Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Лукас 15 - Инжил


Юғалған һарыҡ хаҡында ҡисса

1 Һалым йыйыусылар менән башҡа гонаһлыларҙың байтағы, Ғайсаны тыңлау өсөн, Уның янына йыйылған.

2 Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә: – Был Кеше гонаһлыларҙы ҡабул итә, хатта улар менән бер табындан ашай, – тип һуҡранған.

3 Ғайса уларға ошондай ҡисса һөйләгән:

4 – Әйтәйек, берегеҙҙең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһе юғалды ти. Ул туҡһан туғыҙын көтөүлектә ҡалдырып, юғалған берәүһен тапҡансы эҙләмәҫме ни?

5 Ә инде тапҡас, ҡыуанып, уны елкәһенә һалыр,

6 өйөнә ҡайтҡас, дуҫтары менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, мин юғалған һарығымды таптым», – тиер.

7 Һеҙгә шуны әйтәм: шул рәүешле, тәүбә итеүгә мохтаж булмаған туҡһан туғыҙ тәҡүә кеше өсөн шатланыуға ҡарағанда, тәүбә иткән гонаһлы бер кеше өсөн күктә шатлыҡ ҙурыраҡ булыр.


Көмөш тәңкә хаҡында ҡисса

8 – Әгәр берәй ҡатындың ун көмөш тәңкәһе булып, береһен юғалтһа, майшәм яндырып, иҙәнен һепереп, уны тапҡансы ентекләп эҙләмәҫме?

9 Ә инде тапҡас, әхирәттәре менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, юғалтҡан тәңкәмде таптым», – тиер.

10 Һеҙгә шуны әйтәм: Алла фәрештәләре лә тәүбә иткән бер гонаһлы өсөн шулай уҡ шатланыр.


Юғалған улдың кире ҡайтыуы хаҡында ҡисса

11 Ғайса һөйләүен дауам иткән: – Бер кешенең ике улы булған.

12 Кесе улы атаһына: «Атай, мөлкәттең миңә тейешле өлөшөн бүлеп бир», – тигән. Атаһы мөлкәтен улдарына бүлеп биргән.

13 Бер нисә көн үткәс, кесе улы үҙ өлөшөн һатып, бөтә аҡсаһын алып, алыҫ юлға сығып киткән һәм, унда аҙғынлыҡҡа бирелеп, байлығын туҙҙырып бөтөргән.

14 Бөтөнөһөн пыран-заран килтергәндән һуң, был илгә ҡаты аслыҡ килгән һәм ул мохтажлыҡ кисерә башлаған.

15 Шул саҡ ул ошо илдең бер кешеһенә эшкә ялланған, был кеше уны яланға сусҡа көтөргә ебәргән.

16 Кесе ул шул тиклем асыҡҡан, хатта сусҡаларҙың аҙығын ашарға ла риза булыр кимәлгә еткән, әммә уға уныһын да бирмәгәндәр.

17 Шул саҡ ул аҡылына килеп: «Атайымдың ялсылары күп һәм уларҙың бөтәһенең дә туйғансы ашарлыҡ ризығы бар, ә мин бында астан үлеп барам.

18 Хәҙер үк ҡайтайым да уға: „Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым.

19 Инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен, мине ялсы итеп эшкә ал“, – тип әйтәйем», – тип уйлаған.

20 Шунан һуң атаһы янына ҡайтып киткән. Алыҫта килә ятҡанында уҡ уны атаһы күреп ҡалған һәм бик йәлләгән, ҡаршыһына йүгереп барып, ҡосаҡлап үбеп алған.

21 Улы уға: «Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым: инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен», – тигән.

22 Ә атаһы үҙенең хеҙмәтселәренә: «Иң һәйбәт кейемдәр алып килеп уны кейендерегеҙ, бармағына йөҙөк кейҙерегеҙ, аяҡтарына ҡаталар бирегеҙ,

23 һимертелгән берәй быҙауҙы салығыҙ, ашап-эсеп, күңел асайыҡ!

24 Минең улым үлгәйне – хәҙер терелде, юғалғайны – хәҙер табылды», – тип әйткән. Шунан улар күңел аса башлаған.

25 Атаның өлкән улы иһә ҡырҙа булған. Ҡайтышлай, өйөнә яҡынайып килгәндә, йыр һәм бейеү тауыштары ишеткән.

26 Хеҙмәтселәрҙең береһен саҡырып: «Бында нимә бара?» – тип һораған.

27 «Һинең ҡустың ҡайтты, атайың уны һау-сәләмәт күреүенә ҡыуанып, һимертелгән быҙау салдырҙы», – тигән уға хеҙмәтсе.

28 Өлкән улдың быға асыуы килгән һәм өйгә инергә теләмәгән. Атаһы сығып саҡырғас,

29 уға ул былай тигән: «Бына мин һиңә нисә йылдар инде хеҙмәт итәм. Бойороғоңдо бер тапҡыр ҙа үтәмәй ҡалғаным юҡ. Шулай булһа ла, дуҫтарым менән күңел асырға бер тапҡыр кәзә бәрәсе лә бирмәнең.

30 Ә милкеңде аҙғын ҡатындар менән туҙҙырған был улың ҡайтҡас, уның өсөн хатта һимертелгән быҙау салғанһың!»

31 Атаһы уға: «Улым, һин һәр ваҡыт янымда, минең бар нәмәм – һинеке.

32 Был ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды. Бына ошо ҡыуаныстан күңел асырға булдыҡ», – тигән.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan