Лукас 17 - ИнжилИман һәм гонаһ 1 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тип һөйләгән: – Кешеләрҙе гонаһҡа этәреүсе ҡотҡо ҡотолғоһоҙ, әммә был ҡотҡоноң сәбәпсеһенә – ҡайғы. 2 Бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. 3 Нимә ҡылыуығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Яҡының һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уны шелтәлә, ә инде тәүбәгә килһә, ғәфү ит. 4 Көнөнә ете тапҡыр һиңә ҡаршы гонаһ ҡылып һәм ете тапҡыр яныңа килеп: «Ҡылғаныма үкенәм!» – тиһә, уны ғәфү ит. 5 Илселәр Раббы Ғайсаға: – Иманыбыҙҙы арттыр, – тигәндәр. 6 Раббы былай тигән: – Әгәр һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та, үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», – тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине. 7 Ер һөрөп йәки көтөү көтөп ҡырҙан ҡайтҡан хеҙмәтсеһенә ҡайһынығыҙ: «Әйҙә, тиҙерәк өҫтәл янына ултыр», – тип әйтер икән? 8 Киреһенсә, уға: «Ең һыҙғанып киске аш әҙерлә, ашап-эскән ваҡытымда миңә хеҙмәт күрһәтеп тор, шунан һуң ғына үҙең ашап-эсерһең», – тип әйтмәҫһегеҙме? 9 Ҡушҡандарҙы үтәгәне өсөн хеҙмәтсегеҙгә рәхмәт әйтерһегеҙме икән? 10 Шулай итеп, һеҙ ҙә ҡушылғандарҙың барыһы ла үтәлгәндән һуң: «Беҙ бары тик хеҙмәтселәр генә, нимә эшләргә тейеш булһаҡ, шуны эшләнек», – тип әйтегеҙ. Махау сирле ун кешене һауыҡтырыу 11 Ғайса, Иерусалимға барышлай, Самария һәм Галилея араһындағы ерҙәр аша үткән. 12 Бер ауылға ингәндә, Уны махау сирле ун кеше ҡаршылаған. Улар алыҫта уҡ туҡтап, 13 көслө тауыш менән: – Ғайса Остаз! Беҙгә мәрхәмәтле булсы! – тип ҡысҡырған. 14 Ғайса уларҙы күргәс: – Барығыҙ, руханиҙарға күренегеҙ, – тигән. Махау сирлеләр унда барышлай уҡ таҙарынған. 15 Уларҙың береһе, һауыҡҡанын тойғас та, кире ҡайтып, ҡысҡырып Алланы данлаған, 16 Ғайсаның аяҡтарына йығылып Уға рәхмәт әйткән. Был – Самария кешеһе булған. 17 Шул саҡ Ғайса: – Ун кеше таҙарынғайнығыҙ түгелме һуң? Туғыҙығыҙ ҡайҙа? 18 Сит халыҡтан булған был кешенән башҡалары, Аллаға рәхмәт белдереү өсөн, кире килмәнеме ни? – тип һораған. 19 Ә теге кешегә: – Тор, юлыңда бул, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тигән. Алла Батшалығының килеү мәле тураһында 20 Фарисейҙар Ғайсанан Алла Батшалығының ҡасан килеүе тураһында һораған. – Алла Батшалығы күҙгә күренеп килмәҫ, – тип яуап биргән Ғайса. – 21 «Бына, бында Ул», йәки: «Ана, тегендә», – тип тә әйтмәҫтәр. Алла Батшалығы – һеҙҙең арағыҙҙа. 22 Ғайса шәкерттәренә былай тигән: – Әҙәм Улы көндәренең береһен генә булһа ла күргегеҙ килгән ваҡыт етер, әммә күрә алмаҫһығыҙ. 23 Һеҙгә: «Ул бына бында», йәки: «Ул тегендә», – тип әйтерҙәр – бармағыҙ ҙа, улар артынан йөрөмәгеҙ ҙә. 24 Йәшен йәшнәп, күктең бер ситенән икенсе ситенә саҡлы ут ялтырап киткән кеүек, Әҙәм Улы Үҙенең көнөндә шулай булыр. 25 Әммә тәүҙә Уға күп ғазаптар кисерергә һәм ошо быуын кешеләре тарафынан кире ҡағылырға тура килер. 26 Нух көндәрендә нисек булһа, Әҙәм Улы килгән көндәрҙә лә шулай буласаҡ. 27 Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем кешеләр ашаған, эскән, өйләнгән, кейәүгә сыҡҡан. Шунан һуң туфан ҡалҡып, барыһын да һәләк иткән. 28 Лот көндәрендә лә шулай булған: кешеләр ашаған, эскән, һатып алған һәм һатып ебәргән, сәскән, төҙөгән. 29 Әммә Лот Содом ҡалаһынан сыҡҡан көндә күктән ут менән көкөрт ямғыры яуған һәм барыһын да һәләк иткән. 30 Әҙәм Улы килеп күренгән көндә лә шулай буласаҡ. 31 Ул көндө үҙе өй ҡыйығында булып, әйберҙәре аҫта ҡалған кеше уларҙы алырға тип төшмәһен, шулай уҡ кем баҫыуҙа булһа, өйөнә ҡайтмаһын. 32 Лоттың ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. 33 Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға тырыша, ул уны юғалтыр; ә кем йәнен юғалта, уны һаҡлап алып ҡалыр. 34 Һеҙгә әйтәм: ул төндә бер түшәктә ятҡан ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр. 35-36 Бергә ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр. 37 Ғайсаның был һүҙҙәренән һуң шәкерттәре: – Хужабыҙ, был хәл ҡайҙа булыр? – тип һораған. – Мәйет ҡайҙа булһа, ҡоҙғондар шунда йыйылыр, – тигән Ғайса. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia