Ғәмәлдәр 8 - Инжил1 Савл иһә Стефандың үлтерелеүен хупланы. Шул көндә Иерусалимдағы имандаштар берҙәмлектәрен ныҡ эҙәрлекләй башланылар һәм илселәрҙән башҡалар бөтөнөһө Йәһүҙиәнең һәм Самарияның төрлө урындарына таралдылар. 2 Алланы ололаусы кешеләр Стефанды ерләне, уның өсөн бик ныҡ ҡайғырып иланы. 3 Ә Савл имандаштар берҙәмлеген йәберләй башланы. Ул өйҙән-өйгә йөрөнө, ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып төрмәгә япты. Илселәр Самарияла 4 Таралышҡан иман тотоусылар, ҡайҙа ғына булһалар ҙа, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнөләр. 5 Филипп, Самарияға барып, бер ҡала халҡына Мәсих тураһында бәйән итте. 6 Халыҡ төркөмдәре, Филиптың һүҙҙәре һәм ул ҡылған хикмәттәр тәьҫирендә булараҡ, уның һүҙҙәрен диҡҡәт менән тыңланы. 7 Ен эйәләшкән күптәрҙең эсенән, көслө тауыш менән үкереп, шаҡшы рухтар сыҡты. Күп кенә паралич һуҡҡан, аҡһаҡ кешеләр һауыҡты. 8 Ҡала халҡы был эштәргә бик ҡыуанды. 9 Шул уҡ ҡалала күпмелер ваҡыт сихырсылыҡ ҡылып Самария халҡын хайран ҡалдырған, үҙен бөйөк тип танытырға теләгән Симон исемле берәү бар ине. 10 Барыһы ла – олоһо ла, кесеһе лә уға ышанды. «Был кеше – бөйөк тип аталған илаһи ҡөҙрәт эйәһе», – тинеләр уның хаҡында. 11 Ул байтаҡ ваҡыттан бирле кешеләрҙе үҙенең сихырҙары менән хайран ҡалдырып килгәнлектән, уны диҡҡәт менән тыңлайҙар ине. 12 Әммә Филипп һөйләгән Алла Батшалығы һәм Ғайса Мәсих исеме хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә ышанғас, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үтте. 13 Симон үҙе лә иманға килде һәм был йоланы ҡабул итте. Ул Филипп янынан бер аҙымға ла китмәне. Уның ҙур хикмәттәр һәм ҡөҙрәтле мөғжизәләр ҡылыуын күреп, хайран ҡалды. 14 Иерусалимдағы илселәр, Самария халҡының Алла һүҙен ҡабул итеүен ишетеп, Петр менән Яхъяны улар янына ебәрҙе. 15 Петр менән Яхъя, Самарияға килгәс, бындағы иман тотоусылар Изге Рухты алһын өсөн доға ҡылды. 16 Сөнки Раббы Ғайса исеме менән улар бары тик һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән, ләкин береһенә лә Изге Рух инмәгән була әле. 17 Ошонда Петр менән Яхъя уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы һәм кешеләр Изге Рухты алды. 18 Симон иһә, Рухтың илселәр ҡулынан бирелгәнен күреп, уларға аҡса тәҡдим итте. 19 – Мин ҡулдарымды ҡуйған һәр кешегә Изге Рух бирелһен өсөн, миңә лә шундай вәкәләт бирегеҙ әле, – тине ул. 20 Әммә Петр уға: – Әгәр Алла бүләген аҡсаға һатып алырға мөмкин, тип уйлайһың икән, аҡсаларың менән бергә һәләк булырһың! – тине. – 21 Һин был эштә бер нисек тә ҡатнаша алмайһың, сөнки Алла ҡаршыһында күңелең саф түгел. 22 Шуға күрә үҙеңдең был яуызлығыңдан тәүбә ит һәм Раббыға доға ҡыл. Бәлки күңелеңдәге яуыз уйың кисерелер. 23 Мин һинең әсе көнсөллөккә тулышҡанлығыңды һәм гонаһ бығауында икәнлегеңде күрәм. 24 – Һеҙ әйткәндәрҙең береһе лә миңә ҡағылмаһын өсөн, Раббыға доға ҡылығыҙ, – тип яуап бирҙе Симон. 25 Петр менән Яхъя үҙҙәренең шаһитлығын биреп Раббы һүҙен иғлан иткәндән һуң, кире Иерусалимға китте. Юлайҡан Самарияның күп кенә ауылдарында Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иттеләр. Филипп һәм хәбәш кешеһе 26 Раббының бер фәрештәһе Филипҡа: – Тор ҙа көньяҡҡа, Иерусалимдан Газаға бара торған юлға сыҡ, – тине. Ул юл аулаҡ ине. 27 Филипп шул юлға сыҡты һәм бында бер хәбәш кешеһен осратты. Ул кеше алашар, кәндәкиҙең, йәғни Хәбәшстан батшабикәһенең ҡарамағындағы бөтөн хазинаны һаҡлаусы юғары дәрәжәле түрә ине. Аллаға табынырға тип Иерусалимға килгән, 28 әле үҙ иленә ҡайтып бара һәм үҙенең арбаһында Ишағыя пәйғәмбәр китабын уҡып ултыра ине. 29 Рух Филипҡа: – Арбаға яҡыныраҡ барып, эргәһенән атла, – тине. 30 Филипп арба янына йүгерҙе һәм хәбәштең Ишағыя пәйғәмбәр яҙған китапты ҡысҡырып уҡығанын ишетте. – Уҡығаныңды аңлайһыңмы һуң? – тип һораны унан. 31 – Берәй кеше төшөндөрөп бирмәһә, нисек аңлайым инде? – тип, Филипҡа үҙ янына ултырырға тәҡдим итте. 32 Хәбәш Изге Яҙманың ошо урынын уҡый ине: «Ул һарыҡ кеүек салырға килтерелде. Йөнөн ҡырҡыусы алдында өнһөҙ торған бәрәс һымаҡ, ауыҙын да асманы. 33 Ул кәмһетелде, ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ителде. Уның киләсәк быуындары тураһында кем һөйләр? Тормошо ерҙән алынды бит». 34 Хәбәш иһә Филиптан: – Зинһар өсөн, әйт әле, бында пәйғәмбәр кем хаҡында һөйләй? Үҙе хаҡындамы, әллә бүтән берәү тураһындамы? – тип һораны. 35 Филипп уға Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе шул урындан башлап һөйләп бирҙе. 36-37 Ошолай бара торғас, улар ниндәйҙер һыу буйына килеп етте. – Бына бит, бында һыу бар, сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай? – тине хәбәш. 38 Ул арбаны туҡтатырға ҡушты. Икеһе лә һыуға инде һәм Филипп уны һыуға сумдырып алды. 39 Улар һыуҙан сыҡҡас, Раббы Рухы Филипты алып китте, хәбәш уны бүтәнсә күрмәне, шатланып юлын дауам итте. 40 Филипп иһә Азот ҡалаһында пәйҙә булды. Ул Кесарияға барып еткәнсе ҡалаларҙа Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia