләһең: «Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә, атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт». 21 Ә башлыҡ Уға: – Мин быларҙың бөтәһен дә йәш сағымдан уҡ үтәп килдем, – тигән. 22 Быны ишеткәс, Ғайса былай тигән: – Һиңә бер нәмә етмәй: ниндәй мөлкәтең бар, бөтәһен дә һатып, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Унан һуң кил дә Миңә эйәр. 23 Башлыҡ иһә, быны ишеткәс, ҡайғыға төшкән: бик бай булған ул. 24 Ғайса уның ҡайғырыуын күреп, былай тигән: – Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын! 25 Бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙе аша үтеү еңелерәк. 26 Быны ишетеүселәр: – Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һораған. 27 – Кеше эшләй алмағанды Алла булдыра ала, – тигән Ғайса. 28 Петр иһә Ғайсаға: – Бына беҙ, бөтә булған нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек, – тип әйткән. 29 Ғайса тыңлаусыларға өндәшкән: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: өйөн, ҡатынын, ағай-энеһен, ата-әсәһен йәки балаларын Алла Батшалығы хаҡына ҡалдырған һәр кем 30 хәҙерге ваҡытта ла күп тапҡырға артығыраҡ алыр, ә инде киләсәк донъяла ул мәңгелек тормошҡа эйә булыр. Ғайсаның Үҙенең үлеүе һәм терелеүе хаҡында өсөнсө тапҡыр әйтеүе 31 Ғайса, ун ике шәкертен ситкә саҡырып, уларға: – Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы хаҡында пәйғәмбәрҙәр яҙғандың бөтөнөһө лә ғәмәлгә ашасаҡ. 32 Ул мәжүсиҙәр ҡулына тапшырыласаҡ, улар Уны мыҫҡыллаясаҡ, хурлаясаҡ һәм өҫтөнә төкөрәсәк, 33 Уны ҡамсылаясаҡтар һәм үлтерәсәктәр. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән. 34 Әммә шәкерттәр был һүҙҙәрҙән бер нәмә лә аңламаған, һүҙҙәрҙең мәғәнәһе улар өсөн йәшерен ҡалғанлыҡтан, Ғайса әйткәндәргә төшөнмәгәндәр. Һуҡыр хәйерсене һауыҡтырыу 35 Ғайса Иерихонға яҡынлашып килгәндә, юл ситендә бер һуҡыр хәйер һорашып ултырған. 36 Ул, эргәһенән күп кешеләр үтеп барғанын ишетеп: – Нимә булды? – тип һораған. 37 – Назаралы Ғайса үтеп бара, – тигәндәр уға. 38 Шунда ул: – Дауыт Улы Ғайса, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырып ебәргән. 39 Алдан барыусылар уны әрләп, өндәшмәҫкә ҡушҡан, әммә ул тағы ла көслөрәк итеп: – Дауыт Улы, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырған. 40 Ғайса туҡтап, уны Үҙ янына килтерергә ҡушҡан. Һуҡыр килгәс: 41 – Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораған. Һуҡыр: – Әфәндем! Күҙҙәрем күрһен ине, – тигән. 42 Ғайса уға: – Күҙҙәрең күрһен! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тип әйткән. 43 Һуҡыр шунда уҡ күрә башлаған һәм, Алланы данлап, Ғайсаға эйәреп киткән. Ундағы кешеләрҙең бөтәһе лә, быны күреп, Алланы маҡтаған. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia